Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
КӘКҮК ӘБЕЙ
Untitled document


ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ

(хикәйә)

Ауыл осондағы яртылаш ергә һеңгән тәпәш өйҙә яңғыҙ әбей көн итә. Исеме Фатима булған, тиҙәр, хәҙер «Кәкүк әбей» ти ҙә ҡуялар. Әллә йәшләй генә ирҙән ҡалып, яңғыҙ ғүмер иткәнгәме, әллә бала-сағаһы булмағанғамы—шайтан белһен. Кәкүк булғас, кәкүк инде. Олоһо ла, кесеһе лә шулай өндәшкәс, инәйебеҙ ҙә үпкәләмәй.

Кәкүк әбей мал, ҡош-ҡорт аҫрамай. Хәйер, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалаған яңғыҙ кешенең ҡулынан килер эшме. Хоҙай биргәненә шөкөр итеп көн күрә шунда. Ә Хоҙай Тәғәләнең ҡыйырһытҡаны юҡ уны, көндәлеген ауылдаштары ҡулы менән килтереп биреп тора.

Инәйебеҙ ҡош-ҡорт көтмәй тиһәм дә, бигүк дөрөҫ булмаҫ. Көтә ул… Уның… һайыҫҡаны бар. Таң һарыһынан кискә тиклем һайыҫҡан Кәкүктең ярым-яртылаш ығышҡан баһыуы буйында тибенә. Әбей ҙә тәһәрәткә сыҡҡан һайын итәгенә бөрөп ҡаты-ҡото алып сыға ла тегенең тибененә илтә.

—Һәй, мәхлүк, килдеңме?—ти ул тешһеҙ ауыҙын саҡ-саҡ ҡыймылдатып.—Бөгөн иртән олағып ҡайҙа йөрөнөң, һуңлағасһың, өлөшөңдө күршенең Аҡҡолағы һыпырҙы.

Тегеһе лә өлөшөн ваҡытында ҡайтарып бирә. Кәкүккә ҡунаҡ килерен алдан хәбәр итә. Сарға ҡоштоң баһыуҙан-баһыуға ҡунып туҙына башлауы була, Кәкүк әбей самауырын терелтә, урындыҡҡа ашъяулығын йәйә.

Юҡ, ризыҡ, килем көтмәй ул, ауылдаштарын көтә, ҡунаҡ көтә. Моғайын, ғүмере буйы өҫтәле тулы һый булып та, уға килмәһәләр, хәлен белеп тормаһалар, был донъяла ул әллә булыр ине, әллә юҡ. Иң әүәл кешегә кеше йылыһы кәрәк, терәк кәрәк.

Юғалды бер көн һайыҫҡаны, һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты. Бер көн көттө әбей, ике көн—ҡош күренмәне. Тамам хафаға ҡалды, тормошоноң бер сите кителгәндәй булды. Ауылдаштары тупһаһына туҙан төшөрмәй төшөрөүгә, тик барыбер улар килер алдынан шыҡырыҡлап сәләм әйтеп, йөрәкте елкендереп тороусы булмағас, кинәнес кинәнес түгел.

Шулай бошоноп йөрөгән көндәрҙең береһендә Кәкүк әбейҙе арғы осҡа йома сәйенә әйттеләр. Тиң-тошо менән аяҡ һоноп ултырып өс самауыр сәйҙе бушатҡан әбейебеҙ ҡайтыу яғына ыңғайланы, һәм… үҙҙәренән өс-дүрт өй аша йәшәгән һунарсы Әүхәҙиҙең ихатаһына ҡарап ҡатты ла ҡалды. Иҫәңгерәрһең дә! Шифер менән бейек итеп ябылған һарай түбәһендәге ҡолғала атылған һайыҫҡан эленеп тора ине. Тәне бер эҫеле, бер һыуыҡлы булды инәйҙең, тәнтерәкләп ишек алдына инде, һарай янына килде, ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйып, төҫһөҙ күҙҙәрен елдә елберҙәгән емтеккә төбәне. «Үҙе,—тип бышылданы,—суҡышы ла, ҡойроғо ла уныҡы. Тик кәүҙәһе бер аҙ бөршәйә төшкән. Елдә ҡаҡланып торғас ни… Бахыр…»

Күҙҙәренән ике генә бөртөк йәш һығылып сыҡты ла ҡаҡ һөйәк тә сырыш тире генә булып ҡалған эйәгендә аҫылынып ҡалды…

—Һаумы, инәй!

Боролоп ҡараһа, тупһаға өй хужаһының ҡатыны сыҡҡан икән. Әбей сәләмләмәне. Тертәңләп килде лә йәш ҡатынға тексәйҙе:

—Әүхәҙи ҡайҙа, килен?

—Һине күргәс тә сәйнүк тоҡандырҙым, әйҙүк, инәй! Әүхәҙи ҙә әле генә эштән ҡайтты.

—Әүхәҙигә әйт әле, килен, сыҡһын!—Кәкүк саҡырыуҙы ҡабул итмәүен белдереп, ҡушуслап таяғына аушайҙы.

Сәйер һөйләшкән әбейгә аптыраған ҡатын инеп китте һәм шунда уҡ ишектә Әүхәҙи күренде.

—Һаулыҡмы, инәй!

—Шөкөр әле. Әүхәҙи, анау һайыҫҡанды һин аттыңмы?

—Аттым шул. Оялағы йомортҡаны ҡуймай ине, эләктерҙем тәки.

—Ошоғаса Хоҙай биргәненә шөкөр итеп йәшәнек, әммә кеше әйберенә һорауһыҙ ҡағылғаныбыҙ булманы.—Әбейҙең күҙҙәренән тағы ла ике бөртөк йәш һығылып сыҡты.—Рәнйеттең, балам…

—Инәй, туҡтәле, бер нәмә лә аңлама-йымсы.—Әүхәҙи ҡайтырға ыңғайлаған әбейҙең артынан ҡысҡырҙы. Кәкүк туҡтаманы. Һарай түбәһендәге елдә елберҙәгән һайыҫҡанды күреүҙән, йәнә Әүхәҙигә ауыр һүҙҙәр әйтеп ташлауҙан ҡурҡты.

Бына өйө тапҡырына етте, ҡапҡаһына боролдо. Бәй, тибенендә һайыҫҡаны тибенеп йөрөй ҙә баһа. Һап-һау.

—Ҡайҙа йөрөнөң бығаса!—Ҡыуанысынан әбейҙең йөҙө балҡып китте.—Ил гиҙеп йөрөп, йүнләп ашамағас, мөҙөрөп киткән булған…

Һайыҫҡан ғәфү үтенгәндәй шыҡрыҡлап ҡуйҙы.

—Кәкүк инәй…—Артынан Әүхәҙиҙең тауышы ишетелде.—Инергә яраймы?

Әбей ялт итеп инеүсегә боролдо.

—Әйҙүк, Әүхәҙи балам, әйҙүк.—Ул ихлас өндәште.—Бәхетленең ҡунағы бер юлы тигәндәй.—Унан баяғы «рәнйеттең» тигән һүҙҙәрен хәтерләп, хатаһын төҙәтергә ашыҡты.—Исмаһам килен менән килеп хәлде лә белеп сыҡмай рәнйетәһегеҙ бит… Бар, балам, киленде лә алып кил, хәҙер самауырымды яңыртам, һыйым да өҫтәлдә.

Бая аяғын саҡ һөйрәп атлаған әбей еңел атлап инеп китте. Унан тәҙрәнән өҙлөкһөҙ шыҡрыҡлаған һайыҫҡанды ҡарай-ҡарай ҡунаҡтарын көтә башланы.

Ә тибендә һикерәңләгән ҡош әллә уныҡы булды, әллә түгел. Хәйер, барыбер түгелме ни, ул бит яңғыҙҙы яңғыҙлатмай, уға ҡунаҡтар саҡыра.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap