Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ЖУРНАЛИСТ МЕНӘН ОСРАШТЫҠ
Untitled document

Яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Нияз Алсынбаев ошо көндәрҙә тыуған яҡтарында булып китте.

Нияз Зәбихулла улы сығышы менән Баймаҡ районының Йомаш ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын үҙ районында уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ үҙен журналистика өлкәһендә һынап ҡарай һәм тиҙҙән инициативалы, һүҙгә маһир Н.З.Алсынбаевты Башҡортостан радиоһының көньяҡ-көнсығыш төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп ҡуялар. 2004 йылдан «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналында, бөгөн инде Башҡортостан радиоһында эшләй.

Сәфәре мәлендә Нияз Зәбихулла улы Сибай институты студенттары менән дә осрашты. Сараны матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнова ойоштороп, алып барҙы.

Осрашыуҙа Нияз Алсынбаевтың «Серле мосафир» мажаралы повесы буйынса йәнле һөйләшеү ойошторолдо. Яҙыусы үҙенең серҙәрен асып, бар һорауҙарға ла яуап бирҙе. «Серле мосафир»—Зәки Вәлидиҙең 60-сы йылдарҙа йәшерен генә СССР-ға ҡайтып китеүе тураһындағы фаразға таянып яҙылған әҫәр. Повеста «бөйөк башҡорттоң» үҙ иленә ҡылған ғәжәйеп сәйәхәте бәйән ителә.

Һөйләшеүҙә тәҡдим-кәңәштәр ҙә яңғыраны, мәҫәлән, башҡорт филологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Рәзилә Иҙрис ҡыҙы Шахмөхәмәтова Йомаш ауылының арҙаҡлы шәхесе Сәйфулла Иҫәновтың яҡты иҫтәлегенә арналған тарихи әҫәр яҙырға тәҡдим итте.

Нияз Алсынбаев осрашыуҙы музыкаль яҡтан да биҙәне. Уның башҡарыуындағы йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде.

Журналист фильмдар төшөрөү менән дә шөғөлләнә, һәм аудитория иғтибарына «Алпамыша» тигән ҡыҫҡа метражлы фильмын тәҡдим итте. Фильмдан һуң да дәррәү фекер алышыу булды.

Ошондай осрашыуҙар күңелдә яҡты иҫтәлек булып ҡала, беҙҙең белем даирәбеҙҙе киңәйтә. Нияз Зәбихулла улына һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Рүзилә Вәхитова,

БДУ-ның Сибай институты студенты.

Һүрәттә: осрашыуҙан күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap