Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
11.04.2014
ТАРИХИ ТАМЫРҘАР ОНОТОЛМАҺЫН
Untitled document

Шәжәрә нәҫел ағасы тигәнде аңлата. Ҡарап тороуға ябай, ғәҙәти генә бер һүҙ һымаҡ. Ә уның асылына төшөнһәң, ни ҡәҙәр мөғжизәгә тарыйһың. Ете быуыныңды белеү элек-электән яҡшы ғәмәл булараҡ баһаланған. Был һис тә юҡҡа түгел. Бөтә халыҡтар ҙа үҙенең шәжәрәһен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ҡытайҙарҙың 30 быуынға тиклем нәҫелен белеүе билдәле. Fәҙәттә, шәжәрә ир кеше яғынан төҙөлә. Шуға күрә шәжәрәгә ҡатын-ҡыҙ тармағы инергә тейеш түгел, тигән фекерҙе лә ишетергә тура килә. Әммә әсәй яғынан туғандарҙы белеү бер ҙә яҙыҡ түгел. Бөгөнгө мәҡәләбеҙҙә һүрәтләнәсәк Шәжәрә байрамында ла ҡатын-ҡыҙ яғынан быуындар ебе барланды.

Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейында үткән Шәжәрә байрамы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, рус телле балалар өсөн башҡорт теленән дәреслектәр, уҡыу әсбаптары авторы, педагогик хеҙмәт ветераны Назиә Сөләймән ҡыҙы Бикбова нәҫеленә арналды.

Түңгәүер ырыуы ҡыҙы Назиә Сөләймән ҡыҙы Хәйбулла районының Вәлит ауылында тыуып үҫә. Уның атаһы Сөләймән, тәүге ҡатыны Зөлхизә ҡаты сирләп вафат булғас, алты бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Ҡайғынан баҙап ҡалған ир, ҡатыны әйтеп ҡалдырған васыятты тотоп, балдыҙы Хәйернисаны кәләш итеп ала. Ул да, тормош иптәше һуғышта һәләк булып, ике бала менән тол ҡалған була. Шулай итеп, улар бергә-бергә донъя көтә башлай. Тәүге уртаҡ балалары булып Назиә апай донъяға килә. Унан һуң тағы ла дүрт балаға ғүмер бирәләр.

Шәжәрә байрамына Назиә Сөләймән ҡыҙының барлыҡ туғандары йыйылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағай-апайҙарының күбеһе яҡты донъяла юҡ, әммә уларҙың бала-сағалары, ейән-ейәнсәрҙәре сараға бик теләп килгән. Байрамға килеүселәрҙең һәр береһе үҙенең ғаиләһе менән таныштырҙы. Шулай уҡ Назиә апайҙың һеңле-ҡустылары ла ғаиләләре менән килгән ине.

—Шәжәрә байрамы миңә түгел, минең атайым Сөләймән Fатаулла улы Нурғәлиндың тамырҙарын барлауға арналды. Нурғәлиндар сығышы менән Баймаҡ районының Ҡыуат ауылынан. Ҡыуат ҡарт иркен ерҙәр эҙләп, Вәлит ауылы тарафтарына килеп сыҡҡан. Уның улы Вәлит ошо ерлектә төпләнеп ҡал-ған һәм ауылға исем биргән. Ҡыуат ҡарттан Нурғәле тыуған, Нурғәленән—Ҡаһарман, Ҡаһармандан—минең ҡартатайым Fатаулла,—тип башланы сығышын Назиә Сөләймән ҡыҙы.—Атайымдың тармағын 4 улы—Миңнур, Нуретдин, Зиннур, Вәкил дауам итә. Ҡыҙҙары Вәлимә, Мәхмүзә, Мәрзиә, Вәзирә, Зөлфирә, Разиянан тыуған балалар ҙа ҡартаталары менән сикһеҙ ғорурлана.

Курск дуғаһында барған ҡаты бәрәлештәрҙә яраланып, ҡултыҡ таяғы менән ҡайтҡан Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Сөләймән ҡарт улдарына ҡарата талапсан булһа ла, ҡыҙҙарын иркәләтеп кенә үҫтерә.

Байрамда мәктәп балалары тарафынан әҙерләнгән концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде. Башҡорт, рус халыҡ бейеүҙәре, башланғыс класс уҡыусыларының моңло йыры һәр тамашасыға оҡшаны. Шулай уҡ сараға «Миләш» ансамбле лә килгәйне. Ансамблдең етәксеһе Мәмдүҙә Илбәкова матур йыр бүләк итте.

Байрамға йыйылыусы ҡәрҙәштәрҙе Сибай мәғариф бүлеге исеменән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист А.М.Моталлапова, коллегалары, сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсәләр ҡотланы. Назиә апайҙың ике ҡыҙы Әлфиә һәм Миңзәлә әсәләренә бик күп рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Улар ҙа тормошта үҙ урынын тапҡан. Назиә Сөләймән ҡыҙы үҙ сиратында ойоштороусыларға, туғандарына, «Ирәндек» лицейы директоры Т.Е.Есиповаға ихлас рәхмәттәрен әйтте.

Байрам бик матур үтте һәм ҡорбан ашы ашау менән тамамланды. Минең уйлауымса, һәр шәжәрә байрамының бурысы—берҙәмлеккә өндәү. Тик берҙәм булғанда ғына ҡуйған маҡсатҡа ирешергә мөмкин. Ә берҙәмлек сере—тарихи тамырҙарҙы онотмау, бер-береңә ҡарата асыҡ күңелле, йылы мөнәсәбәтле булыу.

Гөлнара Рәхмәтуллина,

БДУ-ның Сибай институты студенты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap