Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
04.04.2014
ШӨКӨР ҠЫЛА ҺӘР БЕР КӨНӨНӘ...
Untitled document

Был мөләйем ҡыҙ менән мин Сибай гимназия-интернатында уҡыған саҡта танышҡайным. Ихласлығы, тыныс холҡо, иманлылығы менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә ине. Бер ваҡытта ла уның кәйефһеҙ йөрөгәнен иҫләмәйем, йөҙөнән йылмайыу китмәне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаға бергә әҙерләнгәндә лә, берәй сәфәргә сығыр алдынан да теленән доғалар төшмәне. Шуға күрә уның дин юлына баҫып, «яулыҡ ябыныуына» бер ҙә аптыраманым, был ҡыҙға ҡарата һоҡланыуым артты ғына. Һеҙҙең иғтибарығыҙға БДУ-ның филология факультетының инглиз теле бүлегендә уҡып йөрөүсе, Америкала булып ҡайтҡан башҡорт ҡыҙы Гөлдәниә исемле һылыу менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

—Үҙең менән таныштырып үт әле...

—Мин Һағынбаева Гөлдәниә булам. Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуғанмын. Fаиләлә ике балабыҙ. Ҡустым Иҙел Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөй. Аллаға шөкөр, янымда минең өсөн өҙөлөп торған атай-әсәйем, яратҡан ҡустым, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер булған туғандарым һәм ышаныслы дуҫтарым бар.

—Исемең бик матур һәм үҙенсәлекле.

—Фарсы теленән «гөл менән биҙәлгән, гөллө» тигән мәғәнәне аңлата. Бала саҡта ул иң һирәк исемдәрҙән һанала ине, хәҙер бик популяр исем тип әйтергә була. Ә бына Америкала исемемде әйтә алманылар йә дөрөҫ әйтмәйҙәр, шуның өсөн Даниэлла тип йөрөттөләр (көлә). Үҙемә исемем, әлбиттә, бик оҡшай.

—Дингә килеүең нисегерәк булды?

—Шөкөр, бала саҡтан минең янымда тик изге кешеләр булды. Атайым менән әсәйем беҙҙе бер ҡасан да урлашмаҫҡа, кешене рәнйетмәҫкә өйрәтте, һәр тере йән эйәһенә мәрхәмәтле булырға, һәр кешегә ярҙам итергә өндәне. Бала саҡта турғай балаһы ояһынан ҡолап төшһә, шуны кире ояһына мендереп, гөр килә инек. Урам буйында берәй бәрәс аҙашып йөрөһә, эт ашап ҡуймаһын тип, кисен һарайға ҡыуып индерәбеҙ, һарыҡ йә быҙау эҙләргә барһаң, күрше-күләндең дә малдарын ауылға бергә алып ҡайтабыҙ. Кеше белмәһә лә, күрмәһә лә, Аллаһы Тәғәлә күреп тора, тип өйрәтә ине атай һәм әсәй. Ҡустым менән ярышып доғалар ятлай торғайныҡ. Өләсәйгә ҡунаҡҡа барһам, оҙон-оҙаҡ итеп иман тураһында һөйләшер инек.

Хәҙерге ваҡытта Исламды терроризм, фанатизм, экстремизм кеүек күренештәр менән бәйләүселәр күбәйҙе. Исламды дөрөҫ аңламаусылар, уны тик насар яҡтан һүрәтләүселәр күп. Нимәлер әйтер алдынан Ҡөрьәнде уҡып сыҡһындар ине.

Һәр нәмәлә сама кәрәк, хатта диндә лә. Кемдер фанат булып китә, дингә баҫтым тип, туғандарын онота, әхирәт өсөн йәшәй башлай, яҡындарын көсләп намаҙға баҫтыра һәм башҡалар. Улай дөрөҫ түгел. Һәр кем үҙ мәлендә иманға килә: кемдер йәштән, кемдер олоғайған көнөндә. Иман—ул нур, тормош мәғәнәһен, дөрөҫ юлды күрһәтә. Кешенең маңлай күҙен генә түгел, күңел күҙен дә аса. Ә үҙен мосолман итеп һанап, кешеләрҙе ҡурҡытып, үлтереп, алдап йөрөгән кешеләр, минеңсә, мосолман түгел. Исламда бер кешене үлтереү бар донъялағы кешеләрҙе үлтереү менән тиң. Төрлө тармаҡтарға бүленеүселәр, ялған белем таратыусылар күбәйҙе. Ысын мосолмандар йәмғиәткә тик файҙа килтереүселәр һәм бар яҡтан да өлгө булырға тейеш.

—Һине нимәләр борсой?

—Хәҙерге ваҡытта шул күҙәтелә: кеше бер-береһенән көнләшә, ярышып байлыҡ артынан ҡыуа, хөрмәт тигән нәмә юҡ, кем бай шуның һүҙе генә һүҙ. Был нимәгә кәрәк ул? Бәхет шундамы икән? Көнләшеү, байлыҡ артынан ҡыуыу менән үҙебеҙҙе-үҙебеҙ язалайбыҙ.

Эскелек һәм тәмәке тартыу, аборт яһатыу, тәбиғәтте һаҡлау, етемдәрҙең һанын кәметеү буйынса ниндәйҙер саралар уйлап тапһындар ине. Нисәмә йылдар шуның менән көрәшәләр, ә һөҙөмтә юҡ. Бар һәләкәттән иман, кешелеклелек, Аллаһы Тәғәләгә ышаныу ғына ҡотҡара.

—Яңыраҡ Америкаға сәйәхәт ҡылдың. Ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттың?

—Хыялдар тормошҡа аша икән, Аллаға шөкөр! Америкаға сәйәхәтем—үҙенә күрә бер һынау, тормош мәктәбе булды. Был сәйәхәт миңә ҡанаттар ҡуйҙы, донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Тәьҫораттарым, әлбиттә, күп, сөнки мин дүрт айҙан ашыу шунда йәшәнем. Ата-әсәйемдең ебәргеләре килмәне инде. Ә минең теләгем көслө булды һәм үҙ-үҙемә ышандым. Аллаһы Тәғәләгә тәүәккәллек ҡылдым да юлландым. Беҙ—дүрт башҡорт ҡыҙы Америкала осраштыҡ! Бергә йәшәп, был илдең төрлө мөйөштәрендә булдыҡ.

Америка еренә аяҡ баҫҡас та, халыҡтың аралашыу мәҙәниәте, һәр кемгә үҙ туғанылай мөнәсәбәте аптыратты. Аэропортҡа килеп төшкәс тә, төнгө уттары менән балҡып ултырған Нью-Йорк, Азатлыҡ статуяһы, «Кинг-Конг» киноһындағы Кинг-Конг ҡолап төшкән Эмпайр Стэйт Билдинг, Бруклин күпере, телевизор аша ғына таныш булған донъя ҡаршы алды! Унда ниндәй генә халыҡ йәшәмәй: һиндтар, африкандар, мексикандар, испандар, итальяндар, француздар һәм башҡалар. Иң мөһиме: улар бер-береһенә шундай ҙур хөрмәт менән ҡарай. Күбеһе инглиз телендә һөйләшә.

Тәүге көндәрҙә беҙгә, әлбиттә, ауырыраҡ булды, сөнки мәҙәниәт, аш-һыу, телде үҙләштереү, сәғәт үҙгәреүе ныҡ тәьҫир итте. Америка халҡы туристарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тора, юл уртаһында аптырап торһаң, ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәһәң дә, үҙҙәре янға килеп, бөтәһен дә яҡшы итеп аңлата.

Бәләкәй генә балалар ҙа яңылыш ҡағылһа йә төкөһә, шунда уҡ ғәфү үтенә. Америка халҡы аралашыуға бик әүәҫ, асыҡ күңелле. Бер нисә минут эсендә ул бөтә ғаиләһе тураһында һөйләп ташлай, ғаилә фотоларын күрһәтә, хатта өйөнә ҡунаҡҡа саҡыра.

Иң ҡыҙығы—Америкала модаға эйәреү, яраҡлашыу юҡ, кем нисек теләй, шулай кейенә. Ҡыҙҙар күлдәк менән кроссовка кейеп тә йөрөй. Беҙҙәге кеүек төрлө сумкалар урынына рюкзакка өҫтөнлөк бирәләр. Берәү ҙә һине тикшермәй, урам буйында сэндвич, хот-дог ашап китеп барһаң да, берәү ҙә аптырамай.

—Тағы ла ниндәй илдәргә сәйәхәт ҡылыр инең?

—Сәйәхәт итергә теләгем ҙур. Америкала бик күп дуҫтар таптым. Төркиә, Ямайка, Һиндостан, Македония, Италия, Германия, Австралия, Ҡытай кеүек илдәрҙән килгән студенттар беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Әлеге ваҡытта минең өсөн иң мөһиме—белемде камиллаштырыу. Алла бирһә, тырышып уҡырға, яҡындарыма ярҙам итергә, хәйерле эштәр ҡылып, тыуған башҡорт илем хаҡында сит ил халыҡтарына еткерергә теләйем, мәҫәлән, американдар башҡорттар тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт белмәй.

—Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙең.

—Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәмәйек. Сит илдәргә сәйәхәт ҡылайыҡ. Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ, дуҫтар! Юҡҡа ғына «Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер», тип әйтмәйҙәр бит. Ҡурҡмағыҙ, маҡсатығыҙ ныҡлы булһын! Хыялдар менән йәшәйек, сөнки хыялдар тормошҡа аша! Күңелдәребеҙ иманлы, ниәттәребеҙ изге булһын!

БДУ-ның Сибай институты студенты Гөлфирә Исхакова әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap