Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
«МАҠСАТЫБЫҘ―ЭШСЕ КѲСТӘР ӘҘЕРЛӘҮ»
Untitled document

 

Сибай ҡалаһының 24-се һѳнәрселек лицейы Урал аръяғында эшсе кѳстәр әҙерләүсе тѳп уҡыу йорттарының береһе һанала. Биш тиҫтә йылдан ашыу бында ташсы, иретеп йәбештереүсе, тегенсе, штукатур-биҙәүселәр әҙерләнә. Әйтергә кәрәк, заман менән бергә атлаған уҡыу йортонда һуңғы йылдарҙа алға китеш күҙәтелә: яңы һѳнәрҙәр асыла, матди-техник база яңыртыла... Уҡыу йорто тормошо хаҡында тулыраҡ белеү маҡсатында лицей директоры Ғайса Әхмәҙулла улы Хәсәновҡа мѳрәжәғәт иттек.

―24-се һѳнәрселек лицейы―бай тарихлы уҡыу йорто. Тѳбәгебеҙ ѳсѳн иҫәпһеҙ-һанһыҙ эшсе кѳстәр әҙерләп сығарған. Хәҙерге ваҡытта ла лицейҙың ихтыяжы ҙур. Тѳбәк йәштәре башлыса ниндәй һѳнәрҙәргә мѳрәжәғәт итә?

—Ысынлап та, ошо йылдар эсендә уҡыу йорто 45 меңдән ашыу эшсе кадрҙар әҙерләп сығарҙы. Ә бѳгѳн белем алыусылар һаны йылына уртаса 1500 тәшкил итә. Лицей хаҡлы рәүештә ҡала тѳҙѳлѳшѳнә тос ѳлѳш индергән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тѳҙѳүселәре В. Березина, А. Солтанова, А.Мироненко, М.Рәсүлевтәр менән ғорурлана ала. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең һѳнәрҙәр хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Йәштәр үҙен һәм ғаиләһен тәьмин итә алырлыҡ килемле һѳнәр һайлауҙы хуп күрә. Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, юғары белемгә эйә булыусылар ҙа, эш таба алмай, ҡабаттан иретеп йәбештереүсе, электрик, ташсы һәм башҡа һѳнәрҙәргә уҡырға мәжбүр. Беҙҙең уҡыу йорто тѳҙѳлѳш, йәмәғәт туҡланыуы, еңел сәнәғәт һәм кѳнкүреш хеҙмәтләндереүе буйынса эшселәр әҙерләй. Белеүебеҙсә, был ѳлкәлә эшсе кѳстәр һәр ваҡыт кәрәк. Әйткәндәй, алдағы йылдарҙа таусылар әҙерләүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылынан «Тау ҡорамалдарын йүнәтеү буйынса электрик» һѳнәрен асырға иҫәп тотабыҙ.

—Белем алыу—бер, ә уны практик йәһәттән ҡуллана белеү—икенсе эш. Ошо юҫыҡта хәлдәр нисегерәк тора?

—Беҙҙә производство практикаһына етди иғтибар бирелә. Мәҫәлән, 2011 йылда уҡыусылар Урал аръяғы тѳбәгендә, Силәбе ѳлкәһендә, атап әйткәндә «Строймеханизация», «Горстрой», «РМЗ», «УГОК», «Ремстройцентр», «Башсантехмонтаж», «Сибай элеваторы» кеүек ҙур йәмғиәттәрҙә, ҡаланың мебель цехтарында, автосервистарҙа практика үтте. 41 уҡыусы ремонт эштәрен башҡарыу ѳсѳн лицейҙың тѳҙѳлѳш отрядына йәлеп ителде. 19-сы тѳркѳм уҡыусылары Яр Саллыла «КамАЗ» заводында практика үтеп ҡайтты.

—Белем биреү сифатына, тәрбиәүи эштәргә тейешле иғтибар биреләме?

—Белем сифаты даими иғтибар үҙәгендә. Тиҙлек заманы барыһына ла ѳлгѳрѳүҙе талап итә. Бынан ике йыл элек, лицейға директор булып килгәс, уҡытыусыларға мотлаҡ рәүештә заман технология- ларын ѳйрәнергә ҡуштым. Хатта үҙебеҙҙең программистар ярҙамында уҡыуҙар ойошторҙоҡ. Сѳнки хәҙерге заман уҡытыусыһы компьютер мѳмкинлектәрен ҡуллана белергә тейеш.

Ошо кѳндәрҙә уҡытыусылар аттестация үтә. Йәғни, махсус комиссия ентекле әңгәмә уҙғара, белемдәрен тикшерә.

Һуңғы йылдарҙа тәрбиә эшенә ныҡлап тотондоҡ. Күрһәткестәр-ҙең яҡшыра барыуы ла ошо хаҡта һѳйләй. Сәләмәт йәшәү рәүешен, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен тѳшѳндѳрѳү маҡсатында ҡаланың тѳрлѳ ойошмалары менән эштәрҙе яйға һалдыҡ. Ата-әсәләр менән дә яҡшы бәйләнеш булдырылған. Уҡыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү ҙә тейешле кимәлдә. Мәҫәлән, уҙған йыл ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға 273 мең һум аҡса бүленде.

—Белеүебеҙсә, һеҙҙең лицейҙа ѳҫтәмә һѳнәрҙәр биреүсе «Перспектива» уҡыу үҙәге уңышлы эшләп килә. Шул уҡ ваҡытта тѳрлѳ хеҙмәтләндереү һәм етештереү цехтары ла асып ебәргән-һегеҙ...

—Эйе, бѳгѳн күптәр ѳҫтәмә һѳнәрҙәргә мохтаж. Беҙ түләүле нигеҙҙә «В» категорияһына водителдәр, парикмахер, тегенсе, ашнаҡсы, кассир, ташсы, һатыусы, ЭВМ операторы кеүек 20-гә яҡын һѳнәр буйынса уҡытабыҙ. Шул уҡ ваҡытта юл-тѳҙѳлѳш машиналарын йүнәтеүсе слесарҙар, тракторсы-машинист, быраулау ҡорамалдары, автогрейдер, экскаватор, ер аҫты машиналары машинистары әҙерләү ѳсѳн лицензиялар юллау ѳҫтѳндәбеҙ. Һандарға килгәндә, уҙған йылда 826 кеше, шул иҫәптән Урал аръяғы райондарының халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренән 132 кешегә ѳҫтәмә белем биреүгә ѳлгәштек. Бѳгѳн иһә 510 кеше ѳҫтәмә һѳнәр нескәлектәренә тѳшѳнә.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 50-се һанында уҡығыҙ.

Данил Әбделғазин әңгәмәләште.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap