Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
04.04.2014
ҮҘ БЕЛЕМЕНӘ ТАЯНҒАНДАР ТОТОЛМАҪ ТА, ОТОЛМАҪ ТА
Untitled document

Республикабыҙҙа Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыусылар хаҡында белешмәләр тупланған федераль мәғлүмәт системаһы булдырылды. Сибай ҡалаһында быйыл 439 кеше һынау тотасаҡ, шуларҙың 416-һы мәктәптәрҙең сығарылыш класс уҡыусылары булһа, икәүһе былтыр өлгөргәнлек аттестаты алмаусылар, ҡалғандары уҙған йылдарҙа өлгәшмәүселәр. Мотлаҡ предметтар—математика һәм рус теле, бынан тыш уҡыусылар үҙ теләге буйынса һайлаған фәндәрҙән имтихан тапшыра. Йылдағыса йәмғиәтте өйрәнеү фәненә быйыл да күптәр өҫтөнлөк биргән: был предметтан 188 уҡыусы имтихан бирәсәк. Икенсе урында физика фәне тора, химиянан—116, биологиянан—102, тарихтан—82, информатиканан—40, әҙәбиәттән—38, инглиз теленән—34, географиянан—12, немец теленән 4 кеше БДИ тапшырасаҡ.

Ҡалала 12-се мәктәп һәм 9-сы лицей базаһында дәүләт имтихандары тапшырыу пункттары булдырылған. 9-сы класты тамамлаусылар дәүләт аттестацияһын 8-се мәктәп һәм гимназия бинаһында үтәсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар 1-се мәктәптә һынау тотасаҡ.

Имтихандар барышын 15 йәмәғәт тикшереүсеһе күҙәтәсәк. Мөһим саралар уҙасаҡ биналар видеокүҙәтеү техникаһы менән йыһазландырылған, һынауҙар ваҡытында улар онлайн режимында эшләйәсәк. Шулай уҡ уларға металл эҙләүсе ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Видеокүҙәтеү яҙмалары өс йыл һаҡлана. Әгәр ошо ваҡыт эсендә имтихандар тапшырыу барышында тайпылыштар булыуы билдәле булһа, һөҙөмтәләр юҡҡа сығарыла, уҡыусы студент булып киткән хәлдә лә, уҡыуынан ҡыуыла.

Берҙәм дәүләт имтихандарына үҙең менән кеҫә телефоны, планшет компьютеры һәм башҡа элемтә саралары индереү тыйыла. Уҡыусылар эшләгән боҙоҡлоҡтар уҡытыусылар өсөн дә хәүефле.

Интернет селтәрендә БДИ-ның 130 мең варианты ҡуйылған. Уҡыусылар буш ваҡытында мәсьәләләрҙе һәм күнегеүҙәрҙе эҙмә-эҙлекле сисеп ҡарай ала.

—Имтихандар ваҡытында тыйылған саралар ҡулланып тотолғандар йәки уларҙы Интернетҡа һалып хур булған осраҡтар бар. 2012 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда ҡалабыҙҙа ошондай күңелһеҙ хәл булды,—ти Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәнов.—Ата-әсәләр балаларына киләсәккә пландарын селпәрәмә килтереүсе аҙымға барып балдар туплауға ҡарағанда, үҙ белеменә таянып, һынау тотоу хәйерле булыуын баштарына һеңдерһә ине.

Имтихандар тапшырыуҙың төп ағымы 26 майҙа башланасаҡ, беренсе дисциплиналар—география һәм әҙәбиәт. Имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырыу 21 апрелдә старт ала.

Рәсүл Мансуров.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap