Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ИМАНДАРЫ ЮЛДАШ БУЛҺЫН...
Untitled document

Кешегә һәр нәмә үлсәп бирелгән: һулар һауа, эсәр һыу, ризыҡ, аҙым... Ошоларҙың берәүһе генә бөтһә лә әҙәм йәшәүҙән туҡтай, тиҙәр. 20 мартта Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан «Фольксваген Каравелла» микроавтобусына ултырып, Өфөгә юлланған ете кешенең дә көндәре бөткән булғандыр, тип әйтергә генә ҡала инде...

Белорет-Инйәр-Өфө трассаһының Архангел районы биләмәһендә пассажирҙар тейәгән машина ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм «Мерседес» йөк машинаһына бәрелә. Салондағы ете кеше шунда уҡ йән бирә, 1985 йылғы водитель ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Әлеге көндә уның хәле уртаса тип баһалана. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, водителдең пассажир ташыуҙы ойоштороу өсөн рөхсәте булмаған. Автомобиль күп кешене йөрөтөүгә тәғәйенләнмәгән, ул еңел машина категорияһына ҡарай. Ҡала-ара пассажирҙарҙы ташыусылар исемлегендә лә юҡ. Әлеге ваҡытта авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара, техник экспертиза үткәрелә. Тәфтиш эше барған саҡта ниндәйҙер һығымта яһау иртәрәк. Шуныһы билдәле: ҡаза юл шарттары арҡаһында булмаған.

Юл хәрәкәте фажиғәһе ҡорбандарының исемлеге түбәндәгесә: Зөмәрә Йәһүҙина, (1950 йылғы), Лилиә Йосопова (1966 йылғы), Юлиә Ишморатова (1975 йылғы), Альбина Ишмаева (1986 йылғы), Азат Ишмаев (1983 йылғы), Анна Польшина (1983 йылғы), Светлана Алексеева (1993 йылғы). Ҡатындарҙың береһе ҡыҙының туйына китеп барған. Баймаҡтан Анна Польшинаның кескәй ике балаһы етем ҡалған. Йәш ғаилә пары—Альбина һәм Азат Ишмаевтар ҙа баш ҡалаға ҡайтып барған. Һәләк булыусыларҙың алтауһы Баймаҡ кешеләре булһа, улар араһындағы иң йәш пассажир Светлана Алексеева—Сибай ҡыҙы. Светлананы үткән шәмбелә ерләнеләр. Ауыр фажиғә айҡанлы Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ике көнлөк матәм иғлан ителде.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов юл фажиғәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләре, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

«Атайсал» гәзите рекдакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә яҡындарын, туғандарын юғалтҡандарҙың ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ һәм түҙемлек теләй.

Гөлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap