Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЭШҠЫУАР ҺӘМ ИҠТИСАДСЫЛАР ѲСѲН ИШЕКТӘР АСЫҠ…
Untitled document

Сауҙа ѳлкәһе һәм иҡтисад йылдам үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Был иһә үҙ сиратында юғары квалификациялы һәм практик йәһәттән әҙер булған белгестәр талап итә. Ошо мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, 1994 йылда Сибай ҡалаһында Ѳфѳ сауҙа-иҡтисад колледжының филиалы асыла. Ә 2001 йылда иһә уҡыу йорто үҙ аллы уҡыу йорто статусы ала. Ошо йылдар эсендә Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы банк хеҙмәткәре, эшҡыуар, иҡтисадсы кеүек барлығы 2 меңгә яҡын белгес әҙерләп сығарҙы. Бѳгѳн иһә бында 285 студент белем ала.

Әлбиттә, уҡыу йортоноң уңышлы эшләүе, тәү сиратта үҙ фәнен яратҡан, студенттарға тѳплѳ белем бирергә ынтылған уҡытыусылар коллективына бәйле. Бѳгѳнгѳ кѳндә йәмғеһе 20 уҡытыусы иҫәпләнеп, шуларҙың 10-ы—юғары квалификацияға, 4-һе—1-се категорияға эйә һәм 1 фән кандидаты белем бирә. Шулай уҡ «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» һәм «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен 1-шәр кеше йѳрѳтһә, 4 уҡытыусы «Башҡортостандың мәғариф отличнигы», 2 кеше «Башҡортостандың урта махсус белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре» булып һанала. Колледжды ниндәй генә етәкселәр етәкләһә лә, белем биреүҙең тѳп маҡсаты—баҙар шарттарына яраҡлы белгестәр әҙерләү булып торҙо. Бѳгѳнгѳ кѳндә уҡыу йортон Халыҡ-ара педагогик фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, социология фәндәре кандидаты Тайфур Ғәрифйән улы Вәхитов етәкләй.

Сибай сауҙа-иҡтисад колледжында студенттар кѳндѳҙгѳ һәм ситтән тороп уҡыу нигеҙендә 5 йүнәлештә—«Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе», «Хоҡуҡ», «Менеджмент», «Коммерция», «Банк ѳлкәһе» һѳнәрҙәре буйынса белем ала. Әйткәндәй, һанап кителгән барлыҡ һѳнәрҙәр ҙә тиерлек тѳрлѳ йылдарҙа асылған. Был иһә уҡыу йортоноң заман менән йәнәш атлауын күрһәтә. Заман ҡуйған талаптарға ярашлы, уҡыу йортонда ѳҫтәмә һѳнәрҙәр биреү ҙә яҡшы ойошторолған. Мәҫәлән, студенттар тѳп һѳнәргә эйә булыу менән бер рәттән—1С программалы бухгалтер, ЭВМ операторы, секретарь-референт, официант, һатыусы, сауҙа агенты, һатыу буйынса менеджер, туризм буйынса менеджер булыу мѳмкинлегенә эйә. Йәғни, былар барыһы ла студенттарҙы эш менән тәьмин итеүҙә ярҙам итәсәк.

Үрҙә әйтелгәнсә, колледж барлығы 2 меңгә яҡын студентты тормош юлына әҙерләп сығарһа, уларҙың күпселеге сауҙа предприятиеларында, дѳйѳм туҡланыу йәмғиәттәрендә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. Шулай уҡ шәхси эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Студенттарҙың эш практикаһына ла ҙур иғтибар бирелә. Улар йыл да белемдәрен практик йәһәттән иң яҡшы сауҙа предприятиеларында, суд органдарында, прокуратурала, һалым инспекцияһында, банкыларҙа, ҡала хакимиәте бүлектәрендә, шулай уҡ Урал аръяғы райондарында һәм Силәбе ѳлкәһе ҡала-райондарында камиллаштыра. Әйткәндәй, йыл да сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыу күрһәткесе 90 проценттан юғары тәшкил итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күпселеге белемдәрен Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Магнитогорск кеүек илебеҙҙең эре юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Был йәһәттән колледж етәкселегенең дә роле ҙур. Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Ѳфѳ филиалы менән яҡшы бәйләшештәр булдырыу ҙа мѳмкинлектәр тыуҙырмай ҡалмай. Мәҫәлән, был уҡыу йортона уҙған йылда 43 студент уҡырға ҡабул ителгән.

Дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, уҡытыу процесын хеҙмәт баҙары талап иткән инновацион технологиялар ҡулланып алып барырға тырышалар. Ғѳмүмән, колледж эшләй башлағандан алып, уҡыу йортоноң матди-техник базаһын үҫтереү, эшкә һәләтле ижади коллектив булдырыу, уҡытылған йүнәлештәр буйынса профориентацион эште дауам итеү, ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү, Урал аръяғы район һәм ҡалалары хакимиәттәре менән бәйләнеште нығытыу кеүек бурыстар алғы планға ҡуйылған. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү маҡсатында министрлыҡтың сауҙа ѳлкәһе хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын үҫтереү үҙәге менән яҡшы бәйләнештәр тыуҙырыуға ѳлгәшелгән.

Студенттарҙы социаль ярҙам менән тәьмин итеү ҙә иғтибар үҙәгендә. Сессия һѳҙѳмтәләре буйынса имтихандарҙы «4» һәм «5» билдәләренә тапшырыусыларға академик стипендияларҙан тыш, социаль стипендиялар һәм матди ярҙам биреү ҙә ҡаралған. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында 130 студент, йәғни белем алыусыларҙың 40 проценты социаль стипендия менән тәьмин ителгән.

Әйтергә кәрәк, сауҙа-иҡтисад колледжында белем алыу һәм йәшәү буйынса бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Уҡыу әсбаптарынан тыш, ѳҫтәмә материалдарҙы туплаған китапхана, балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу һәм ял итеү уңайынан тренажер һәм спорт залдары, аш-һыу әҙерләү лабораторияһы эшләп килә. Шулай уҡ улар иҫәбенә медицина пунктын, яҡшы йыһазландырылған уҡыу кабинеттарын да индерергә мѳмкин. Әйткәндәй, уҡыу йортоноң компьютер кластары ҡалала иң яҡшылар иҫәбендә.

Шуныһы ҡыуаныслы, студенттар белем алыу менән генә сикләнеп ҡалмай, үҙҙәрен ижади яҡтан үҫтерә, фән менән шѳғѳлләнә, сәләмәт тормош алып бара. Шулай уҡ улар тѳбәк-ара һәм ҡала кимәлендә уҙғарылған художестволы үҙешмәкәрлек конкурстарында, спорт ярыштарында ҡатнашып кѳстәрен һанай. Быға миҫал итеп, уҡыу йортоноң кулинария һәм сервис буйынса V республика чемпионатында лауреат исеменә лайыҡ булыуын, Анапа ҡалаһында уҙған музейҙар һәм махсус урта белем биреү уҡыу йорттарының патриотик ойошмалары ҡатнашҡан «Беҙҙең Еңеү» Бѳтә Рәсәй слетында һәм Белорет ҡалаһында уҙған «Студент яҙы-2012» зона конкурсында 3-сѳ урын яулауҙарын килтерергә мѳмкин. Күп йылдар инде колледж данын яҡлаған «Алтын үксә» бейеү ансамблендә лә студенттар теләп шѳғѳлләнә. Әйткәндәй, уҙған йылда уҡыу йорто бейеүселәре ҡала бейеү коллективтары араһында 1-се урынға лайыҡ булды.

Ошо кѳндәрҙә уҡыу йортонда документтар ҡабул итеү башланды. Студенттар 9 һәм 11 йыллыҡ белем нигеҙендә ҡабул ителә. Иҡтисад һәм хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһынғандар, эшҡыуар булырға теләүселәр, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы һеҙҙе кѳтә!

Данил Әбделғазин.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap