Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
КОЛЛЕДЖ ЙӘШ ТАЛАНТТАРҘЫ КѲТӘ
Untitled document

 

Бынан 15 йыл элек, йәғни 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты ҡарары менән Сибай ҡалаһында Ѳфѳ сәнғәт училищеһының филиалы асыла. Уҡыу йортона директор итеп Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры Камил Абдрахман улы Вәлиевты тәғәйенләйҙәр.Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт урта һѳнәри белем биреү учреждениеһына ҡараған Сибай сәнғәт колледжы Урал аръяғы тѳбәгендә таланттарҙы асыусы һәм үҫтереүсе берҙән-бер уҡыу йорто булып тора. Ысынлап та, был колледж Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Бѳрйән һәм Ейәнсура райондарынан, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан сыҡҡан һәләтле балаларҙың алтын генофондын һаҡлау ѳсѳн ойошторола. Был белем усағы менән йәш, талантлы етәксе Руслан Сайдан улы Рахманғолов етәкселек итә.

Әлеге ваҡытта Сибай сәнғәт колледжында бѳтәһе 139 студент белем ала. Музыка серҙәренә тѳшѳнѳүселәр араһында башҡорт Урал аръяғы райондарынан уҡырға килеүсе йәштәрҙән тыш күрше Ырымбур ѳлкәһенән дә вәкилдәр бар.

Колледж ике уҡыу корпусына эйә. Ситтән килгәндәргә бѳтә уңайлыҡтары булған дѳйѳм ятаҡтан урын бирелә. Һуңғы ѳс йылда колледжды тамамлаусы йәш белгестәрҙең 67,6 проценты специальностары буйынса эшкә урынлаштырһа, ҡалған 32,4 проценты юғары уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, колледжды тамамлаусылар араһында Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә эшһеҙлек буйынса иҫәптә тороусылар юҡ.

Колледжда студенттарҙың үҙидара Советы уңышлы эшләп килә. Советта уҡыу, мәҙәни-ағартыу, социаль-кѳнкүреш, спорт һәм художество-биҙәү секторҙары булдырылған. Колледж тормошо менән гѳрләп йәшәүсе үҙидара Советы даими рәүештә йыйылыштар үткәреп, киләсәккә билдәләнгән бурыстарҙың үтәлешен тикшереп, күҙәтеп тора.

Колледж студенттары ҡала, тѳбәк һәм республика кимәлендә уҙғарылған бер генә саранан да ситтә ҡалғаны юҡ. Рәсәй Федерацияһы отличнигы Н.Ф.Хафизов етәкселегендәге халыҡ инструменттары оркестры һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Р.С.Рахманғолов етәкләгән халыҡ инструменттарында уйнаусы уҡытыусылар ансамбле бик күп мәҙәни байрамдарҙың сағыу биҙәге булып тора. Студенттар академия хорында (етәксеһе Е.А.Мукаева), тынлы оркестр һәм эстрада ансамблендә (етәксеһе Н.А.Аловадинов) бик теләп шѳғѳлләнә. Буласаҡ музыканттарҙың мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашып, гел призлы урындар яулап тороуы күп нәмәләр хаҡында һѳйләй. Филиалды тамамлаусы ҡыҙ һәм егеттәр Ѳфѳ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларында уҡыуын дауам итә. Күптәре «Ирәндек моңдары», «Оҙон кѳй», «Ҡурай байрамы», «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» кеүек тѳрлѳ республика һәм тѳбәк йыр-моң бәйгеләрендә Гран-при яуланы, лауреат һәм дипломант булды.

Колледжда белем биреү бюджет һәм коммерция нигеҙендә алып барыла. Уҡыу ваҡыты—3 йыл да 10 ай.

Фортепиано бүлегенә инеүселәр полифония (инвенция), соната, вариациялар һәм һайлау буйынса пьеса йәки этюд тапшырырға тейеш.

Актерлыҡ сәнғәтен үҙләштерергә теләүселәр I турҙа әҙәби әҫәр башҡарырға, II турҙа этюд күрһәтергә һәм III турҙа коллоквиум тапшырырға бурыслы.

Вокал бүлегенә уҡырға килеүселәрҙең вокал һәләте, ритмды тойоу ҡеүәһе тикшерелә. Артабан буласаҡ йырсыларға халыҡ йырын һәм лирик әҫәрҙе йырлап ишеттерергә, яттан шиғыр һѳйләргә кәрәк.

Халыҡ инструменттары бүлеген һайлағандар ҡурай, баян, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ буйынса махсуслаша ала. Был бүлектә абитуриенттарҙың ишетеү, ритмды тойоу, импровизация һәләтен һәм хәтер торошон ҡарайҙар. Артабан буласаҡ музыкант берәй музыка инструментында тѳрлѳ кѳйҙәр уйнап ишеттерергә тейеш. Иң аҙаҡ улар коллоквиум тапшыра.

Оркестр, тынлы һәм һуҡма инструменттар бүлегенә инеүселәр ике тѳрлѳ характерҙағы әҫәрҙәрҙе: кантилена, концерт, соната, вариациялар, виртуоз характерҙағы пьесалар башҡара. Артабан уларҙың музыкаль һәләте тикшерелә һәм әңгәмәләшеү үткәрелә.

Гитара бүлеген һайлаусыларға ла шундай уҡ талаптар ҡуйыла.

Рәсем бүлегенә килгән абитуриенттар рәсем, һүрәт тѳшѳрѳү сәнғәте һәм композиция буйынса имтихандар тапшыра.

Күреүегеҙсә, тәбиғәттән музыкаль, рәсем тѳшѳрѳү һәм актерлыҡ һәләттәре булған егет һәм ҡыҙҙар ѳсѳн Сибай сәнғәт колледжында уҡыу, ижад итеү ѳсѳн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Республикабыҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте тип янып йәшәүсе һәм ижади эҙләнеүҙәр менән яныусы йәш таланттарҙы Сибай сәнғәт колледжында кѳтѳп ҡалалар.

Альбина Таһирова әҙерләне.

Һүрәттә: «Беҙгә уҡырға килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!»—ти музыкант ҡыҙҙар.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap