Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КҮПТӘРГӘ ҠАНАТ ҠУЙЫУСЫ БЕЛЕМ УСАҒЫ
Untitled document

 

1963 йылдың 15 июнендә РСФСР Мәғариф министрлығының бойороғо менән Сибай педагогия училищеһы үҙенең тәүге студенттарын ҡабул итеү хоҡуғы ала, ә 1994 йылдан колледж статусына эйә була. Киләһе йылда бай тарихҡа эйә уҡыу йорто үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Ярты быуатлыҡ ғүмер эсендә был уҡыу йорто юғары күрһәткестәргә һәм ҡаҙаныштарға ѳлгәшә. Был йәһәттән ул тѳрлѳ йылдарҙа етәкселек иткән директорҙары Б.М.Мәмбәтҡолов (1963-1972), Х.Х.Хәмитов (1972-1998) һәм Т.М.Ваһаповтарға (1998-2003) рәхмәтле. 2003 йылдың апреленән Сибай педагогия колледжы директоры вазифаһын педагогия фәндәре кандидаты Зәйтүнә Рәхмәт ҡыҙы Йәнбәкова башҡара. Ул—киң эрудициялы, ойоштороу һәләтенә эйә, заман менән бергә атлаусы етәксе.

Урал аръяғы тѳбәгендәге уҡыу йорттары араһында Сибай педагогия колледжының үҙ йѳҙѳ, тотҡан урыны бар. Уҡыу йортонда белгестәр әҙерләү 7 йүнәлештә алып барыла. Улар заман талаптарына ярашлы үҙгәрә. Киң профилле белем усағы булараҡ бында башланғыс класс, сит телдәр, музыка, информатика һәм технология уҡытыусылары әҙерләнә. 2009 йылдан «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү» бүлеге үҙ ишектәрен ҡабаттан асһа, 2011 йылдан «Ғәмәли информатика» тигән яңы бүлектә техник-программист һѳнәренә эйә булалар. Заман техникаһы үҫешкән, мәктәптәрҙе компьютерлаштырыу кѳсәйгән осорҙа компьютер белгестәренә талап ҙур. Бынан тыш, студенттар ѳҫтәлмә рәүештә туҡыманы художестволы эшкәртеү технологияһы, компьютер графикаһы, декоратив-һынлы сәнғәт, рәсем, тегеү, физик культура буйынса һабаҡ үҙләштереү мѳмкинлегенә эйә. Уҡыу йортон тамамлаған егет һәм ҡыҙҙар һѳнәре буйынса эшләп, тәжрибә туплай, бер юлы белемдәрен юғары уҡыу йорттарында камиллаштырырға ла ѳлгѳрә.

Колледж коллективы ижади эшләү менән бергә, студенттар тәрбиәләүҙә йылдан-йыл яңы инновацион технологиялар ҡулланып, алдынғы педагогик тәжрибә туплап, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, юғары уңыштарға ѳлгәшә. Студенттар тѳрлѳ олимпиада һәм конкурстарҙа еңеүҙәр яулар тора: республика кимәлендә колледждар араһында I спорт фестивалендә—1-се, Рәсәй халыҡтары һәм сит телдәрҙә «Урал батыр» эпосын яттан һѳй-ләү республика конкурсында—3-сѳ, педагогия һәм психология фәндәре буйынса педагогия колледжы студенттары араһында—3-сѳ, «Позитив» командаһы ике йыл рәттән Халыҡ-ара Интернет-олимпиадала—1-се, «Студенттар осрашыуы—дуҫлыҡ юлы» һәм «Студенттар осрашыуы—татыу ғаилә традициялары» республика фестивалдәрендә Гран-приға лайыҡ булды. Был коллективта үҙ эшенә ижади, яуаплы ҡараған уҡытыусылар эшләүе хаҡында һѳйләй. Һуңғы йылдарҙа респуб лика кимәлендә уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы-2006» конкурсында Г.Ш.Баянова—Гран-при эйәһе булһа, Г.М.Шәкирова урта махсус уҡыу йорттары араһында үткәрелгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2008» бәйгеһендә призлы урын яуланы. Е.В.Батанина «Иң яҡшы уҡытыусы-2011», М.Карманова «Иң яҡшы уҡытыусы-2012» тѳбәк-ара республика конкурстарында еңеүсе булды.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 50-се һанында уҡығыҙ.

Альбина Ҡоҙашева әҙерләне.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap