Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
26.06.2012
АТА-БАБАЛАРЫБЫҘ ЯУГИР БУЛҒАН
Untitled document

 

АТА-БАБАЛАРЫБЫҘ ЯУГИР БУЛҒАН

Үҫәргән башҡорттарының Напалеонға ҡаршы һуғыштарҙағы батырлыҡтары

Беҙҙең тѳбәк халҡы араһында сығыштары үҫәргән башҡорт ырыуы менән бәйле булған кешеләр байтаҡ. Был ырыуға ҡараусы ауылдар башлыса Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр райондары, шулай уҡ Ырымбур ѳлкәһе территорияһында урынлашҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләгән мәлдә уҡыусыларҙы уларҙың ата-бабаларының был изге яуҙа ҡатнашыу тарихы менән таныштырыу ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Түңгәүер, Үҫәргән, Бѳрйән, Тамьян, Ҡыпсаҡ,Ҡатай һәм Табын ырыуҙары берләшмәһе боронғо башҡорт этносының тѳп ядроһын тәшкил иткән һәм «башҡорт» этнонимын йѳрѳтѳүсе булған. Риүәйәттәргә ярашлы, ырыуға исем биреүсе Үҫәргән бей ХIII быуат башында Башҡорт ханлығына нигеҙ һалыусы Мѳйтән бейҙең улы булған. Ә Мѳйтән бейгә идара итеү ярлығы Сыңғыҙхандың үҙе тарафынан бирелгән булған. Беҙҙең эраның беренсе һәм икенсе мең йыллыҡтары арауығында үҫәргәндәр Бѳгѳлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығын тѳйәк иткән. Әммә ХIII бы-уатта монголдар ҡыҫымы арҡаһында улар Кѳньяҡ Урал буйына күсенеп, Һаҡмар, Ыҡ, Һүрән, Ҡаҫмарт, Йылайыр һәм Таналыҡ йылғалары бассейнында, ә бер ѳлѳшѳ Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек йылғалары, Оло һәм Кесе Үҙән буйҙарына урынлаша.

Үҫәргәндәр күсеп ултырған был территорияларҙа бѳгѳн Ейәнсура районы, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарының кѳньяҡ ѳлѳштәре, Ырымбур, Һамар һәм Һарытау ѳлкәләренең бер нисә районы, Ҡаҙағстандың Урал ѳлкәһенең бер аҙ ерҙәре урынлашҡан. Үҫәргән—иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. П.С.Назаровтың тикшеренеүҙәрендә билдәләнеүенсә, XIX быуатта уларҙың ырыу биләмәһе майҙаны 7 мең квадрат саҡрым, ә халҡының дѳйѳм һаны 42 мең тирәһе булған.

Архив мәғлүмәттәренә таянып, үҫәргән башҡорттарының да Рәсәйҙең Францияға ҡаршы 1807 йылдағы хәрби хәрәкәттәрендә, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рәсәй тарафынан 1813-1814 йылдарҙа ойошторолған сит ил походтарында әүҙем ҡатнашыуын билдәләргә була. Һуғыш осоронда тылды тәьмин иткән, аттар, кәрәк-яраҡ, ҡорал, аҙыҡ-түлек әҙерләп ебәреп торған, Ырымбур сик буйы линияһын һаҡлаған кантон системаһы идаралығы яугирҙәре һәм чиновниктары тураһында ла мәғ-лүмәттәр һаҡланып ҡалған.

Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ Үҫәргән ырыуы яугирҙәре тураһында ла һѳйләй алмайбыҙ, сѳнки улар бик күп. Әммә улар араһынан иң әһәмиәтлеләренә туҡталып үтмәксебеҙ. Уларҙың күптәре икешәр кѳмѳш миҙал—«1814 йылдың 19 мартында Парижды алған ѳсѳн» һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә», ә ҡайһы берҙәре Изге Георгий, Изге Анна ордендары менән наградланған. Бындағы ҡайһы бер архив мәғлүмәттәре тәүге тапҡыр баҫыла.

1. Ишбирҙе Ишкинин, 51 йәш, Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында йәшәгән. Хеҙмәтен казак булараҡ 1806 йылдың апрелендә башлаған, 1814 йылдың декабрендә хорунжий дәрәжәһе бирелә. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡаһармандарса ҡатнашыусы И.Ишкинин тураһында документта былай тип яҙыла: «1811 йылдан 1814 йылға тиклем 1-се башҡорт полкы менән походтарҙа һәм француз ғәскәрҙәренә ҡаршы бәрелештәрҙә ҡатнашты һәм 1814 йылдың 17 декабрендә ҡыйыулығы ѳсѳн хорунжий дәрәжәһенә күтәрелде». Күрһәткән батырлыҡтары ѳсѳн ул ике кѳмѳш миҙалға лайыҡ була. Ғаилә хәле: Тәҡсирә һәм Сафия исемле башҡорт ҡатындарына ѳйләнгән, балалары: Мѳхәмәтсадиҡ 16 йәштә, Гѳльямал 19 йәштә, Гѳлзәйнәп 4 йәштә.

2. Йәрмѳхәмәт Йомағужа улы Ҡунаҡов, 45 йәш, Йомағужа ауы-лында йәшәгән, (Ә.З.Әсфәндийәровтың мәғлүмәттәре буйынса—Ҡужанаҡ ауылында, хәҙерге Ейәнсура районы). Хеҙмәтен казак булараҡ 1812 йылдың ғинуарында башлай, 1815 йылдың мартында зауряд-есаул дәрәжәһенә күтәрелә. Документта уның тураһында түбәндәге юлдар бар: «Әрмелә 8-се башҡорт полкы составында 1812 йылдан; 1822, 1823 йылдарҙа Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә булды». Ике кѳмѳш миҙал менән бүләкләнгән. Ғаилә хәле: ҡатыны Мәрйенбикә, балалары: Гѳләйшә—15, Гѳлбаныу 8 йәштә.

3. Әбүзәр Мѳхәмәт улы Илембәтов, 52 йәштә, Хәйбулла районы Әбеш ауылынан. Хеҙмәтен казак булараҡ 1805 йылдың майында башлай, 1809 йылдың ғинуарында зауряд-есаул дәрәжәһе бирелә, 1820 йылдан йортауай старшина булып китә. Документта түбәндәге юлдар бар: «Әрмелә 1-се баш-ҡорт полкы составында 1807 йылдан, 1811 йылда сауҙа ҡарауанын оҙатыуҙа, 1809, 1814 йылдарҙа ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаларында ҡырғыҙ ҡараҡтарын тотоуҙа, 1818 йылда Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә». Ғаилә хәле: ҡатындары—Ҡунаҡбикә, Бәлхиә, Хәҙисә, балалары: Ҡотләхмәт, Шәрәфетдин, Әбделмәхийән, Хажимѳхәмәт, ҡыҙҙары Ғәнбәрә, Барһын, Ғәйшә.

4. Әйүп Үтәғолов, 46 йәш, Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан. Хеҙмәтен казак булараҡ 1811 йылдың ғинуарында башлай, 1828 йылдың февраленән урядник дәрәжәһендә. Уның хаҡында түбәндәге юлдар бар: «Әрмелә 1812 йылдан 8-се башҡорт полкы составында, тѳрлѳ йылдарҙа Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә булды». Ғаилә хәле: ҡатыны—Бәҙиғолъямал, балалары: Сәйетйәғәфәр, Исмәғил, Мѳхәйҙәр, Әбделғәфәр. Ә.З.Әсфәндийәров мәғлүмәттәре буйынса, яуҙа күрһәткән батырлығы ѳсѳн «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» кѳмѳш миҙалы менән бүләкләнгән.

5. Ҡаһарман Суҡбаев, 50 йәштә, Ейәнсура районының Бикбай ауылынан. Хеҙмәтен 1806 йылдың майында казак булараҡ башлай, 1828 йылда урядник булып китә. Архив сығанаҡтарында уның тураһында: «1807, 1812 йылдарҙа 1-се башҡорт полкы составында, 1833 йылда Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә була». Ә.З.Әсфәндийәров мәғлүмәттәре буйынса ике кѳмѳш миҙал менән бүләкләнгән. Грамоталы кеше булған, тѳркисә уҡый-яҙа белгән. Ҡатындары—Йәнгѳл һәм Сәлиха, балалары: Мѳ-хәмәтсадиҡ, Фәхретдин, Әфләтүн.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 51-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Ф.М.Сѳләймәнов,

тарих фәндәре кандидаты.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap