Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
«БЕҘҘӘ УҠЫҒАНДАР ЭШҺЕҘ БУЛМАЯСАҠ»
Untitled document

Сибай күп тармаҡлы колледжы 1962 йылда Сибай тау-байыҡтырыу техникумы булараҡ барлыҡҡа килә. 2012 йылда уҡыу йорто абруйлы юбилейын—50 йыллығын билдәләне. 2013 йылда, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы менән берләшеү һөҙөмтәһендә, колледж яңы исем алды, әммә тау белгестәрен әҙерләү йүнәлешен юғалтманы. Быларға өҫтәп, бында йәштәр өсөн тағы ла яңы мөмкинлектәр, яңы һөнәрҙәр үҙләштереү юлдары асылды. Был хаҡтағы тулы мәғлүмәтте беҙгә колледж директоры Лундеж Хәлит улы Байморатов бирә.

—Лундеж Хәлит улы, колледжда бөгөн ниндәй йүнәлештәр буйынса һөнәр алып сығырға була?

—Бөгөн колледж база һәм юғары кимәлдәге һөнәри белем биреүсе учреждение булып тора. Бында «Автомобиль транспортын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү», «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм техник эксплуатациялау», «Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы эксплуатациялау һәм төҙөү», «Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын ер аҫты эшкәртеүе», «Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу», «Һынлы сәнғәт һәм халыҡ һөнәрселеге», «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе», «Финанстар», «Маркшейдер эше», «Компьютер системаларын программалау» кеүек ун өс йүнәлеш буйынса урта звено белгестәре әҙерләнә. Шулай уҡ 2010 йылдан 5 программа буйынса уҡытыу алып барған ситтән тороп уҡыу бүлектәре лә булдырылған. Алты йыл элек өҫтәлмә белем биреү хеҙмәте лә яңыртылды. Хәҙерге көндә колледждың төп һөнәри белем биреү программалары буйынса квалификацияны күтәреү курстары, коммерция төркөмдәре эшләп килә, уларҙа «шахта үтеүсе», «быраулау ҡорамалы машинисы», «электр ҡорамалдарын ремонтлау слесарь-электригы», «нығытыусы», «ер аҫты тау эшсеһе», «тейәүсе машина машинисы», «онтаусы», «насос ҡоролмалары машинисы» кеүек 28 өҫтәлмә эшсе һөнәрҙәргә өйрәтелә. Сибай ҡалаһының һәм Урал аръяғы райондарының Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре менән килешеү нигеҙендә лә ваҡытлыса эшһеҙ булғандарҙы яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү һәм уҡытыу ҡаралған.

Әлеге ваҡытта колледжда көндөҙгө бүлектә 1000-гә яҡын студент уҡый, 180 кеше ситтән тороп белемен камиллаштыра һәм 1300 кеше яңы һөнәр үҙләштерә.

—Студенттарға практика үтеү һәм артабан эш урындары табыу өсөн партнерҙарығыҙ ҙа абруйлы ғына.

—Эйе. «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлеге, «Башкирэнерго», «Башҡорт шахта үтеү идаралығы», «Башҡорт баҡыры», «Строймеханизация» йәмғиәттәре, «Артель» халыҡ кәсептәре уҡыу-производство предприятиеһы, «Йәшмә» оҫтаханаһы һәм башҡа мәртәбәле предприятие, ойошмалар менән килешеү нигеҙендә студенттарыбыҙ уларҙа практик белемен нығыта, йәй көндәре үҙҙәренә аҡса эшләп алыу мөмкинселеге менән файҙалана һәм, әлбиттә, күптәре юғарыла һанап үткән ойошма-предприятиеларҙа үҙҙәренә эш урыны таба.

—Белеме һәм һайлаған һөнәре бөгөнгө көн талабына яуап бирһен өсөн, һеҙҙеңсә, йәш кеше ниндәй уҡыу йортон һайларға тейеш?

—Иң беренсе, йәш белгес ниндәй генә һөнәр эйәһе булғанда ла, үҙ өлкәһендә белемле булһын, бөгөн бер ерҙә лә белемһеҙҙәрҙе эшкә алмайҙар. Икенсенән, хеҙмәт баҙарында был һөнәр һорау менән файҙаланһын. Шулай уҡ үҙ ерлегебеҙҙә кәрәк булған, ошонда файҙалана алған һөнәрҙәрҙе үҙләштереү ҙә отошло. Беҙҙең колледж тәҡдим иткән һөнәри йүнәлештәргә килгәндә иһә, аныҡ һәм ышаныслы итеп әйтә алам: беҙҙә уҡығандар эшһеҙ булмаясаҡ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap