Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ЙӘЙГЕ МӘШҒҮЛЛЕККӘ ИҒТИБАР ҘУР
Untitled document

Бөгөн йәштәрҙең буш ваҡытын файҙалы үткәреүе, уларҙың мәшғүллеге актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Йәмғиәттәге кеүек үк йәштәр араһында ла күп кенә ҡараштар, мәғариф-мәҙәни һәм әхлаҡи үҫеш кимәлендә үҙгәрештәр килеп тыуыу сәбәпле, балаларҙың йәйге мәшғүллеге лә яңыса алымдар талап итә. Бөтөн ошо үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп, колледжда йәштәрҙең йәйге ялын, һауыҡтырыу хеҙмәттәрен һәм мәшғүллеген планлаштырыу апрель айында уҡ башлана. Иң тәүҙә социаль педагогтар студенттар араһында анкеталар тарата һәм шуға ярашлы студенттарҙың йәйге мәшғүллеге мәсьәләһе хәл ителә. Мәҫәлән, быйылғы йыл күрһәткестәре буйынса студенттарҙың 70 проценты йәйгеһен эшләп алырға теләй.

Колледжда 2013 йылда студенттарҙың йәйге мәшғүллеге түбәндәге йүнәлештәр буйынса ойошторолған:

1. Уҡыу һәм производство практикаһы

2-се һәм 3-сө курс студенттары тулыһынса уҡыу һәм производство практикаһы үтә. Практик шөғөл уҡыу процесының мөһим өлөшө булып та тора. Комплекслы белем алыу һәм киләсәктә юғары кимәлдәге һөнәрмәндәр булып сығыу өсөн практиканың мөһимлеген йәштәр үҙҙәре лә яҡшы төшөнә.

Студенттарҙың практика үтеү урынын ҡаланың төрлө ойошмалары менән килешеү нигеҙендә колледж етәкселеге билдәләй. Уҙған йылда «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы, «Башҡорт шахта үтеү идаралығы», «Башҡорт баҡыры», «Строймеханизация», «Александрит тау-руда компанияһы» йәмғиәттәре кеүек 15 предприятие менән килешеү төҙөлгән. Бындай практикалар студенттарға белем биреп кенә ҡалмай, ә эш урындары булдырыуға ярҙам да итә. Йәштәр бер ыңғайҙан эш урындарына практикант булып төшөү хоҡуғын да ала һәм улар-ға хеҙмәттәре өсөн аҡса түләнә. Шулай итеп, үткән йәй 46 студент төрлө предприятиеларҙа 7 меңдән 35 мең һумғаса тиклем эш хаҡы алған.

2. Төҙөлөш отрядтары

Уҡыу йорттарында төҙөлөш отрядтары булдырыу электән килгән матур йола. Сибай күп тармаҡлы колледжында ла был йоланы тотоп киләләр. 2013 йылда ойошторолған төҙөлөш отрядына эштәр етерлек булған. Улар Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы менән ҡушылыу нигеҙендә килеп тыуған күсенеү, урынлашыу мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған. Быларҙан тыш ятаҡ һәм уҡыу бинаһындағы йәйге ремонт, аҡлау, буяу, гараждарҙы, ҡоймаларҙы төҙөкләндереү, биләмәне йәшелләндереү кеүек эштәр ҙә студенттар тарафынан башҡарылған. Ай ярымлыҡ хеҙмәт хаҡы егәрле студенттар кеҫәһенә уртаса 18 мең һумлыҡ килем булып инеп ятҡан.

Ә инде алты студент-программист июнь-июль айҙарында информатика уҡытыусыһы етәкселегендә колледждың компьютерҙарын көйләү, ремонтлау менән булышҡан һәм был хеҙмәттәре өсөн 17400 һум түләү алған.

3. Крайҙы өйрәнеү экскурсиялары

Тау сәнәғәте йүнәлешендә белем алған студенттар өсөн крайҙы өйрәнеү ҙә бик мөһим. Ошо маҡсатта колледж йыл да тәрбиәләнеүселәрен ниндәйҙер ерлек менән таныштырып, ер-һыу күрһәтеп тора. Уҙған йыл июнь айында студенттарҙың бер төркөмө Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында урынлашҡан Илмән дәүләт заповеднигының тәбиғи-фәнни музейына ике көнлөк сәйәхәт ҡылған, Көньяҡ Уралдың ландшафт комплексы менән танышҡан, минералдар һәм тау тоҡомдары буйынса белемдәрен нығытҡан. Икенсе төркөм иһә Баймаҡ районында урынлашҡан Fәҙелша шарлауығында булып, Ирәндек тармағының Ваҡташ тауы таштарын өйрәнгән. Шундай уҡ бер төркөм Силәбе өлкәһе Нағайбәк районы Фершампенуаз ауылындағы таш музейында булыу бәхетенә ирешкән.

Ағиҙел йылғаһы буйлап һалда ағып төшөү—колледж студенттары өсөн күңелле ял ғына түгел, ә экологик йүнәлештәге файҙалы хеҙмәт тә. Улар, башҡа туристарға үрнәк күрһәтеп, туҡталыштар мәлендә тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартҡан, йылғаны ләмдән арындырған.

Колледж хакимиәте йәйге мәшғүллек һәм ял юҫығында социаль ярҙамға мохтаж булған студенттарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Уларға «Талҡаҫ» шифаханаһына бушлай йүнәлтмәләр бирелә. Шул уҡ ваҡытта студенттар йәйге лагерҙарға, шифаханаларға ла эшкә урынлаша ала. Колледж етәкселеге был тәңгәлдә лә уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap