Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЯРАТҠАН УЙЫНДАРЫ―ШАШКА
Untitled document

 

Балаларҙың зиһенен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү йәһәтенән шашка һәм шахматтың роле ҙур. Быны Баймаҡ районы Тѳркмән мәктәбе яҡшы аңлай. Хәйер, спорттың был тѳрѳнә мәктәп директоры Азат Әкрәм улы Әхмәтов үҙе лә битараф түгел, буш ваҡытында ҡыҙҙар-малайҙарға шашка уйнау серҙәрен дә ѳйрәтә ул.

Ғәҙәттә, мәктәптәрҙә дәрестәр тамамланып, тәнәфес булыу менән балалар шаярырға тотона: йүгерешәләр, ҡысҡырышалар, баҫтырышалар. Ә бына Баймаҡ районы Тѳркмән мәктәбендә хәлдәр башҡасараҡ. Улар тәнәфестә ҡарауылсы, вахтала ултырыусы Йыһанур олатай Мѳхәмәтрәхимов янына шашка уйнарға йыйыла. Физкультура уҡытыусыһы Айнур Нуриман улы Рәсүлев етәкләгән түңәрәккә йѳрѳргә күнеккән малайҙар-ҡыҙҙар тәнәфестә лә түҙеп тора алмай шул. Бына шулай: Тѳркмән уҡыусыларының был спорт тѳрѳ буйынса бер түгел, ѳс остазы бар.

Шашка менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында иң отҡорҙары район бәйгеһенә сығып, призлы урындар яуларға ла ѳлгѳргән. Улар исемлегенә Денис Кәримовты, Ғәлиә Ҡужинаны, Айнур Бикмурзинды, Фәнил Сафинды индерергә була. Айырыуса бында быйыл 7-се класты тамамлаусы Фәнилде маҡтап телгә алалар. Ул район бәйгеһендә I урын яулап, Күмертау ҡалаһында үткән республика ярышына ла сыҡҡан. Бында ул 8-се урын алып, III разрядлы шашкасы дәрәжәһенә еткән.

Алдан әйтеүебеҙсә, мәктәп директоры үҙе лә шашкаға битараф түгел. Ул да район кимәлендә үткән бәйгеләрҙә ҡатнашып килә. Тимәк, Тѳркмәндә уҡытыусылар үҙҙәре уҡыусыларына ѳлгѳ күрһәтә. Был тәрбиәүи йәһәттән бик отошло алым булып тора.

Әле уҡыусыларҙың каникулы бара. Йәйге оҙон ялды ла улар фәһемле үткәрер, лагерҙарҙа спорт менән шѳғѳлләнер, сәләмәтлектәрен нығытыр, бер үк ваҡытта зиһенде үҫтереүсе шашка уйынын да ташламаҫ, тип ышанабыҙ.

Дилә Заманова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap