Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ЮҠ, БИРЕШМӘМ, МИНЕҢ ЙӨРӘК НЫҒЫНА ҒЫНА...
Untitled document

Шәфҡәт Әбйәлилов менән мин бынан өс-дүрт йыл элек танышҡайным. Кабинет ишегенә етеп, эскә инергәме-инмәҫкәме тип тартынып ҡына торған ағай күрһәтергә тип бер ҡосаҡ шиғырҙарын алып килгән ине. Бәлки үҙемдең иғтибарһыҙлыҡтандыр, уның исемен әлегә тиклем бер матбуғатта ла күргәнем булмағайны, әммә яҙмаларын әҫәрләнеп уҡыным. Һағышлы ла, хисле лә, тәбиғәт менән бергә үрелеп үҫкән тәбиғилек тә, яңғыҙ берәҙәктәрсә донъя ваҡлыҡтарына ҡул һелтәп ҡараған дәрүиш фәлсәфәһе лә, яҙмыш менән шаярыу ҙа һәм тағы ла әллә ни төрлө сатҡылар сағылышын тойҙом уның шиғырҙарында. Ҡаршымда күҙен дә күтәреп ҡарарға уңайһыҙланып ултырған ир кешенең елгә ҡарайған йөҙ-төҫөнә, ауыр эштән ярғыланған ҡулдарына, үтә лә тыйнаҡ, йыуаш ҡиәфәтенә ҡарап, «Был эшкәртелмәгән аҫылташ, саф йөрәк ҡайҙа һаҡланған икән?»—тип уйланым.

Ә ул, асылда, ошо тирәлә, Баймаҡ районының Буранбай ауылында көн иткән икән. Аҫыл улдары, һәләтле шәхестәре менән дан тотҡан Буранбай ерлегенең тағы ла бер мөғжизәһе инде Шәфҡәт Әбйәлилов. Тик ул һәләтен кешегә артыҡ сығармаған, ысын дәрүиштәрсә яңғыҙлыҡта, иректә, тәбиғәт ҡосағында ғүмер иткән һәм ҡағыҙға бары үҙенең урғып сыҡҡан хистәрен генә төшөргән. Ысынлап та, шиғырҙарында бер ниндәй мәжбүрилек, нимәнелер данлау, ҙурлау, яһалмалыҡтың эҙе лә юҡ. Бында барыһы ла авторҙың үҙе, уның күңеле, булмышы кеүек саф һәм тәбиғи.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Ир-егеттәргә өгөт-нәсихәттәрҙән...

Яңы быуат үҙ хисабын һүтә,

Тормош ҡына артҡа барғандай.

Һиҙелмәйсә айҙар, йылдар үтә,

Шул уҡ ҡояш бары, шул уҡ ай.

Донъя уңға, берсә һулға бәрҙе—

Кире ҡайтты иҫке ҡоролош.

Илкәйемдең бик күп иркәйҙәре

Баҙап ҡалды: «Ҡайҙан был тормош?»

Ил терәге булыр аҫыл ирҙәр

Рухы һынып сүгеп ҡалғанда,

И, ҡатын-ҡыҙ!

Һыҡтамайса бер ҙә

Fаилә тиеп баҫтың ҡалҡандай.

Күптәрҙең бар—кәләш йәки әсәй,

Йомшаҡ диван, юрған-яҫтығы.

Ҡатын-ҡыҙҙың елкәһендә йәшәй

Ир-егеттең теүәл яртыһы.

Кәңәшем бар һеҙгә, ир-егеттәр,

Йәшәү кәрәк шундай шарт менән—

Ҡотлау ҡатын-ҡыҙҙы һәр көн иртән

Һигеҙенсе тиеп март менән.

Көслө ҡулдар эштән арыһындар,

Көлөп торһон йәрҙәр, әсәйҙәр.

Ожмахтарҙы улар барыһы ла

Беҙҙең аяҡтарға түшәйҙәр.

Р.Түләк ҡәберендә...

Яҙмыш мине аямайса

Һынаймы һаман—

Ташҡа инде нисәнсе дуҫ

Исемен яҙам.

Ҡарайғанда яҡты донъям

Тарайған гүрҙәр.

Берәм-берәм үлеп бөттө

Толпарлы ирҙәр...

Әжәл туймай, һаман-һаман

Тығына ғына.

Юҡ, бирешмәм, минең йөрәк

Нығына ғына:

Теште ҡыҫып йәшәйһе бар

Дуҫтарым өсөн.

Ярты быуат йәшнәйһе бар—

Етер хәл-көсөм!

Байғош бесәнсе бәйете

Өйләнмәгән мосолман—

Исламға иң хас дошман.

(Хәҙистән)

Билбауырҙан үҫкән быйыл бесән—

Айыу дуҫым малдан һаҡлаған.

Ялан ситен, кәбән ҡоям тиһәм,

Күршеләрем әле сапмаған.

Ҡарурманда соҡоп саптым бесән—

Кәбәндәрҙе ҡойор ялан юҡ.

Елдән етеҙ матур тай үҫтерәм,

Менеп күбә тартыр балам юҡ.

Кәбән ҡоям тиһәм, дауыл сыға,

Тик әлегә хатта туҙан юҡ.

Һәр кем эҙләп таба йомош-юлға,

Миңә тигән саҡта туған юҡ.

Бынан-төгән ишегемде минең

Бер кем килеп, бер кем ҡаҡмаһын.

Дошмандарҙан һаҡланырмын үҙем—

Туғандарҙан Хоҙай һаҡлаһын.

Ҡәҙер белмәҫ туғандарҙы ҡурсып

Үтеп киткән ярты ғүмерем.

(Яңғыҙ башты юҡ-бар уйҙар борсой,

Гонаһ булһа, Хоҙай, бир түҙем!)

Парлы-парлы кәбәндәргә тиклем,

Ҡайҙа, Хоҙай, миңә яҙғаның?

Нихәл итәм инде (ҡырҡ йыл түҙҙем)

Йәшәр ғүмеремдең ҡалғанын...

...Күҙ йәше юҡ—аунап илар инем,

Яуһа яуһын әйҙә ямғыры.

Парҙар күрһәм, йөрәк һыҡтай минең—

Кәбәндәрҙе ҡоймам ахыры,

Эсем бошоуҙарҙан арыным...

* * *

Балта алып китәм урмандарға—

Ергә сүгеп, ҡайын, илама.

Йәнем әрней урман ҡырғандарға,

Ҡоро-һары өйәм санама.

Һәр тере йән миңә изге, нәфис,

Хаҡ Тәғәләм шулай ҡушҡанмы.

Һәр яҡшылыҡ, һәр матурлыҡ ғәзиз,

Күрә алмам ғәйбәт-дошманды.

Яҡшылыҡты күрһәм, телем менән

Маҡтар инем һәммә кешегә.

Яуызлыҡты күрһәм, ҡулым менән

Быуып ташлар инем мәкегә.

Йәнем-тәнем менән һөйһәм әгәр,

Илатырмын үбеп-ҡосаҡлап.

Йыр яҙырмын һиңә, таңға ҡәҙәр

Исемеңде әйтеп, һамаҡлап.

Сәскәләрҙе өҙөр өсөн түгел,

Сәсер өсөн менәм ҡаяға.

Үҙемдән һуң ерҙә тик изгелек

Ҡалдыраһым килә донъяға.

* * *

Күңел ҡошом—шиғриәтем,

Ислам—хаҡ динем.

Мәңге һөйөр мөхәббәтем

Булһасы минең!

Фанилыҡта тик ҡауышмаҫ

Зөһрә үә Таһир—

Мулла мулланы күралмай,

Шағирҙы— шағир...

Был донъяла ни бүлешмәй

Шағир йә мулла—

Еткән икән заман-ахыр,

Лә илаһи Алла!

Намаҙ ҡылам—мулла булмам,

Түгелмен шағир.

Салғы тотам, көрәк баҫам—

Уға мин маһир.

Дини рухым, шиғри хисем

Тик үҙем өсөн.

Булһын ғына мөхәббәтем,

Һин—һөйөнөсөм!

Дүрт юллыҡтар

Аҙғын тиеп мине уйлай күрһәң,

Яҙғанымды иҫлә ғүмергә—

Мин бит әле һиңә өйләнгәс тә

Оялырмын төҫлө үбергә.

* * *

Байымаҡҡа урман ҡырҡҡан—

Бөкөрө ҡалған.

Ас булмаҫҡа бесән сапҡан—

Һаулығын тапҡан!

* * *

Уйлай-уйлай минең баш ҡата—

Бында ниндәй серле ғәм ята:

Илап сыға ҡыҙҙар тормошҡа,

Йырлап китә ирҙәр һуғышҡа?..

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap