Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
14.03.2014
СИБАЙ—АЛДЫНҒЫ ӨСӘҮ РӘТЕНДӘ
Untitled document

Башҡортостан Республикаһының территориаль үҫеш буйынса агентлығы 2013 йылға муниципаль райондар һәм ҡала округтарының социаль-иҡтисади үҫешенең айырым күрһәткестәренә мониторинг үткәрҙе. Һөҙөмтәләр буйынса Сибай ҡалаһы «Ҡала округтары» төркөмөндә өсөнсө урында билдәләнде. Беренсе урында Салауат ҡалаһы булһа, икенсе урынға Нефтекама ҡала округы лайыҡ булды.

Бындай мониторинг йыл һайын уҙғарылып тора, әммә беҙҙең ҡала алдынғы позицияларға әкренләп күтәрелде. Сағыштырыу өсөн: 2011 йылдың беренсе кварталында 20 ҡала округы араһында 19-сы булһа, шул уҡ йылдың дүртенсе кварталында 12-се урынды биләгән. 2012 йылда иһә ҡалабыҙ 3-сө һәм 4-се урындарға менгән. Ниһайәт, 2013 йылда сибайҙар алдынғы өсәү иҫәбенә инеп, үҙ позицияларын нығытыуға өлгәшкән.

Мониторингта төп иҡтисади күрһәткестәр баһалана, йәғни, иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса производство тауарҙарын етештереү, уртаса эш хаҡы, эшһеҙлек кимәле, торлаҡ төҙөлөшө, урындағы бюджетҡа һалым түләү, төп капиталды инвестициялау кеүек мөһим эштәр иҫәпкә алынған.

Беҙ иҡтисад һәм финанс йүнәлештәрен көйләгән Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙарынан юғары һөҙөмтәләргә комментарий биреп китеүҙәрен үтендек.

Наил Fилмихан улы Хәлиуллин, ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары:

—Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновтың 2013 йыл йомғаҡтары буйынса докладында социаль-иҡтисади үҫештең төп күрһәткестәре бәйән ителде. Мониторингҡа аныҡлау индереп китеү маҡсатында ҡайһы бер күрһәткестәргә яңынан туҡталып үтәм.

2013 йылда ҡала предприятиелары тарафынан 11 миллиард 112 миллион һумлыҡ тауар етештерелгән. Был һан 2012 йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа күберәк. Сәнәғәт производствоһы индексы 103,8 процент тәшкил итте. Уртаса республика күрһәткесе102,3 процент булыуын иҫәпкә алғанда, беҙҙә иҡтисади үҫеш динамикаһы башҡаларҙан юғарыраҡ булыуы күренә.

Сибай республиканың башҡа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, инвестиция йәлеп итеүе менән алдыра. Уҙған йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы предприятиены үҫтереүгә—437, Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты 486 миллион һум капитал һалған. Сибай элеваторы, «Башҡорт колбасаһы» ит комбинатында инвестицион саралар уңышлы тормошҡа ашырыла. «Урал аръяғы йылылыҡ блогы», «Технострой» йәмғиәттәре кеүек яңы предприятиелар асылды. «СибайУрманПром» заманса ағас эшкәртеү комплексы сафҡа инде. «Глобал Эдж» компанияһы менән берлектә булдырылған предприятие ҡалдыҡһыҙ эшләүе менән отошло.

Ҡалалағы сауҙа әйләнеше 10 миллиард 945 миллион һум тәшкил итте, үҫеш темпы—110,6 процент. 2013 йылда 21 сауҙа объекты эшмәкәрлеген башланы, шуларҙың икәүһе 1000 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй.

Төҙөлөш эштәренең күләме кеше башына 42580 һумдан тура килә. Был күрһәткес буйынса беҙҙең ҡала Салауаттан ғына ҡалыша.

Торлаҡ төҙөү буйынса алдынғылар рәтендә барабыҙ. Былтыр 22,8 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа инде.

Ҡалала уртаса эш хаҡы 20 мең тирәһендә тирбәлә тиһәк, күптәр аптырауға ҡала. Иҫәпләүгә эре һәм урта ҙурлыҡтағы предприятиелар эшселәренең эш хаҡының уртаса күрһәткесе алыныуын оноторға ярамай.

Мәшғүллек үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2014 йылдың ғинуарына ҡалала 225 кеше эшһеҙ иҫәпләнә. Рәсми эшһеҙлек кимәле 0,77 процент.

Киләсәктә ҡалала һәр яҡлап үҫеш дауам итәсәк. Элекке ит комбинаты биләмәһендә барлыҡҡа килгән индустриаль парктың перспективалары ҙур. Бында ағас эшкәртеүгә айырым баҫым яһаласаҡ. Күптән түгел Сибайҙа үткән Координация советының күсмә ултырышында Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Сибай ҡала хакимиәте һәм шәхси эшҡыуар Андрей Андреев араһында ҡалала индустриаль парк булдырыу тураһында өс яҡлы килешеү төҙөлдө. Яңы предприятие Урал аръяғында беренсе индустриаль парк буласаҡ.

Юғарыла әйтеп үткәндәрҙән сығып шундай һығымта яһарлыҡ: юғары күрһәткестәр—сәнәғәт, төҙөлөш, бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарының дөйөм эш һөҙөмтәһе ул.

Виктория Николаевна Трофимова, ҡала хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы:

—2013 йылда ҡала округы бюджетына 1 миллиард 368 миллион 778 мең һум килем инде. 2012 йыл менән сағыштырғанда бюджет күләме 48,8 процентҡа артты, йәғни, суммар ғәмәлдә, 449 миллион һумға күберәк булды. Килем сығанаҡтары булып физик шәхестәрҙән, дөйөм килемдән, мөлкәткә һалынған һалым, дәүләт һәм муниципаль милекте ҡулланыу ҡала килә.

Сығымдарға килгәндә, иң күп аҡса—648 миллион һум, йәғни сығымдарҙың 51,39 проценты мәғарифты үҫтереүгә тотонолдо. Эксперттар баһалауынса, һалым һәм һалымдан тыш килемдәр үҫеше темпы 116,1 процент тирәһендә тирбәлә. Беҙҙә һәр кеше башына тура килгән килем республикала иң ҙуры—15034 һум. Миҫал өсөн, Нефтекамала—8942 һум. Ә дөйөм күләмдә сығымдар өлөшө киреһенсә иң аҙы—72,1 процент. Беҙ башҡаларҙан күберәк төҙөгән-беҙ һәм иҡтисадҡа аҡсаны күберәк һалғанбыҙ.

«Милли иҡтисад» бүлеге буйынса бюджеттан быйыл 106 миллион 484,54 мең һум аҡса ҡала юлдарын тәртипкә килтереүгә, капиталь ремонтлауға ебәрелде. Юлдарҙы төҙөкләндереүгә һуңғы ваҡытта бындай ҙур сумма бүленгәне юҡ ине.

Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға 16 миллион 949,49 мең, граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан яңыларына күсереүгә 178 миллион 413,84 мең һум аҡса тотонолдо. Ҡаланы төҙөкләндереүгә 27 миллион 879,50 мең һум аҡса бүленде.

2013 йыл йомғаҡтары буйынса Сибайҙың бюджет системаһы күрһәткестәре республика ҡалалары араһында иң яҡшыһы тип табылды.

Г.Иҙрисова әҙерләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap