Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЕҘ САМАУЫР (хикәйә)
Untitled document


Гөлдәр ӘХМӘҘИШИНА

Аҙағы. Башы 11-се һанда.

—Ҙур килен-инәйҙең бәпесе уйнатып ултыра ине.

Фәрхизә үҙ күҙенә ышанмағандай теүәсәйгә бер килке текләп торҙо. Әйләндерҙе, тулғандырҙы, һыйпаштырҙы. Унан ҡапыл уянғандай йүгереп барып усаҡ алдына сүгәләне. Услап көл алып еҙ теүәсәйҙе ышҡырға кереште. Һәр бер һырын тәфсирләп күңеле булғансы ышҡыны. Таҙа һыу менән ҡабат-ҡабат сайҙы. Сөйҙә элеүле торған ап-аҡ таҫтамалды үрелеп алып, яҡшылап һөртөп, самауырының әле бер ҡолағына, әле икенсе ҡолағына ҡыҫтырып ҡараны ла борҡоп ҡайнап ултырған самауырын теүәсәйҙе ҡырын һалып баҫып ҡуйҙы.

—Шөкөр!

Әсәләренең һәр хәрәкәтен йотлоғоп күҙәтеп торған ҡолонсаҡтай шаян, илектәй һиҙгер ике ҡыҙын ике яғына ҡосаҡлап алып, күҙҙәренә алмаш-тилмәш ҡараны. Етеләре тулып инде һигеҙгә ҡараған береһе ҡара сәсле, ҡара күҙле, икенсеһе ерән сәсле зәңгәр күҙле ҡыҙҙарын арҡаларынан тупылдатып һөйҙө.

—Ҡартәсәйегеҙҙең Нургөлгә тип инселәгән оло ҡомартҡыһы был самауыр. Йә-йә, Наҙгөл балаҡайым, болоҡһома. Кил әле бында. Уның һиңә лә атап ҡалдырған ҡомартҡыһы бар.

Бейеме бит көмөш беләҙекте Наҙгөлгә ҡасан бирергә үҙең белерһең, тигәйне. Ваҡыты ошолор инде. Эй-й, сабый! Кеше әйберен урлайым, тип уйлаған тиһеңме. Һиҙгер йөрәге әсәһенең бошоноуын күтәрә алмай ғына оронған инде. Ә ул сыбыҡҡа үрелде. Балаҡайының ыуыҙ ғына күңелендә сыбыҡ эҙҙәре ҡалдырҙы.

Еҙ самауыр тарихын ишеткән ике ҡоралайы уйнап-һикереп тороп китмәне. Йөҙҙәренә етдилек ятты. Уйсанланып ҡалдылар.

—Әсәй, инде самауырҙы өсәүләп һаҡларбыҙ йәме,—тине Наҙгөлө ҡулындағы ҡуш белә-ҙекте кейеп ҡарап. Унан бер аҙ уйланып торғас:—Үҫкәс кейермен, йә теүәсәй кеүек юғалып ҡуйыр,—тип беләҙеген әсәһенә һондо. Нургөлө һыңарына яратып ҡарап ҡуйҙы.

Бейеменең әйткәне хуш килде. Яҙға Фәрхизәнең улы тыуҙы. Терәлеп йәшәһәләр ҙә бейеменең ҡырҡын уҡытҡандан һуң төп йортҡа аяҡ та баҫмаған апһыны:

—Ул табып ятаһың икән. Хәйлә тигән нәмәне кешенән үтескә алып торорлоғоң юҡ, апһын. Ике ҡыҙыңды утыҡтырмай тороп, тәки Fәбитеңә малай табып бирмәнең. Байғош, ағаһының биш улына ҡарап һеләгәйен ағыҙа ине,—тип һынһыҙ оҙон кәүҙәһен тертәңләтә-тертәңләтә килеп инде.

—Үт, еңгәй. Асыуланмаһаң, ул тапҡайным шул.

Апһыны ишек төбөндә бер аҙ ыуаланып торҙо ла, түрҙәге урындыҡҡа үтеп ултырып өй эсен күҙҙән үткәрҙе.Тәҙрә пәрҙәләре, яҫтыҡ тыштары, өҫтәл ябыуы, ҡорғандар барыһы ла зауыҡ менән сигелгән. Күҙҙең яуын алып өйгә нур өҫтәп тора. Эйе, былары элек тә бар ине. Тик нимәлер үҙгәргән. Ә-ә, пәрҙә ситтәренә алтынһыу төҫ менән самауыр нағышланған. Әйтерһең дә шунан сыҡҡан быу әкиәттәгеләй гөл-сәскәгә әүерелә.

—Ҡыҙҙарҙың эше,—тине Фәрхизә апһынының күҙе нимәгә төбәлеүен абайлап.

—Шулай инде, ҡыҙлы кеше— наҙлы кеше. Беҙҙең малайҙар ни өй эсендә ятҡан арҡырыны буй алып һала белмәй.

Апһыны нәҙек оҙон бармаҡтары менән кирә тартып бәйләгән яулығы аҫтына туҙырап сыҡҡан сәсен тығыштырҙы.

—Килен, йомош менән генә ингәйнем, шуны ғына йомошлайым да, ҡайта һалайым,—тип ҡапыл ҡабаланып алып китте ул.

—Арағыҙҙа иң олоһо мин. Ошо өйгә лә иң беренсе мин килен булып төштөм. Теге өс ҡәйнештең был нигеҙгә ҡайтаһы юҡ. Үҙ донъялары, үҙ тормоштары. Кинйә ул булмаһа ла төп нигеҙгә хужа булып Fәбит тороп ҡалды. Рәхәт, әҙер донъяға ни сүп тә ҡыбырлатаһы юҡ!.. Шуға ингәйнем әле, ҡайһы бер нәмәләрҙе бүлешергә кәрәк. Күп кәрәкмәй… Еҙ самауырҙы бирһәң, шул етте. Бейемдең төҫө итеп һаҡлармын.

Апһынының оятһыҙлығына баҙап ҡалған Фәрхизә имеҙеп ултырған улын сәңгелдәккә һалып бәпәйҙән һуң бер аҙ тулылана төшкән кәүҙәһенә һылашып ҡына торған ал сәскәле күлдәк итәген һыпырыштырҙы. Ҡайныһы үлгәндән һуң шулай мал һорап ингән ҙур килененә бейеме ҡолонло бейәне тоттороп сығарып ебәргәйне. Тағы әйбер һорап инеп тороуы инде. Ни йөҙө менән балаға тигән ҡомартҡыға нәфсеһен һуҙа икән.

—Ҡуйсы, еңгәй! Бейем үҙе һау саҡта уҡ бөтәһен дә инселәп биреп бөттө бит.

—Миңә тейеш ине ул самауыр, миңә тейеш ине. Иң өлкәне мин. Бейем тәүҙә үк, йорттоң ҡото ошо самауырҙа, тигәйне. Үҙегеҙ генә ҡотайып, сереп байып ятмаҡсыһығыҙмы? Һинең ерәнең былай ҙа яныңда ни алып, ни бирергә белмәй йүгереп кенә йөрөй. Бир миңә ул самауырҙы, килен. Самауырһыҙ ҡалмаҫһың, ана соланыңа бер түгел ике аҡ самауырымды индереп ултырттым.

—Ун самауыр индерһәң дә бирмәйем. Нургөлгә тигән ҡомартҡы икәнен белә тороп, нисек оялмай һоранып ултыраһың. Ҡот тинең дә сабыуланың, ҡот тинең дә сабыуланың. Ә ғаиләнең ҡото кем ҡулында һуң? Ошо йәнһеҙ самауырҙамы? Ул һинең ҡулыңда. Булғанына шөкөр итеп йәшәүҙә. Ирҙе ир итә белеүҙә. Донъяны донъя итеп көтөүҙә. Баланы бала итеп үҫтереүҙә. Оноттоңмы ни, бейем йорттоң өс сатын ҡатын, бер генә сатын ир тота, тиер ине.

—Тәки һөйләгән бейем, тәки һөйләгән. Күпме инәлдем, күпме үтендем, башҡалар белмәһен тип… Йылан һин, килен. Бейемде лә, Fәбитеңде лә үҙеңә арбап алдың.

Фәрхизә апһынына аптыраулы ҡараш ташланы ла башын ғына сайҡаны. Апһыны һикереп килеп торҙо ла, тағы нимәлер уйлап, кире урынына ултырҙы.

—Беҙ өйҙә туптырлашып ун бала үҫтек. Ашарға еткәндә етте, етмәгәндә юҡ. Атай һуғышта немецтәрҙә плендә булған, шуға күрә бер аяғы, бер ҡулы булмаһа ла пенсиә ала алманы. Әсәйем ғүмер буйы кәритәһен һөйрәп пиләрәмдә әпилкә түкте. Уның ғына алған аҡсаһы анауынса ауыҙҙы туйҙыра алған тиһеңме. Атайҙың айныҡ сағы бик һирәк булды. Эсеп алһа, көнө буйы Хрущев менән әсәйҙе әрләр ине. Хрущевты пенсиә түләмәйһең тип әрләһә, әсәйҙе ниңә әрләгәндер. Ундай тормош шул тиклем үҙәгемә үтте. Бер бабай һоратһа ла кейәүгә сығып китәм, тип уйлай торғайным. Ә үҙемдең күҙем күршелә генә йәшәгән ҡайнағаңда. Уларҙың етеш, татыу тормоштары ла ҡыҙыҡтыра. Ә ҡайнағаңдың яратып йөрөгән ҡыҙы бар. Миңә әйләнеп тә ҡарамай. Бесән ваҡыты ине. Күҙәтеп йөрөйөм, ҡайнағаң бесәнгә һәр ваҡыт эштән һуң бер үк ваҡытта йәйәүләп китә. Мин дә әсәйемдең урынына пилорамға эшкә сыҡҡайным. Күрше булғас ни, ҡайнағаңды ҡарап ҡына торам да, бесәнлеккә унан алда ҡыбырлайым. Ниндәйҙер бер көйгә һыҙғыра-һыҙғыра эре-эре аҙымдар менән ул мине ҡыуып етә. Артабан икәүләп йәнәш атлайбыҙ. Ул төрлө мәҙәктәр һөйләп көлдөрә. Ә мин уның баһадир кәүҙәһенә, матур асыҡ ҡараштарына, ҡап-ҡара ҡуйы сәсенә ҡарап һоҡланам.

Бер көн әсәйем: «Бөгөн көтөү ҡыуғанда түбәнге ос Мәйсәрә, ҡыҙың күршеңдең өлкән улы менән көн һайын урманға инеп китә. Тиген йөрөйҙәрме икән тип, юрамал барыһы ла ишетерлек итеп миңә хәбәр һөйләй. Йортобоҙ ғына түгел, сабынлығыбыҙ ҙа күрше. Эштән һуң бергәләп бесәнгә барыуҙарынан ни ғәйеп таптың, тинем. Ҡара уны, ҡыҙыҡай, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерәһе булма»,—тине. «Булаһы булған инде»,—тинем дә ҡуйҙым. Ошо йорттан тиҙерәк ҡотолһам тип, мейемде игәгән уй мәжбүр иттеме әллә һөйөүем эсемә һыймай сайпылып ситкә сыҡтымы, белмәйем, әйтеләһе һүҙ әйтелде лә ҡуйҙы. Әсәйем һүҙ менән дә, сыбыҡ менән дә тетмәмде тетте лә, шул ҡыҙыулығы менән күршеләргә инеп китте. Бейемде үҙең беләһең, килеп мине елтерәтеп үҙҙәренә алып ҡайтты ла китте. Ҡайнағаңдың, әсәй, нишләп ышанмайһың, ҡағылманым бит мин уға, тип ялбарыуына ҡолаҡ та һалманы. Ир була бел тип, мулла саҡыртты ла бата уҡытты. Башҡалар кеүек кейәү-кәләш булып, туй табынының түрендә ултырыу бәхете генә теймәне. Бейем мине бик тартты. Ирем һанламағас, үҙем дә бейемгә ярарға тырыштым инде. Бер шулай һүҙҙән һүҙ сығып, еҙ самауыр тураһында ысҡындырғайны. Ҡыҙым юҡ, бер киленемә ҡала инде, тигәйне… Ә минең алдаҡ юл менән улына кейәүгә сыҡҡанды бейем барыбер ҡайҙандыр белгән. Арыуыҡ йылдар үткәс әйтте: «Эй килен, килен, ниңә генә улай алдаштың инде. Ана бит, баламды ни тиклем бәхетһеҙ иттең. Күҙҙәренә күтәрелеп ҡарағаның бармы? Һағышына батып үлерлек бит. Яратҡан ҡыҙы барлығын белә тороп, ниңә улай ҡыландың? Ҡатын-ҡыҙ ғына ул яратмаһа ла балаһына, донъяһына әүрәп тороп китә, ә ирҙәр бит улай түгел»,—тигәйне. Дөрөҫ әйткән. Ә мин бала тыуһа, шуға әүрәп йомшарыр, тигән өмөттә инем. Балаларын ярата, уға һүҙем юҡ. Ә мине… ю-уҡ, бейем һымаҡ биш ул табып бирһәм дә, бер тапҡыр күҙемә йылмайып баҡһасы, бер йылы һүҙ ҡатһасы. Йә тегенеһе кейәүгә сығып китеп барманы бит. Бөгөн нимә ти ҡайнағаң: «Әсәй менән атайҙы ҡайғыртмайым тип, ошоға тиклем түҙҙем. Түҙемлектең дә бер сиге була. Мин һинән китәм. Улдарымды ташламайым, аяҡҡа баҫтырышырмын», ти… —Бир инде самауырҙы, килен, бир, апһынының күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.

—Бер-ике аҙнаға булһа ла бир…

Китте ҡайнағаһы йәштән яратҡан йәренә. Самауыр ҙа ярҙам итмәне. Көнө буйы ауыл ҡыҙырған апһыны өй йылыһын тота алған тиһеңме инде. Ҡарауһыҙ балалар, ҡарауһыҙ донъя эшһөйәр ҡайнағаһын ялҡытҡандыр. Уларҙың береһен дә күрмәү өсөн ышыҡланыр һөйөү ҙә булмағас. Бахыр апһыны бер айҙан һуң самауырҙы кире индерҙе.

—Бейемде төшөмдә күрҙем, Нургөлдән алған әйберҙе кире илтеп бир,—тип асыуланды, тине…

...Фәрхизә уйҙарынан арынып тәҙрәгә күҙ ташланы. Һыҙылып ҡына таң атып килә. Тамағы төбөндәге төйөр ҙә бушағандай… Ҡалайтаһың, йәштәр ни үҙҙәренсә донъя көткөһө килә инде. Еҙ самауырҙы ваҡытынан алда Нургөлөнә бирһә лә, Өфөлә ҡуҙ самауыры ҡайнатып эсеп ултырыр тиһеңме. Ваҡыты еткәс, былай ҙа алып ҡайтыуын алып ҡайта инде. Ҡомартҡы итеп һаҡларға…

—Бейе-ем, ҡулымдан эш төштө тип, бөгөн оҙағыраҡ йоҡларға булдың шикелде. Самауыр ҡайнаны, сәй эсеп алайыҡ,—тип йомшаҡ ҡына тауыш менән уятты килене таңға табан ғына йоҡлап киткән бейемен.

Яйлап ҡына аш бүлмәһенә сығып килгән Фәрхизә еҙ самауырының табын түрендә йырлап ултырғанын күреп баҙап ҡалды. Башындағы суҡлы аҡ шәлен рәтләштерҙе. Һиҙгер шул килене, һиҙгер. Шөкөр.

—Бейем, үҙең генә яһап эсер инде сәйҙе. Һинең ҡулыңдан эсеп өйрәнгәнбеҙ. Улың да, ейәндәрең дә мин яһаған сәйгә мөрхәтһенмәй,—тип килене үҙенең әүәлге урынына барып ултырҙы. —Умарталар янына барып бер урайым да, шунан ғына магазинды асырмын.

—Әсәй, ә мин тәүҙә ҡымыҙҙы ашханаға илтәм. Унан тауарға барып килермен.

Улы менән килене Фәрхизә яһап биргән һөтлө ҡуйы сәйҙе һемерә-һемерә бөгөнгө көнгә план ҡорҙо.

—Почтаға инеп гәзит-журналға яҙылып сығырға кәрәк ине. Әллә электрон вариантҡа ғына яҙылырға ла ҡуйырға инде.

—Ҡуй, килен, буш менән булма. Мин ул кәмпөтөрөгөҙҙө аса ла белмәйем. Тере гәзиткә ни етһен! Яңы гәзит-журнал килһә, өйгә килеп тороп ҡағыҙҙың хуш еҫе таралып китә-ә. Мин бит үҙемә оҡшаған ерен ҡабат-ҡабат уҡыйым. Таныш-тоноштоң рәсеме килеп сыҡһа, ҙур килен-инәйегеҙгә индереп күрһәтәм. Ҡыҙыҡ урындарын уҡып ишеттерәм. Үҙенең күҙе етә күрмәй шул. Туҡһанға етеп килә бит. Ярай, бәләкәй килене арыу. Рәхмәт төшкөрө бала, мыжыҡ тимәй, инде һәйбәт ҡарай…

Фәрхизә үҙенең йомшаҡ ҡарашын бер үҙенә һыйынып ултырған һарыҡай ейәнсәренә, бер ҡарасман ейәненә, бер хас та Fәбитуллаһына оҡшаған кинйә улына, бер илгәҙәк килененә күсереп, уларҙы күҙҙәре менән яратты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap