Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
18.04.2014
БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ, МИЛЛӘТТӘШТӘР!
Untitled document

 

Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Йыл һайын икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу 1 апрелдә старт алып, июнь аҙағында тамамлана ине. Быйыл ошо мөһим эште башлауҙы ике аҙнанан ашыуға һуңлаттыҡ. Эйе, һуңлаттыҡ, ошоғаса хаҡтар билдәле булманы, ә баштан уҡ тәҡдим ителгәне саманан тыш юғары булғанлыҡтан, «Рәсәй почтаһы» менән килешеп булмаҫмы, тип ошо көнгәсә өмөтләндек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өмөттәр аҡланманы.

Хаҡтарҙың артыуында кемделер ғәйепләп, үҙеңде аҡларға тырышыу мәғәнәһеҙлек, сөнки бензин, электр энергияһы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар «теҙгендән» ысҡынып, юғарыға үрләгәндә (аҙыҡ-түлек тураһында әйтеп тә тормайым) башҡа өлкәләрҙең урында ғына ҡалыуы мөмкинме, эш бына нимәлә! Тағы шуны өҫтәп әйтеү урынлы булыр: гәзиткә хаҡтың артыуы мөхәрририәткә бер тин табыш та, файҙа ла килтермәй, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы ла шул кимәлдә ҡала. Әйткәндәй, уҙған йыл беҙҙең мөхәрририәт менән танышырға килгән етәксе, уртаса эш хаҡы тураһында һорашты ла, былай тип әйтеп ҡуйҙы: «Бындай эш хаҡына ысын патриоттар ғына эшләй ала!»

Бына, ниһайәт, рухи тауарға хаҡ ҡуйылды, икенсе ярты йыллыҡта гәзитебеҙҙең хаҡы 375 һум 12 тин. Күреүегеҙсә, 100 һумдан ашыуға ҡыйбатайғанбыҙ. Ошо күңелһеҙ яңылыҡты яҡтыртҡан бер генә яңылығыбыҙ бар—беҙ төбәктә иң арзан гәзит булып ҡалыуҙы дауам итәбеҙ! Маҡтана был, тип әйтмәгеҙ, гәзитебеҙ халыҡсан, һутлы телле, уҡымлы, тәрән йөкмәткеле. Быны яулаған еңеүҙәребеҙ, алған Почет грамоталары тағы ла бер тапҡыр раҫлар. Хәйер, шөһрәт ҡағыҙҙары ғына аҙ тиһәгеҙ, беҙҙең гәзитте алдырған һәр кемдән һорағыҙ, улар мин әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатлар.

Киләһе ярты йыллыҡта ла гәзитебеҙҙә уҡымлы мәҡәләләр, ғибрәтле, фәһемле кеше яҙмыштарын, ер, тел мәсьәләләрен сағылдырған материалдар, матур-матур хикәйәләр, кроссвордтар баҫылып сығыр. «Атайсал»ға бөтә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ редакцияның үҙенә килеп яҙылырға мөмкин. Әгәр төпкөл ауылда йәшәп, «Атайсал»дар менән осрашып һөйләшеп, кәңәш ҡорорға, бергәләп йыйылып, гәзитебеҙгә яҙылырға теләйһегеҙ икән, шылтыратығыҙ, килеп етербеҙ. Гәзитебеҙгә яҙылаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған милләт вәкиле. Баҫмабыҙҙы һаҡлап, яҡлап, гел бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap