Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ТЫРЫШҠАНДАР ЙҮНЕН ТАБА
Untitled document

Гүзәл ЯЙЫҠБАЕВА

Йылдағы традиция буйынса БДУ-ның Сибай институты филиалында килешеү нигеҙендә белем алған иң тырыш һәм алдынғы студенттарҙы бюджет төркөмдәренә күсереү буйынса ултырыш уҙҙы.

Ултырышта коллегия ағзалары тарафынан бер тауыштан төрлө курс һәм факультетта түләп уҡыусы 13 ҡыҙ һәм егет бюджет нигеҙендә уҡыуға күсерелде. Уларҙың 8-е—иҡтисад, 2-әүһе—педагогика факультетынан, филология, юридик, тәбиғи математика факультеттарынан берәр студент булды. Шулай итеп, бөгөнгө көндән 13 тырыш һәм әүҙем студент түләмәйенсә уҡый һәм башҡа студенттар менән бер рәттән стипендия ала башлаясаҡ.

—Беҙ йылына ике тапҡыр комиссия йыйып, килешеү нигеҙендә уҡыған студенттарҙың ғаризаларын ҡарайбыҙ. Унда иң беренсе талаптарҙың береһе булып студенттың үҙ тырышлығы тора. Уларҙың институт тормошондағы әүҙемлеге, семестр һөҙөмтәһе лә күҙ уңында тотола. Шулай уҡ ғаилә хәленә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Әлбиттә, тырыш студенттар күп, хатта бер генә түгел, ә ике дипломды бер юлы алып сығыусылар ҙа йылдан-йыл күбәйә. Тырышҡандар йүнен таба, баҙар иҡтисады ла үҙ талаптарын ҡуйып, студенттарҙы тағы ла алға этәрә,—тине институт директоры Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов һәм студенттарға уңыштар, тағы ла әүҙемерәк булыуҙарын, тырышып уҡыуҙарын теләне.

«Бюджет нигеҙенә күсеүегеҙгә шатһығыҙмы, ул һеҙгә яңы талаптар ҡуямы?»—тигән һорау бирҙем студенттарға.

—Мин Хәйбулла районынан, иҡтисад факультетының менеджмент бүлегендә белем алам. Fилми-ғәмәли конференцияларҙа гел генә ҡатнашам һәм, әлбиттә, тағы ла әүҙемерәк булып, тырышып уҡыясаҡмын,—тип тәьҫораттары менән бүлеште Вәсилә Мәҡсүтова.

—Ә мин беренсе курста насар ғына уҡый инем, өлкән курстыҡыларҙан һәм дуҫтарымдан түләмәй уҡыуға күсеп булыуын ишеттем, был миңә этәргес көс булды, тырышып уҡый, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша башланым, күреүегеҙсә, һөҙөмтә бар,—тине педагогика факультеты студенты Булат Сыңғыҙов.

Студенттар шатлыҡтарын йәшермәне, барыһы ла ихлас күңел менән уҡыу йорто етәкселегенә рәхмәттәрен әйтеп, ышанысты аҡлаясаҡтарын белдерҙе.

Һүрәттә: бюджет төркөмөнә күсеүсе бәхетле студенттар институт директоры З.F.Йәрмөхәмәтов менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap