Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
21.03.2014
БАШҠОРТТАР ПАРИЖДА
Untitled document


1814 йылдың 19 мартында Рәсәй һәм Европаның союздаш ғәскәрҙәренең Парижды алыуына һәм Наполеондың хурлыҡлы еңелеүенә 200 йыл тулды.

Тарихта билдәле булыуынса 1812 йылда Ватан һуғышы башланғас та Рәсәй халҡы менән берлектә илдең азатлығы өсөн көрәшкә башҡорт халҡы ла күтәрелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20 башҡорт, 2 мишәр, 2 типтәр һәм 8-се һанлы Ырымбур казак полкы ойошторолоп һуғышҡа оҙатыла. Улар Рәсәйҙе һәм Көнсығыш Европа илдәрен азат итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡорт полктары Рәсәй армияһы составында 1813-1814 йылғы һуғыштарҙа ҡатнашып, Беннигсен етәкселек иткән поляк ғәскәрҙәре менән бергә Варшаваны азат итеүҙә, Гданьск ҡалаһын штурмлауҙа, Глогау ҡәлғәһен алыуҙа, Лейпциг эргәһендәге «халыҡтар һуғышында», Дрезден, Веймар, Эрфурт, Гамбург, Франкфурт ҡалаларын азат итеүҙә ҙур батырлыҡтар күрһәтә.

Ә инде 1814 йылдың 19 мартында тәүгеләрҙән булып 1, 2, 5, 8, 9, 12, 13, 14, 15-се башҡорт полктары, 2 типтәр, 2 мишәр, 8-се Ырымбур казактары полктары Парижға аяҡ баҫа. 25 март көнө Наполеон властан баш тарта. Был ваҡиғалар тураһында рус яҙыусыһы Н.К.Батюшков былай тип яҙған:

«...Кипел бульвар

в Париже так,

Народа праздными толпами,

Когда на нем летал

с нагайкою казак

Иль Северный Амур

с колчаном и стрелами».

Башҡорттарҙы һуғышсан булыуҙары һәм уҡ-һаҙаҡ менән бик оҫта эш итеүҙәре өсөн француздар «Төньяҡ амурҙары» тип атаған. Парижға инеүгә бәйле башҡорт яугирҙәре был турала йыр ҙа ижад иткән.

«Мәскәүгә лә керҙек беҙ,

Парижды ла күрҙек беҙ.

Француздарҙы еңгәндә

Ер емертеп йөрөнөк беҙ!»

(«Любизар» йырынан).

1812-1814 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн күптәр «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм һуңынан «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» тип аталған көмөш миҙалға лайыҡ булған. Үҙәге Сибайҙа булған 6-сы башҡорт кантонында ойошторолған 14-се һәм 15-се полк яугирҙәре лә был һуғышта һәм сит ил походтарында булғанда ҙур батырлыҡтар күрһәткән (3-сө башҡорт полкы резервта ҡалдырыла). Был хаҡта Сибай тарихсылары Ф.М.Сөләймәнов менән Р.И.Үтәғолов «Азаматы Сакмара и Яика» исемле китабында бик ентекле яҙып сыҡты. 14-се башҡорт полкы Лейпциг янындағы «халыҡтар һуғышында», Магдебургты, Рейндағы Кельн ҡалаһын, Парижды алыуҙа ҡатнаша.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 14-се полк командиры Абдулла Сурағолов ике мәртәбә 4-се дәрәжә Изге Анна ордены менән наградлана. Ошо уҡ орденға полктан тағы 6 кеше лайыҡ була (бәлки улар күберәк тә булғандыр).

15-се башҡорт полкы Лейпциг янындағы «халыҡтар дуҫлығы» һуғышында, Дрезден, Гамбург һәм Париж ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Полк яугирҙәре бигерәк тә Гамбург ҡәлғәһен алыуҙа ҙур ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. 1814 йылдың 24 ғинуарынан 19 майына тиклем был полк Гамбургты блокадала тотоуҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Үфө тарихсылары Р.Рәхимов, Р.Букреева был хаҡта «Ватандаш» журналында «15-се башҡорт полкы Гамбургта» исемле мәҡәлә яҙып сыҡты. Сит ил рәссамы «Башҡорттар Гамбургта» исемле картина ла эшләп ҡалдыра. Р.Рәхимов фекеренсә, был картина 15-се башҡорт полкының яугирҙәренә бағышланып эшләнгән. Былар барыһы ла беҙҙең үткән тарихыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уята.

15-се башҡорт полкында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ—Сибай ауылы яугирҙәре лә ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Йөҙ башы Әхтәм Мотаев, зауряд-есаул Fәле Мотаев, зауряд-есаул Ҡотлозаман Юлдыбаев, Бикбулат Теүәлбаев ике көмөш миҙал менән наградланған.

Тарих биттәренә тәрәнерәк күҙ ташлаһаҡ, Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан Бөрйән волосының «Айырым биләмәһе» ерендә йәшәүсе Сибайҙан айырылған Ҡотломбәт (Ҡотлобулат) ауылынан сыҡҡан зауряд-сотник Буранбай Сыуашбаев (Уразаев) 1-се башҡорт полкы составында һуғыштың башынан аҙағына тиклем ҡатнашып, 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнгән. Ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙа Буранбайҙың һуғыштан иң аҙаҡҡы булып ҡайтыуы тураһында яҙалар. Бында һүҙ данлыҡлы Буранбай сәсән тураһында түгел, ә Ватан һуғышы батыры Буранбай Сыуашбаев тураһында бара. Архив материалдарынан билдәле булыуынса, Буранбай сәсән һаулығы насар булыу сәбәпле, Ватан һуғышында ҡатнашмаған, ә тыл фронтында, 6-сы кантон идаралығында дистанция начальнигы һәм йорт старшинаһы булып торған.

Тағы ла бер документ: 1-се полкта хеҙмәт итеүсе зауряд-есаул—Хөсәйен Буранбай улы Ағишев Изге Анна ордены менән бүләкләнгән (Ҡунаҡбай ауылы). Фараз итеүҙәр буйынса ул Буранбай сәсәндең тәүге ҡатынынан тыуған улы булыуы ихтимал.

Франция менән һуғыш, Парижды алғандан һуң ике ай үткәс, 1814 йылдың 19 майында тамамлана. Ошонан һуң ғына башҡорт полктары иленә ҡайтарыла. 14-се, 15-се башҡорт полктары май айында француз еренән сығып, 1814 йылдың декабрендә генә тыуған еренә аяҡ баҫа. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа батша хөкүмәте тарафынан Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәр яугиргә йорт төҙөрлөк аҡса бирелгән, тигән мәғлүмәттәр бар.

Башҡорттар сит ил походтарында булғанда һәм һуғыш тамамланып, илдә тыныслыҡ урынлашҡас та урындағы халыҡҡа ҡарата мәҙәнилек һәм хәстәрлек өлгөһө күрһәтә. Тарихи легендаларҙа билдәләнеүенсә, Бөрйән ырыуы башҡорто Әхмәтов Париж ҡалаһы майҙанында ҡурайсыларҙан торған ансамбль ойоштороп, башҡорт көйҙәрен уйнаған. Башҡорттар Германияның Веймар ҡалаһында булғанда бөйөк немец яҙыусыһы Иоганн Гете менән осрашып, уға ҡурай уйнап күрһәткән һәм уҡ-һаҙаҡ бүләк иткән.

1814 йылдың апрелендә башҡорт яугирҙәре Германияның Шварц тигән ауылында немец бароны Карл Гюнтерҙың саҡырыуы буйынса урындағы халыҡҡа уҡтан атыу һөнәрен күрһәтә. Бер башҡорттоң атҡан уғы сиркәүҙең куполындағы шарға барып ҡаҙалған. Немецтар иҫтәлек итеп был уҡты ике быуат буйы һаҡлаған.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы батыр яугирҙәрҙе данлап, сәсәндәр, йырауҙар ҡобайырҙар, йырҙар ижад иткән. Шулар иҫәбенә «Кутузов», «Ҡаһым түрә», «Байыҡ», «Любизар» һәм башҡа патриотик йырҙарҙы индерергә була. Буранбай сәсән 6-сы башҡорт кантоны яугирҙәренә арнап «Ыласын ҡош» исемле йыр бүләк иткән:

«Ала ғына ҡанат, аҡ яурын

Ирәндеккәй тауҙың бөркөтө.

Уҡ-һаҙағын алып, яуҙар саба

Бөрйәндәрҙең батыр егете».

Рус шағиры П.Кудряшев Ҡыҙыл ҡәлғәһендә хәрби хеҙмәттә булған саҡта (1820 йыл) башҡорт яугирҙәренең батырлығын данлап, шиғыр яҙған:

«За честь, за веру, за царя

Все грудью постоят умели,

Розя злодеев, не робели.

Друзья! Гордитесь: целый мир

Узнает сколь могуч башкир!»

Ә инде Буранбай сәсәндең улы Зөлҡәрнәй Буранбаев 1820 йылда Ырымбур генерал-губернаторы П.К.Эссенға яҙған хатында «башкиры доказали преданность и усердие Отечеству» тип яҙған.

Бына шулай, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында ла үҙҙәрен батыр яугирҙәр итеп танытыуға өлгәшә, уларҙың даны бөгөн дә һүнмәй һәм һүрелмәй. Сибай халҡы үҙенең батыр улдарына арнап, 2012 йылда Ватан һуғышының 200 йыллыҡ юбилейы айҡанлы республикала беренсе булып һәйкәл төҙөп ултыртты.

Рамаҙан Үтәғолов.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap