Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
«ҺИНЕҢ ЯНДА ЙӨРӘКҺЕҘ ҘӘ ҮЛМӘЙЕНСӘ ЙӘШӘП БУЛА...»
Untitled document

Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН

Уҫал ҡыш(ҙ)

Уҫал ҡыш әллә яҙҙың

Сикәһенә ҡундырған.

Бая ғына йылы ине,

Әле килеп туңдырған.

Ергә төшкән йылы нурҙар

Күккә кире ҡайтҡандар.

Күләүектәр бая асҡан

Тәҙрәләрен япҡандар.

Өҫтөмә яуа тамсылар,

Әйләнеп ҡаты боҙға.

…Тәбиғәт бөгөн оҡшаған

Үсексән һылыу ҡыҙға.

Ҡараңғылыҡ

Бер үҙем ятам, бер үҙем,

Ҡараңғы тирә-яғым.

Теге донъяға етергә

Ҡалған кеүек бер аҙым.

Бер аҙым яһарға ҡурҡып,

Күҙемде йомоп ятам.

Ҡорбан салып мәжлес ҡорам,

Ошонан иҫән ҡайтһам.

Ҡайтыр яҡҡа юлдар ҙа юҡ.

Нисек ҡайтаһың юлһыҙ.

Ҡуҙғалырға ҡурҡып ятам

Ҡараңғы ерҙә яңғыҙ.

…Ҡояш булып балҡый йөҙөң,

Асылып китә күҙем.

Ҡараңғыны яһағанмын

Күҙемде йомоп үҙем.

Һөйөүем

Күренмәгеҙ! Күргем килмәй,

Күргем килмәй бер кемде.

Асыуымдан атып бәрҙем

Башымдағы бүркемде.

Ниндәй ир мин! Һөйәм, тип тә

Һиңә әйтә алмағас.

Телһеҙ ҡалам, тәнде-йәнде

Һөйөү уты ялмағас.

Телдән яҙып һөйҙөрөргә

Ҡайҙан алаһың көстө?

Көсһөҙлөктән башымдағы

Бүркемдән алам үсте.

«Һөйәм» тигән һүҙҙе һиңә

Әйтергә етмәй көсөм.

Һөйөүем үҙемдән мең ҡат

Көслөрәк булған өсөн.

Тауышың

Тауышың зарядлы һинең

Тәнемде зымбырлата.

Йәнем тәнемдән ысҡынып

Йыһанды урап ҡайта.

Көсәйә йөрәк-мейестә

Мөхәббәт тигән усаҡ,

Тауышың ҡолаҡ төбөндә

Яңғырап торһа оҙаҡ.

Тауышың яҙ, наҙ, һөйөүгә,

Нескә хистәргә тулған.

Әйтерһең, телеңә һинең

Һандуғас килеп ҡунған.

Һинең янда

Ҡайнап торған хистәр ҡапыл

Күкрәгемде йыртып асты.

Алтмыш йыл типкән йөрәгем

Мине ташлап һиңә ҡасты.

Һиндә хәҙер йөрәк икәү

Урғый, ҡайнай хискә тула.

…Һинең янда йөрәкһеҙ ҙә

Үлмәйенсә йәшәп була.

«Б» хәрефе

Тәнем ҡартайһа ла, йәнем

Бирешмәй әле минең.

Әле генә эт һуғарып

Йөрөгән малай инем.

Хәҙер бабай. «Б» хәрефе

«Малайҙан» яһай «бабай».

Ҡартайыуҙың ҡағиҙәһе

Бигерәк икән ябай.

Тәнем ҡартайһа ла минең,

Бирешмәй әле йәнем.

Тәндә түгел, йәндә икән

Үткән ғүмерҙең йәме,

Тәме.

Ауылым

Ауылымда бөтә нәмә

Элекке түгел, бүтән.

Бала саҡ эҙҙәрен эҙләп

Аҙап-аҙашып бөтәм.

Малайҙар бабайҙар булған,

Танымай торам хатта.

Әллә ниндәй ят балалар

Уҙышып йөрөй атта.

Тауҙар ҙа элеккеһенән

Тойола бейегерәк.

Өй алдында үҫкән тирәк

Олпатланған кеүегерәк.

Ҡоштар тауышы ла бында

Моңлораҡ, яғымлыраҡ.

Ай ҙа, ҡояш та ауылға

Киләлер яҡыныраҡ.

Бөтәһе лә яҡшы һымаҡ

Ауылда миңә—ҡартҡа.

Әллә был ысынлап та шулай,

Әллә һөйөүем артҡан?

Һағышлы йыр

Вокзалдан яҙған хаттарың

Ятлап алынған инде.

Һәр береһе ноталанып

Көйгә һалынған инде.

Ул көйҙәр йәнде көйҙөрә

Һәр нотаһы һағышлы.

Һағышлы көй—һинһеҙ үткән

Минең ғүмер—яҙмышым.

Хушлашыу хаттарың беҙҙе

Айыра алмай ахыры:

Һинең менән беҙ икебеҙ

Бер үк йырҙың авторы.

Һүҙен һин, көйөн мин яҙҙым…

Хәреф менән ноталар,

Һағышлы йырға әйләнеп,

Йөрәкте һыҙлаталар.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap