Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ЯҢЫ БҮЛЕК АСЫЛАСАҠ
Untitled document

50 йыллыҡ бай тарихы булған Сибай педагогия колледжы Урал аръяғы төбәгенә генә түгел бөтә республикаға уҡытыусылар әҙерләүсе алдынғы уҡыу йорттарының береһе булып ҡала килә. 1963 йылдың 15 июнендә РСФСР Мәғариф министрлығының бойороғо менән асылған Сибай педагогия училищеһы бөгөнгө көндә лә үҙ асылына тоғро ҡалып, йәш быуынға һөнәр биреп кенә ҡалмай, уларға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итә. Бынан 20 йыл элек уҡыу йорто колледж статусына эйә була. Колледждың йәшәйеше, уңыштары, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынып, уның директоры, педагогика фәндәре кандидаты Зәйтүнә Рәхмәт ҡыҙы Йәнбәковаға мөрәжәт иттек.

—Быйылғы уҡыу йылы һеҙҙең колледж өсөн айырыуса үҙенсәлекле булды. Алтын юбилей йылы ниндәй ваҡиғалары менән иҫтә ҡалды?

—Был мәлдәр ғәҙәттәге уҡыу йылдарына ҡарағанда сағыу саралары менән айырылып торҙо. Шулай ҙа беҙ төп маҡсатыбыҙҙан ситкә тайпылманыҡ. Студенттарға яҡшы белем биреүгә һәм уларҙың интеллектуаль, ижади һәләттәрен үҫтереүгә шарттар булдырыу өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәнек.

Тормош талаптарына яуап бирерҙәй белем генә һәр кешенең шәхси һәм һөнәри уңышын билдәләй. Колледж коллективы белем биреү эшмәкәрлегенә яңы мәғлүмәти һәм инновацион технологиялар индереүҙе йылдан-йыл әүҙемләштерә бара. Педагогтарҙың төп маҡсаты—перспективаға эшләү, шуға күрә барлыҡ тырышлыҡ студенттарға уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелә.

—Ишетеүебеҙсә, уҡыу йорто коллективы дәүләт аккредитацияһы экспертизаһы һынауы үтте. Һөҙөмтәләр нисек?

—Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралығының бойороғона ярашлы, колледжда аккредитация экспертизаһы үтте. Эш барышында комиссия аккредитация үтергә тейешле музыка, мәктәпкәсә белем биреү, мәктәп бүлектәрендә белгестәр әҙерләү сифатын тикшерҙе. Урта профессиональ белем биреү учреждениеһының был бүлектәрендә уҡытыу дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы алып барыла, тип табылды. Аккредитация барышында студенттар тест үтте. Һөҙөмтәлә мәктәпкәсә белем биреү бүлеге студенттарының специальность буйынса әҙерлек сифаты күрһәткесе 90 процент тәшкил итте, был талап ителгән баһанан 30 процентҡа юғары. Музыкаль белем биреү специальносында 87 процент (27 процентҡа юғары) булһа, мәктәп бүлегендә 80 процент (20 процентҡа юғары) булыуы ҡыуандырҙы.

Бындай юғары күрһәткестәр уҡытыусыларҙың студенттарға белем биреү сифатын күтәреүгә яуаплылығын арттыра. Етәкселек тә, педагогик коллектив та уҡыу йортон тамамлаусылар хеҙмәт баҙарында кәрәкле булһын өсөн ныҡ тырыша. Ошо йәһәттән белем биреүҙең сифатын камиллаштырыу, уҡыу-уҡытыу һәм матди-техник базаны нығытыу буйынса туҡтауһыҙ эш алып барыла.

—Аккредитация экспертизаһы үтеүегеҙ ҡыуаныслы, ә бына мәғариф өлкәһенә ҡағылған оптималләштереү һеҙҙә нисегерәк бара?

—Был замана шауҡымы беҙҙең уҡыу йортон да урап үтмәне. Мәктәптәрҙә булып үткән балалар һанына ҡарап түләү алымы беҙҙең уҡыу йортона ла килеп етте: бөгөнгө көндә бер уҡытыусыға ун өс студент тура килергә тейеш. Был осраҡта учредитель ҡуйған норманы үтәү уҡыу йортона ла, уҡытыу кимәленә лә зыян килтерергә тейеш түгел. Барыһы ла ошо маҡсаттан сығып эшләнә.

—Киләсәктә эшегеҙгә ниндәй яңылыҡтар индерергә иҫәп тотаһығыҙ?

—Үрҙә әйтеүебеҙсә, дәүләт аккредитацияһы буйынса музыка, мәктәпкәсә белем биреү, мәктәп бүлектәре белгестәр әҙерләү эшен дауам итәсәк. Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаларында кескәйҙәрҙең күбәйеүе тәрбиәсе һөнәренә һорау тыуҙырҙы. Быйыл беҙ был бүлеккә ике төркөм йыйырға иҫәп тотабыҙ. Башланғыс класс уҡытыусылары һәр ваҡыт кәрәк. Музыка белгестәренә лә эш етерлек. Информатика бүлегенә уҡырға ҡабул итеү әлегә кисектерелеп тора. Киләһе йылдан был юҫыҡта үҙ эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итербеҙ, тип уйлайбыҙ. 2014-2015 уҡыу йылында колледжда өр-яңы бүлек—физкультура бүлеге асыласаҡ. Сәләмәт йәшәү рәүешенә битараф булмаған йәштәрҙе ошо бүлектә уҡытып, белгес итеп сығарасаҡбыҙ.

—Зәйтүнә Рәхмәт ҡыҙы, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap