Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
КЕШЕНЕ УҢЫШЛЫ ИТКӘН ӨС НӘМӘНЕҢ БЕРЕҺЕ—ҺӨНӘР
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

БДУ-ның Сибай институтында сығарылыш класс уҡыусылары өсөн «Асыҡ ишектәр» көнө уҙғарылды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева менән «Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы башланғысы буйынса ойошторолған форумда 8 райондан 1200 сығарылыш класс уҡыусыһы, 10 юғары уҡыу йорто—Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары вуздары вәкилдәре ҡатнашты.

—Кеше был тормошта өс нәмәне—һөнәрҙе, тормош иптәшен, эшен дөрөҫ һайлаһа, уңышлы йәшәйәсәк,—тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы үҙенең сығышында.—Һәр граждан юғары белем алыуға һәм һөнәрҙе үҙ теләге менән һайлауға хоҡуҡлы. Беҙҙең бурыс—уҡыусыларға ошо хоҡуҡты тормошҡа ашырыуға дәүләт булдырған мөмкинселектәр хаҡында мәғлүмәт биреү. Белем биреү закондарына ярашлы, абитуриент дөйөм конкурс һәм маҡсатлы ҡабул итеү буйынса юғары уҡыу йортона инә ала.

Маҡсатлы йүнәлтмә алырға теләгән уҡыусы иң беренсе нәүбәттә уны юғары уҡыу йортонда уҡытырға теләгән ойошма менән килешеү төҙөргә тейеш. Шунан ғына ойошма уҡыу йорто менән маҡсатлы ҡабул итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Бындай килешеүҙәр тик федераль һәм республика дәүләт органдары менән генә төҙөлә. Йүнәлтмә буйынса белем алғандар юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң һөнәрҙәренә ярашлы эш менән тәьмин ителергә тейеш.

Әгәр абитуриент конкурс һөҙөмтәһендә бюджет нигеҙендә уҡырға инә алмаһа, килешеү буйынса түләүле уҡыу өсөн белем алыуға кредит биреүсе дәүләт программаһы менән ҡуллана ала. Уҡыу өсөн түләүгә алған кредит аҡсаһын студент уҡыу йортон тамамлап, эшләй башлаған осороноң тәүге 10 йылы эсендә ҡапларға тейеш. Белем алыуға бирелгән кредит процент ставкалары минималь булыуы менән отошло.

Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе Азат Бадранов әйтеүенсә, уларҙың ойошмаһы 2009 йылдан эшләп килә һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләүселәргә ярҙам күрһәтә.

—Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта торлаҡ «сисеп» йәшәү генә ҡиммәт, ә бына туҡланыуға, юлға аҡса күп китмәй. Студенттарға төрлө социаль программалар булдырылған. Шуға күрә был тарафтарҙа белем алыуҙан ҡурҡырға ярамай,—тине Азат Шамил улы.

А.Ш.Бадранов техник һәм гуманитар һөнәрҙәргә уҡытҡан юғары уҡыу йорттары хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе. Ҡыҙыҡһыныусыларҙың һорауҙарына аныҡ яуаптар ҡайтарҙы.

Форумда шулай уҡ БДУ-ның Сибай институты, БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы вәкилдәре лә профориентация эшен киң йәйелдерҙе. Ҡала, ауыл мәктәптәренән килгән сығарылыш класс уҡыусылары үҙебеҙҙең төбәктә лә баш ҡала вуздары кимәлендә юғары белем алыу мөмкинлеге булыуын үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтты.

Ҡайҙа, ниндәй һөнәргә уҡыу отошло һәм уңайлы булыуын һайлау һәр кемдең үҙ ихтыяжында. Иң мөһиме, киләсәктә һайлаған һөнәрҙәре буйынса эш булһын, ошо эштәре менән улар илебеҙ ҡеүәтен арттырыуға тос өлөш индерһен.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap