Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ТАШ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ
Untitled document

Кешелек тарихында таш эшкәртеү, моғайын, тәүге сәнғәт төрҙәренең береһелер. Ваҡыт ағымы менән бергә таш эшкәртеү ҙә үҙгәрә, камиллаша, еңелләшә бара. Ер ҡуйынынан алынған тәбиғи таш ҡабатланмаҫ ижад емеше, һоҡланғыс сәнғәт өлгөһө булыу өсөн оҙайлы юл үтә.

Таш эшкәртеү буйынса бөгөн күп төрлө махсус ҡорамалдар уйланып табылһа ла, был өлкәлә шулай ҙа ҡул эше өҫтөнөрәк баһалана. Бигерәк тә махсус эскиздар буйынса төҙөлгән мозаика паннолары һорау менән ҡулланыла. Һуңғы ун йылда Уралда таш эшкәртеү сәнғәте һәм сәнәғәте яңы һулыш алды һәм был өлкә Сибай күп профилле колледжында ла яңыса иғтибар, ҡараш яуланы. Инновацион белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында колледж етәкселеге таш эшкәртеүсе оҫтаханалар менән социаль килешеүҙәр булдырған. С.А.Чулковтың «Каро», П.А. Лазаренковтың «Йәшмә» шәхси ойошмалары һәм М.В.Варзин етәкселегендәге «Гаргона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте колледж студенттарын практик яҡтан үҫтереп кенә ҡалмай, ә уларҙы уҡыуҙарын тамамлағандан һуң эшкә лә саҡыра.

Сибай политехник колледжы базаһында таш эшкәртеү өлкәһендәге тәүге специальность 1996 йылда барлыҡҡа килә һәм ул «Һынлы сәнғәт һәм халыҡ һөнәрселеге» тип атала. Был бүлек 280 таш эшкәртеү белгесе әҙерләп сығара һәм был оҫталар Сибай, Өфө, Екатеринбург, Санкт-Петербург, Силәбе оҫтаханаларында эш урындарын тапҡан. Бөгөнгө көндә бында 68 уҡыусы һөнәр үҙләштерһә, шуларҙың 28-е быйылғы йылда йәш белгес булып сығасаҡ. Йәштәр бынан тәбиғи ташты юғары оҫталыҡ өлгөһө итә белеү серҙәренә төшөнөп, өлгөргән һөнәрмән булып тормош юлына баҫа. Уларға белем алыу һәм практиканы үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Колледждың оҫтаханалары төрлө ҡорамалдар һәм станоктар менән йыһазландырылған, бында тәжрибәле һәм һәләтле уҡытыусылар эшләй. Таш эшкәртеү буйынса яңы технологиялар, һөнәри нескәлектәр ентекле өйрәтелә, заманса ҡорамалдар сафҡа индерелеп, үҙләштерелә бара.

Колледж студенттарының күргәҙмә хеҙмәттәре республика һәм хатта Рәсәй кимәлендәге бәйгеләргә лә сығарылып, призлы урындар яулап тора. Үткән йыл Сибай күп тармаҡлы колледжы оҫталары Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән «Ладья» күргәҙмәһендә ҡатнашҡан, апрель айында иһә Тольятти ҡалаһында барған беренсе милли чемпионаттың «Каменотес» йүнәлешендә IV курс студенттары Рүзил Байгилдин, Владислав Чеченев һәм Әҡсән Ихсановтар еңеү яулаған. Владислав Чеченев Рәсәй йыйылма командаһына индерелеп, донъя чемпионатында сығыш яһау хоҡуғын алған.

Европа таш эшкәртеүселәренең спецификаһы, башлыса, архитектура таштары. Ә беҙҙең төбәк материалы—йәшмә. Йәшмә тәбиғәте менән ҡаты таш булғас, унан күберәген ваҡ һәм нәзәкәтле әйберҙәр яһала. Флорентия мозаикаһы, бәләкәй формалағы скульптуралар, сувенир продукциялары йәшмәнән бик зауыҡлы килеп сыға һәм ҙур һорау менән ҡуллана. Йәш оҫталар, әлбиттә, йәшмә менән бер рәттән бөтә төр Урал таштарын да файҙалана. Һалҡын ташҡа йән өрөү, уны бөтә сағыулығында балҡытып, нурландырып ебәреү—уларҙың буласаҡ һөнәре.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap