Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
28.03.2014
ТЕАТР АКТЕРҘАР ҮҪТЕРЕҮҘӘН БАШЛАНА...
Untitled document

Башҡортостаныбыҙҙың Урал аръяғы райондары—халҡыбыҙҙың ижад ынйылары саф һәм таҙа килеш һаҡланған ғәжәйеп төбәктәрҙең береһе. Ул үҙенсәлекле шәхестәре—мәшһүр йырсылары, ҡурайсылары, бейеүселәре менән данлыҡлы. Бәрәкәтле ерҙә, бөртөкләп йыйылған алтындай, иҫ китмәле һәләтле йәштәр ҙә күп. Ошо таланттарға оло ҡыуаныс булып, бынан 17 йыл элек Сибай ҡалаһында сәнғәт колледжы асылғайны. Ул бөгөн ҙур сәхнәләргә, бөйөк сәнғәткә юл асыусы урта профессиональ махсус белем усағына әйләнде.

Бөгөнгө мәҡәләм колледжыбыҙҙың театр бүлеге хаҡында. Fөмүмән, театр сәнғәте—үҙе бер мөғжизәле донъя ул. Уны боронғо гректар «катарсис»—рухи таҙарыныу донъяһы, тип тә атаған. Фәлсәфәгә бирелмәйенсә генә, сәнғәт колледжының театр бүлегенең үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә туҡталғым килә.

Әлбиттә, һәр башланғыстың башында көслө шәхестәр тора. Театр бүлеген ойоштороуға килгәндә, беҙ колледжыбыҙға нигеҙ һалыусы йыр сәнғәте аҡһаҡалы Камил Вәлиев, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының художество етәксеһе, театр сәнғәте остазы Дамир Fәлимов, Сибай театр-концерт берекмәһе директоры, курстың художество етәксеһе Вәкил Йосопов, ошо уҡ берекмәнең режиссеры Сәлихйән Әфләтүновҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Театр бүлегенең беренсе сығарылыш студенттары тап ошо Сибай дәүләт башҡорт драма театрына тип әҙерләнде лә инде. Тәүге йылда конкурс бик ҙур булғас, ике төркөм йыйҙыҡ. Биш уҡыусыбыҙ—Динис Нурғәлин, Шәһит Мифтахетдинов, Ләйсән Рустанова, Рәсим Рахманғолов, Ринат Баймырҙиндар Щепкин исемендәге Мәскәү юғары театр училищеһына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инеп китте. Тағы ла ике ҡыҙыбыҙҙы—Ләйсән Мөрсәлимова менән Нәркәс Сыңғыҙованы Өфө сәнғәт академияһының театр факультетына имтиханһыҙ уҡырға алдылар. Улар өсөн бик шатлыҡлы хәл булһа ла, беҙгә, уҡытыусыларға, көс түгеп әҙерләгән уҡыусыларҙы «юғалтыу» бигүк ҡыуаныслы булманы, әлбиттә. Шулай итеп, бөртөкләп йыйған һәләтле йәштәрҙе юғары уҡыу йорттары «сүпләй» башланы.

Артабан тәжрибәле театр сәнғәте оҫтаһы, курстың художество етәксеһе Дамир Fәлимов ике төркөмдө берләштереп, бөтә ижади көсөн йәштәргә бағышланы. Диплом спектаклдәре Ә.Атнабайҙың «Әсә хөкөмө» һәм Н.Гоголдең «Өйләнеү» әҫәрҙәре булды. Уларҙы театрҙың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов эшләне. Сәхнә теле дәрестәрен Рәмилә Хоҙайғолова һәм ошо юлдарҙың авторы алып барҙы. Һәр имтиханға, үҙенең ғәзиз балаларындай күреп, Хәмзә ағай Ҡурсаев килә торғайны. Мең рәхмәттәр уға, йәне йәннәттә булһын! Бына шулай, күмәкләшеп, бер һүҙле булып эшләнек. Шөкөр, тәүге «ҡоймағыбыҙ» төйөрһөҙ булды. Уҡыусылар ҙа дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы. Биш студент колледжды «ҡыҙыл» диплом менән тамамланы. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы ваҡиға ине. Ошо уҡыусыларыбыҙ араһынан Юнир Мансуров, Ләйсән Рустанова, Айгөл Зәйнуллина, Римма Саникина бөгөн дә театрҙа уңышлы эшләп йөрөй.

Колледжды тамамлап, уҡыуҙарын юғары уҡыу йорттарында дауам итеүселәр ҙә бихисап. Ошо уҡ сығарылыштан Розалия Раҡаева менән Зәлифә Барлыбаевалар вуз тамамлап, БСТ-ла эшләп йөрөй, Айнур Туйсин, Зәлиә Мырҙабулатовалар район мәҙәниәт йорттарында үҙ урындарын тапты. Тәфсирләп телгә алған һәр бер уҡыусыбыҙҙың ижади яҙмышы беҙҙең өсөн мөһим. Уларҙың хеҙмәт юлдары уңышлы булһа, беҙҙең дә бурысыбыҙ үтәлгән булып сыға.

Дүрт йылға бер тапҡыр ғына йыйған уҡыусыларыбыҙҙың киләһе—икенсе төркөмө «Сулпан» балалар театры өсөн ине. Йылдан-йыл тәжрибә арта, ә уҡытыу процесындағы талаптар үҫә бара. Был төркөмдө төптән егелеп, курстың художество етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов алып барҙы. Диплом спектаклдәре Мольерҙың «Ирекһеҙҙән табип» һәм Туфан Миңнуллиндың «Шүрәле—йән киҫәгем» булды. Дәүләт имтихандарына халыҡ-ара театр сәнғәте донъяһында абруйлы урын яулаған мәшһүр актер, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты доценты Әхтәм Әбүшахманов килде. Дөрөҫөн әйткәндә, ныҡ талапсан булараҡ билдәле булған дәүләт комиссияһы рәйесенән «ҡурҡманыҡ». Сөнки сығарылыш уҡыусылары яҡшы «актер оҫталығы мәктәбе» үткәйне. Хатта ике уҡыусыбыҙҙы—Иҙел Аралбаев менән Динар Fөбәйҙуллинды Өфөнөң Башҡорт академтеатрына эшкә саҡырҙы.

Бөтә сығарылыш уҡыусыларын «Сулпан»ға эшкә ебәрҙек, әммә улар араһынан артабан уҡырға теләгәндәргә мөмкинселектәр бирелде. «Кинорежиссер» булам тип хыялланған Айнур Асҡаров—Санкт-Петербург ҡалаһына, йырсы ла, актер ҙа булғым килә тип, Иҙел Аралбаев Өфө сәнғәт академияһына юлланды. Динар Fөбәйҙуллин Сибай институтының музыка факультетына инде. Ҡыҙҙарыбыҙ Гүзәл Баййегетова—театр факультетын, Регина Ихсанова БДПУ-ны һайланы. Данис Искәнйәров, Юлдаш Юлдыбаев, Зәлиә Ҡашҡарова, Айгөл Хәйруллина—«Сулпан»да, Рита Нафиҡова Нефтекама филармонияһында эшләп йөрөй. Айгөл Фәйзуллина—Сибай дәүләт башҡорт драма театрына, Ильнара Fәббәсова Әбйәлил район мәҙәниәт йортона эшкә урынлашты.

Инде эш һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Быйыл республикабыҙҙың Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына беҙҙең Айнур Асҡаров лайыҡ булды. Ул төшөргән «Еңмеш» кинотаҫмаһы Каннала үткән халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнашып танылыу яуланы. Унан һуң да ҡырҡлап кинофестивалдәрҙә йөрөп, призлы урындар алды. Иң титуллы йәш башҡорт кинорежиссеры быйыл «Ҡырағай бал» тип аталған диплом эшен Өфөлә «Родина» кинотеатры залында күрһәтте. Хатта үҙенең уҡытыусыһы Вәкил Барый улын «Саҡ менән Суҡ» тигән кинофильмында төшөрөп тә ҡыуандырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, Сибай сәнғәт колледжы данын сит илдәргә лә танытты. Рәхмәт уға! Ә инде театр бүлегендә белем алып та, Өфө сәнғәт академияһына йыр буйынса уҡырға инеүсе Иҙел Аралбаевҡа тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтәһе килә. Бөгөн ул уҡып та, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләп тә йөрөй. Етмәһә, халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе лә.

Өсөнсө сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ҙа уңыштары менән ҡыуандырҙы. Туғыҙ уҡыусының бишәүһе Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына уҡырға инде. Уҡыу осоронда уҡыусыбыҙ Айбулат Fүмәров Башҡортостан Президенты стипендиаты булды һәм төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашты. Мәҫәлән, «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсы лауреты, профессиональ актерҙар менән бер рәттән «Һүҙ оҫтаһы» республика бәйгеһендә «Өмөт» номинацияһы еңеүсеһе булды. Азамат Әбүбәкиров республиканың «Таланттар гөлләмәһе» конкурсында «Нәфис һүҙ» номинацияһында иң юғары баһа—Гран-приға лайыҡ булды. Залина Сөләймәнова ла «Һүҙ оҫтаһы» республика бәйгеһендә лайыҡлы өсөнсө урын яуланы. Уңыштар, алҡыштар... Ни булһа ла булһын улар! Быйыл тағы ла театр бүлегенә уҡыусылар ҡабул итәсәкбеҙ. 9-сы класты тамамлағандар ҙа, юғары кластыҡылар ҙа үҙҙәренең киләсәген сәнғәт донъяһына бағышларға теләй икән, килһендәр, үҫһендәр! Сәнғәтте яратҡан кеше тормошто ла яратасаҡ!

К.С.Станиславскийҙың һүҙҙәренә өҫтәмә индереп, театр актерҙар үҫтереүҙән дә башлана тиһәм һис тә яңылыш булмаҫ!

Римма Йәрмөхәмәтова.

Һүрәттә: театр бүлеге уҡыусылары етәкселәре менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap