Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ЙОНДОҘҠАШҠА
Untitled document

 

Хикәйә

Арба юлынан лерт-лерт юртып барған бейәһенең, нимәлер һиҙенеп, ҡолаҡтарын ҡайсылауына һәм ушҡырып ҡуйыуына шунда уҡ иғтибар итте Әхмәт. Нисә йылдар егеп йөрөй бит уны, ғәҙәт-ҡылыҡтарын ятлап бөткән. Машина-тракторҙан, ҡырағай йәнлектәрҙән өркә торған холҡо бар шул малҡайҙың. Бер нисә тапҡыр йөгө-ниһе менән ауҙарып та киткеләне.

—Йә, Йондоҙ, тағы нимәгә сыусымаҡсыһың?—хужа, йәһәт кенә арбаһынан төшөп, бейәһенең теҙгененә йәбеште.—Ошо холҡоң буш бит һинең, тиктомалға туларға әҙерһең... Нимәнең еҫен алдың, алабарман?

Үҙ һүҙҙәренә яуап эҙләгәндәй, яҡ-яғына ҡаранып алды. Шул саҡ шырлыҡ эсенән сығып килгән урман һылыуы мышыға күҙе төштө. Өркөп, артҡа сигенә башлаған бейәһенең теҙгенен көскә тотоп, Әхмәт ағай үҙенсә һөйләнеүен дауам итте:

—Тик кенә тор, Йондоҙ, тәүгә мышы күрәһеңме ни? Тр-р, тр-р, холоҡһоҙ!

Оҙон тояҡтарын алға ташлап, мышы урман юлын арҡыры йүгереп үтеп, бер ни тиклем ваҡыт уҙғас ҡына, бейәһенең теҙгенен ебәреп арбаһына һикерҙе үҙе. Әле һаман тынысланып өлгөрмәгән бейә, тирә-яғына ялт-йолт ҡарана-ҡарана, алға йомолдо.

... Һаҡмар буйындағы ауылда йәшәгән ҡәйнеш тейеш кешеһенән ҡолон ғына сағынан һатып алғайны Йондоҙҡашҡаны Әхмәт. Ялан яғына үтешләй ҡатыны менән туҡтағайнылар ҡәйнешенә. Ишек алдарында семсенеп йөрөгән ҡолонсаҡты бер күреүҙән оҡшатты. Һуңыраҡ сәй табыны янында уратып ҡына һүҙ ҡуҙғатты:

—Егеп йөрөгән бейәм олоғая, ҡәйнеш. Шуға барған ерем һайын күңелгә ятышлы мал ҡараштырғылайым. Һеҙҙең ауыл тирәһендә йылҡы-фәлән һатыусы юҡмы?

—Әллә инде, һуңғы осорҙа урамға ла сығып әйләнгәнем юҡ. Белешербеҙ, улайһа,—һүҙгә һаран ҡәйнеше шулай тиеү менән генә сикләнмәксе ине шикелле.

—Үҙеңдә лә бик матур ҡолон тора түгелме шул?—Әхмәт тура һорамаҡсы булды. —Бик матур мал булмаҡсы, әле ингәндә шуны абайланым әле...

—Ә-ә-ә,—ҡәйнеше, эш шулаймы ни тигән кеүек, һуҙып ҡуйҙы. —Еҙнәйгә тигәндә, һатһам һата ла ебәрәм инде. Аҡса яғынан да өҙөлөп торабыҙ... Күпме бирәһең һуң?

—Уныһын, ана, апайың менән һөйләшергә кәрәк, хаҡ бесеүгә ул оҫтараҡ... Кәсеп эшенә ул йөрөй бит...

—Ҡолон тиһәк тә, уны хәҙер тайса тип әйтергә була, яҙға еккегә өйрәтергә лә мөмкин. Йыуаш ҡына ул, ҡулдан икмәк, шәкәр ашап өйрәнгән...—ҡәйнеше үҙе лә һиҙмәҫтән ҡолонон маҡтарға керешеп китте. —Так что, еҙнәһе, биш йөҙгә килешәбеҙме?

—Һин тотҡан ерҙән һындырма әле, һыйырҙы хәҙер өс йөҙгә алырға була. Биш йөҙ ҡыйбатыраҡ була түгелме?

—Улайһа, һыйыр ҙа ҡушып ал, икенсегә быҙаулар быуаҙ һыйырҙы ла тотонорға иҫәп бар. Икәүһенә ете йөҙ бирһәң...

Түрбаш яҡта үҙ-ара сөкөрҙәшкән ҡатындар ҙа ирҙәрҙең ысынталап сауҙалаша башлауына иғтибар итмәй ҡалманы.

— Әхмәт, әле килен менән тышҡа сыҡҡанда һыйырҙарын күрҙем, бик матур һыйыр. Аҡса бар, мин әйтәм, әллә икеһенә лә ынтыла ла ҡуябыҙмы?

—Хаҡын килешә алһаҡ, нишләп ынтылмаҫҡа тей... Давай, бисәкәй, ҡустың менән үҙең һөйләш әле,—сауҙалашыу мөҙҙәтен ҡатынына ауҙарыуға анһат ҡына яйы сыҡҡанға ҡыуанып, Әхмәт урындыҡ ситенә шылды...

Шулай итеп, ялан яғына мал ҡараштырыу йомошо менән юлланған ир менән ҡатын, Ағурҙа ауылынан еккән бейәләренә ҡушлатып, уйнаҡлап торған тайса һәм бер-ике айҙан быҙауларға тейеш ала һыйыр тағып ҡайттылар.

—Бына, балам, бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, Ағурҙалағы Кинйәғәле ағайыңдарҙан ғына боролоп ҡайттыҡ...—ҡаршыларға сыҡҡан улдарына Әхмәттең ҡатыны сананан төшөр-төшмәҫтән үк шатлыҡлы хәбәрҙәрен сүтелдәне. —Ҡара әле, ҡолонсаҡты хәҙерҙән үк үҙеңә эҫендерә башла, ҡурҡма, йыуаш ҡына ул. Йә, исемен кем тип ҡушырһың?.. Атаһы, Алаҡайҙы әлегә башҡа малға ҡушмай тор, быуаҙ нәмәне үҙебеҙҙең һыйырҙар имгәндереп ҡуйыуы бар, ни тиһәң дә ят мал бит әлегә,—унан, аптыранғандай эзелдәп торған һыйырҙың янбашынан тыпылдатып һөйөп алды. —Ҡыуанып ҡына көтөргә насип булһын, ағы-түлеңде бирһен, Хоҙай...

Теүәл бер йыл үтеүгә Әхмәт ағайҙың малайы Йондоҙ исемен ҡушҡан йәш бейәне еккегә өйрәтеп тә алды. Тик өйрәткән мәлдә ҙур улы Йондоҙҡашҡаны тракторҙан биләңләтеп ҡуйҙы шул. Хәҙер, ана, трактор-машина күрһә, уттан ҡурҡҡандай, өркөп маташа. Ни эшләптер йәш бейә ҡырағай кейек-ҡоштарҙы ла үҙһенмәй. Шулай ҙа талымһыҙлығы, егеү-фәләнгә ҡыйтарһыҙлығы өсөн нисәнсе йыл яратып аҫрай ошо бейәһен. Етмәһә, йыл һайын ҡолонлап тора. Ваҡ-төйәккә әрһеҙ ҡатыны йылдың-йылы майҙан алып ҡара көҙгәсә ҡымыҙ яһап, барса күрше-тирәне һыйлай. Ә малайы Йондоҙҡашҡаны йәнендәй күрә! Бергәләшеп юлға сыҡһаң, шунда уҡ дилбегәне үҙ ҡулына ала һала. «Мин юҡта, йөктө күп тейәмәйҙәрме үҙеңә? Сыбыртҡы менән һуҡманылармы?»—шундайыраҡ һүҙҙәр менән иркәләп өндәшеп, ҡойроҡ-ялын тарап-һыйпап ҡына тора Йондоҙҡашҡаның. Бейә лә малайҙың телен аңлай әллә, ирендәрен йыбырлатып, уның битен ҡытыҡлай, ситкәрәк китһә, ушҡырып ебәрә. Бар, шунан хайуандың аҡылы юҡ тигән!

Бер саҡ март айында малайы класташы менән мәктәпкә ат егеп уҡырға йөрөй башланылар. Икеһенә бер ат та етә лә бит, юҡ, икеһе ике атта китә. Бының серен аҙағыраҡ белеп ҡалды ололар. Баҡһаң, дәрестән һуң малайҙар бер сана итеп башҡа балаларҙы тейәп алалар ҙа, ҡайтып еткәнсә кемуҙарҙан ат ярыштыралар икән. Ике бейәнең дә быуаҙ булыуҙарында эштәре юҡ... Бер көнө шулай, сираттағы ат ярыштырып ҡайтып килгәндәрендә класташының бейәһе тау түбәненә алып ҡасып киткән. Күҙҙәре аларған бейә, ауыл урамын бер итеп, буш сана менән ишек алдына килеп ингән. Санала ултырған ете-һигеҙ баланы ян-яҡҡа ауҙарып киткән икән ярһыған бейә. Ярай ҙа береһенә бер зыян килмәгән... Ошонан һуң малайҙарға бейәләрҙе ышанып тапшырманылар.

...Ә бер саҡ малайы ауыл көтөүен көтөргә, Йондоҙҡашҡаны һыбайлап, яңғыҙы ғына сыҡты. Кискә табан бите-ҡулы лысма ҡан булып, иҫе инерле-сығырлы ғына ҡайтып инде ул. Эйәрҙән төшөргә ярҙамлашып, малайҙы ергә һуҙып һалдылар ҙа төпсөнөргә керештеләр:

—Ни булды? Ниндәй бәләгә тарының? Әллә берәйһе туҡмап киттеме?

—Мине кем туҡмаһын... Таллыҡта һыйыр көтөп йөрөй инем, Әкер, йәшенеп килеп, бейәне өркөтөп ебәрҙе... Ярай аяҡтарымды өҙәңгенән алған инем... Шулай ҙа, эйәргә йәбешкән көйө ағас араһынан әллә күпме һөйрәлеп барып, ятып ҡалғанмын... Әкер, йүгереп килеп, эй юхалаған була, атайыңдарға ошаҡлап ҡуйма, тей, ищу... Бейәне тота алмай оҙаҡ ыҙаланы үҙе. Мин тороп, саҡырғас ҡына, бышҡыра-бышҡыра эргәмә килде... Атай, ҡыйын булһа ла көтөүгә һин бар инде, минең башым бәрелгән, ҡоҫҡом килә... Һыйырҙар Аҡбейек һыртында ҡалды...

Әхмәт шуҡлығы менән дан алған, улынан өс-дүрт йәшкә олораҡ Әкрәмде әрләй-әрләй, Йондоҙҡашҡаны һыбайлай һалып, Аҡбейек һыртына сапты: «Булыр-булыр, уның кеүек йүнһеҙ булмаҫ кеше... Тик торғанда баланың башына етә яҙған... Ну, юлымда ғына осрама, осраһаң, ата-әсәңде танытам мин һинең, малай аҡтығы!»—ишек алдынан уҡ сабып сығып киткән бейә артынан уның ошо һүҙҙәре генә ишетелеп ҡалды. Бәхетенә, Әкрәм осраманы Әхмәттең юлында. Бары ай самаһы ваҡыт үтеп, үпкәһе онотола башлағас ҡына тап итте.

—Йә, герой, ат өркөтөп йөрөр сағыңмы һинең? Егет булып еткәнһең, ә аҡылың һаман сонтор... Смотри, малай, икенсе юлы арт һыныңды һыҙырырға ла күп һорамам!—кеше менән юҡҡа-барға ғауғалашып бармаған Әхмәт Әкрәмде бына шулай «үҙенсә тетте»...

«Эх, Йондоҙ, Йондоҙ... Шул өркәклегеңде лә ташлаһаң, ниндәй ат булыр инең дә бит... Шулай ҙа үпкәм юҡ минең һиңә, барам тигән еремә уйлаған мәлемә алып барып еткерҙең, үҙеңдәй икәү булырлыҡ аҫау аттар урынынан ҡуҙғата алмаған күпме йөктө ыһ та итмәй һөйрәй бирҙең... Шулай инде, яҡшы аттың да бер холҡо була, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер...»—Йондоҙҡашҡаһына булған үпкәләрен бына шулай үҙ алдына һөйләй-һөйләй, артабан ҡуҙғалдылар.

Инде тамам тынысланған бейә, бер ни булмағандай, һәлмәк юртыуын дауам итте. Алда үтәһе юлдары, артылаһы үрҙәре күп ине әле уның. Тик йылҡы һиҙгерлеге менән ул әле дилбегә тотоп килгән хужаһының көндәре һанаулы ҡалғанлығын алдан тоҫмаллап, бер көн килеп әлеге арбала уны мәңгелек йортона илтәсәген күҙаллап, һуҙып кешнәп ебәрҙе...

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap