Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
28.03.2014
ИРӘНДЕКТЕҢ БЕР ГӘҮҺӘРЕ
Untitled document

Әсәйемдең ҡартәсәһе Ҡыҙбикә оҙон ғүмерле булған, ейәндәре уны шаяртып: «Ҡартәсәй, оҙаҡ йәшәү ялҡытманымы?»—тип һорайҙар икән. «Ҡайҙа ул, минең ғүмерем тупһанан түргә атлап үткәндәй генә булды»,—тип яуаплай йөҙйәшәр әбей.

Ысынлап та, ғүмер уҙғаны беленмәй, көндәлек донъя мәшәҡәттәре менән кеше ҡартлыҡ килгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Аллаһы Тәғәлә оҙон ғүмерҙе әҙәм балаһына һайлап ҡына бирәлер, быға лайыҡ булыу—оло мәртәбә. Һүҙем ошо көндәрҙә 90 йәшенә аяҡ баҫҡан Солтанова Гәүһәр апай тураһында.

Ул—күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнгән тыл һәм хеҙмәт ветераны, беҙҙең төбәктә киң билдәле Мәмбәтҡоловтар нәҫеленән сыҡҡан Темәс ҡыҙы. Ҡартатаһы Мәмбәтҡолов Миҙәтғәлиҙе «ҡыҙыл купец» тип йөрөткәндәр. Уның төрлө ерҙәрҙә магазиндары булған: Ҡарғалыла, Верхнеуральскиҙа, Темәстә. Йәштән хеҙмәт һөйгән, тырышлыҡ менән донъя көткән. Миҙәтғәли олатай төрлө һөнәргә эйә оҫта була: быйма баҫа, тире эшкәртә, итек тегә, ҡамыт-дуға, арба, сана яһай. Ҡатыны Мәхмүзә Сибай ауылынан Мотаевтар тоҡомонан. Ул да ҡул эшенә маһир булған: шәл бәйләй, кейем тегә, юрған һырый, балаҫ һуға.

Улар ете балаға ғүмер бирә, шуларҙың иң олоһо Мөжәүир исемле. Уға Темәстән Рәхмәтулла мулланың ҡыҙы Fәзизәне алып бирәләр. Был ғаиләлә дүрт бала үҫә. Өсөнсө улдары Бәҙретдин Мәмбәтҡолов—билдәле шәхес, Бөйөк Ватан һуғышы һәм мәғариф ветераны, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы.

Беренсе донъя һуғышында Мөжәүир һәләк була. Миҙәтғәли олатай 4 ейәнен етем итмәй, 30 йәшлек килене Fәзизәне ситкә ебәрмәй, уны 17 йәшлек улы Мөхәмәтшаға алып бирә. Уларҙың өс балаһы тыуа. Мөхәмәтша йәш булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләһен аҫрарға тырыша: урман эшендә эшләй, күмер яға, дегет ҡайната, шуны һатып кәсеп итә. Зирәк егет белем дә алырға тырыша. 1930 йылда Темәстә яңы ысул менән уҡытыу буйынса курстар асыла. Был курста Мәмбәтҡоловтар ғаиләһенән 5 кеше уҡып сыға һәм төрлө ауылдарға уҡытыусы итеп ебәрелә. Мөхәмәтша Миҙәтғәле улы тәжрибәле уҡытыусы булып таныла. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙана. 1942 йылда һуғышҡа алына. Шул йылдың ноябрендә Ленинград янында һәләк була.

Минең ҡулымда өскөл һалдат хаты. 1942 йылдың 26 майында Әлкәнән яҙылған. Гәүһәр апай уны атаһының иҫтәлеге итеп ҡәҙерләп һаҡлай. «Мин атайымдың баш балаһы, яңғыҙ ҡыҙы булдым,—тип һүҙ башланы Гәүһәр апай.—Атайым мине яратып, иркәләп үҫтерҙе. Шуғалырмы отҡор, үҙ һүҙле, бер аҙ еңмеш тә булып үҫтем. 14-15 йәшкә етәрәк егеттәр күҙ һала башланы,—тип көлә апай.—Тик мин яҡынлатмайым, үтә ғорур инем шул. Ул саҡта беҙ Әбейһаҙ руднигында йәшәй инек. Мин уҡытыусы ҡыҙы, белемлеләр иҫәбендә, ликбезда уҡытып йөрөйөм. Конторға яңы бухгалтер егет килгән тинеләр. Ул Манһыр ауылы Ҡолбулдин Мөхәмәтҡужаның улы Ибраһим икән, 19 йәштә. Мин уны бер күреүҙә оҡшаттым. Йыуаш, бик тыйнаҡ, итәғәтле ине. Ата-әсәһе дини кешеләр. Беҙ уның менән дуҫлашып йөрөнөк. Миңә 16 йәш тулғайны, мине һоратып яусы килде. 1940 йылдың Октябрь байрамында яңыса туй үткәрҙек. Иң бәхетле сағым ине минең. Алты айҙан иремде әрмегә алдылар. Ул саҡта минең өс айлыҡ балам буйымда ҡалды. Күп тә тормай һуғыш башланды. Тәүҙә иремдән хаттар килде, аҙаҡ хәбәрһеҙ юғалды, тинеләр. Инде 74 йыл үтте. Мин уны бер ҡасан да онотҡаным юҡ. Берҙән-бер мөхәббәтем ул минең. Беҙ һөйөшөп тә туя алманыҡ, үкенесле. Мөхәббәт берәү генә була»,—тип Гәүһәр апай һағышлы ҡарашын Ибраһимының фотоһына төбәне.

Яратҡан кешеһенә тоғролоҡ һаҡлап, Гәүһәр апай оҙаҡ йылдар ҡайны-ҡәйнәһен онотмай, хәлдәрен белеп, ярҙам итеп тора. Ҡәйнәһе уға ризалыҡ билгеһе итеп көмөш балдағын бүләк итә: «Ошо балдаҡ кеүек ялтырап йәшә»,—ти ул.

Гәүһәр апай һуғыш йылдарында ауыл халҡы менән бергә бар ауырлыҡтарҙы ла кисерә. Баҡыртауҙа шахтала ауыр эштә лә була. Шул саҡтарҙы хәтерләп һөйләп китә:

—Беҙҙе Сибайға хеҙмәт өмәһенә ебәрҙеләр. Баҡыр рудаһының таҙаһын һайлап өйөргә кәрәк ине. Ярышып эшләп, еңеүсе булдым. Ике метр ситса тауар, икенсе юлы ботинка менән бүләкләнеләр.

1945 йылдың йәйендә Ибраһимынан хат килеп төшә, әсирлектә булған, Польшала госпиталдә ята икән. Шунан башҡа бер хәбәр ҙә булмай.

—Төндәр буйы йоҡламай уны уйлап сыға инем. Әле лә ул миңә тере һымаҡ тойола. Fүмер буйы онотманым,—ти Гәүһәр апай, үҙенең сикәһенән күҙ йәштәре тәгәрәй.

1947-1950 йылдарҙа Гәүһәр апай Сибай баҡыр иретеү заводында эшләй. Алдынғы эшсе булып таныла. Һайлау ваҡытында әүҙем агитатор, рәйес ярҙамсыһы була. Хеҙмәт коллективында ла абруй ҡаҙана. Түбә руднигы шахтеры Хәмиҙулла Солтановҡа тормошҡа сыға. 1971 йылда Сибайға күсәләр. Пенсияға сыҡҡансы Хәмиҙулла ағай шахтала забойщик булып эшләй. 1995 йылда вафат була.

Әле Гәүһәр апайҙың ике ҡыҙы, өс ейәне, дүрт бүләһе бар. Үҙе һау-сәләмәт, теремек.

—Йәшәү дәрте ҡайҙан килә?—тип һорайым.

—Изгелекле булыуҙандыр, ҡылған изгелектәр кире ҡайта, мин ҡайным-ҡәйнәмдән һәм Мөжәүир хәҙрәттән оло фатиха алдым. Ул ҡайнымдың яҡын туғаны ине.

—Апай, тормоштоң йәмен ниҙә күрәһегеҙ?

—Һау-сәләмәт булыуҙа. Кеше менән аралашыу, туғандарың менән осрашып тороу ҡыуандыра. Мине ауылыма алып барып торалар, ҡунаҡҡа ла йыш йөрөйөм. Яңылыҡтар менән танышыу өсөн телевизор ҡарайым, гәзиттәр алдырам. Гәзиттәрҙе көтөп алам, лупа ярҙамында булһа ла бер һүҙен дә ҡалдырмай уҡып сығам. Тормош тураһында мәҡәләләр уҡырға яратам.

—Ныҡлы сәләмәтлеккә эйә, оҙон ғүмерле булыуҙың берәй сере бармы әллә?

—Сере юҡ уның. Ныҡ йонсоған саҡтарым да булды. Һуғыш, шахтала эшләү йылдары үҙен һиҙҙертә. Тын юлдары ауырта, йүтәл йонсота, аяҡтарым да һыҙлай. Миңә бысҡы онтағына күмелеп ятырға ҡушҡайнылар, өс тапҡыр яттым, шул килешеп китте, башҡаса ауырыманым. Теләгән ризығымды ашайым, ризыҡ үткән ваҡытта ашарға кәрәк, тип уйлайым. Беҙҙең быуын оҙаҡ йәшәй, бының хикмәте—хеҙмәттә. Хеҙмәт кешегә дәрт, көс бирә. Тағы ла йән тыныслығы кәрәк, йөрәкте һаҡлау мөһим, юҡ-барға көйөргә ярамай, барыһына ла риза булып ҡына йәшәргә кәрәк.

Гәүһәр апайҙың фатиры яҡты, таҙа. Үҙе һаман тегеү менән мауыға, энәһен дә үҙе һаплай. Туғыҙ тиҫтәне аша атлап үткән апай шулай тормошҡа ыңғай ҡараш, ышаныс менән алға атлай. Үҙен борсоған һорауҙарын да әйтеп һалды:

—Мине борсоған, уйландырған нәмәләр етерлек инде тормошта. Беҙ Шырҙы йылғаһында һыу инеп, балыҡ һөҙөп уйнап үҫтек. Йәйгеһен барғайным, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, һайыҡҡан, бысраған. Миңә эйәреп тәбиғәт тә ҡартаямы икән тип әсендем, күңелемә ауыр булды,—ти.

Гәүһәр апай телгә оҫта, сәсәнлеге лә бар икән. Дәфтәргә бәйеттәрен, шиғырҙарын яҙып ҡуйған.

Һикәлтәле тормош юлы үткән, күңелендә күпме хәтирәләр һаҡлаған, көслө рухлы, изге күңелле башҡорт ҡатыны. Ата-әсәһе ҡасандыр уны яратып, затлы ташҡа тиңләп Гәүһәр тип исем биргән. Аҫыл ағинәйгә бәхетле ҡартлыҡ, яҡты көндәр теләйек.

Рәсимә Айсыуаҡова.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap