Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
«САҠЫРА ЛА ТОРА ТЫУҒАН ЕР...»
Untitled document

Фирүзә Абдуллина (Байтүрина)—Баймаҡ районының Шүлкә ауылы ҡыҙы. Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлағандан һуң, яҙмышын балалар уҡытыу менән бәйләү маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Яҙмыш уны Ҡырмыҫҡалы районы ерлегенә нигеҙләндерә һәм ул оҙаҡ йылдар инде Иҫке Бәпес ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Бала саҡтан ижад менән шөғөлләнә, моңло, халыҡсан шиғырҙары әленән-әле матбуғатта күренеп тора.

Йәш ҡатындар, һомғол буйҙарына
Кейеп ҡарап, күлдәк һайлайҙар…
Нимә кейһәләр ҙә, һай, килешә!
Йәлләберәк миңә ҡарайҙар…

…Тал-сыбыҡтай нескә буй-һындарым
Өйәңкеләй булып нығынған,
Тик йәлләргә мине ашыҡмағыҙ—

Мин түгелмен һеҙгә күҙ ҡыҙған!

Йәшлек иҫәрлеге артта ҡалған,
Аҙмы-күпме аҡыл йыйылған.
Миңә хәҙер ярай бөтәһе лә!
Бер нәмә юҡ миңә тыйылған!

Эй бигерәк оҡшай ошо йәшем:
Өй төҙөлгән, бала иламай,
Аҡыл өйрәтерлек бер кем дә юҡ,
Бер кем минән отчет һорамай.

Буй-һын һаҡлап, ҡурҡып тораһы юҡ,
Ни теләйем шуны ашайым,
Барыр ергә тыныс бара алам,
Үҙем теләгәнсә йәшәйем!

Урыҫ әйтә: «Бер туҡмалған өсөн
Ике туҡмалмаған бирәләр»—
Бушҡамы ни яҙмыш типкеләгән?
Юҡҡамы ни булған үпкәләр?

Иҫәр йәшлек, шөкөр, артта ҡалған,
Сал ҡартлыҡҡа әле ваҡыт бар.
Самый ҡолас ташлап йәшәр ваҡыт!
Мин үткәндә хатта урам тар!

Йәлләмәгеҙ мине, йәш һылыуҙар,
Һайлап-һайлап күлдәк кейегеҙ.
Минең күңелдәге шатлыҡ, байлыҡ
Күлдәктәрҙән матур, белегеҙ!

Мин—Баймаҡтан!

Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәһәм дә,

«Баймаҡ» тигән һүҙҙе ишетһәм,

Тертләп китәм. Йөрәк тибә башлай

Әсәм ингән кеүек ишектән.

Fәзиз тыуған ерем! Иҫләйһеңме

Бәхет эҙләп киткән ҡыҙыңды?

Данлы улдарыңды иҫләйһеңдер,

Киткән ҡыҙың—киҫкән ҡырҡынды...

Ҡайтам тиһәң, ҡайтып етеп булмай,

Китәм тиһәң, тағы бер бәлә.

Ә шулай ҙа күңел шунда әйҙәй,

Оноторлоҡ сара юҡмы әллә?

Сит тарафта хәҙер үҙ кеше мин,

Башҡа ергә хеҙмәт иткәнмен...

Ләкин аңламайым күңелемдә

Ниңә һаман Баймаҡ икәнен.

«Баймаҡ» тиһәм, башты күккә сөйәм,

Яурындарым хатта кирелә.

Күңелемә һаман шундай яҡын

Кешеләре, һыуы, ере лә.

Кем Баймаҡта тыуған, шулар белә:

Беҙҙең аңға, ҡанға һеңгән ул.

«Мин Баймаҡтан!» тигән һүҙҙе ғорур

Ҡабатлайҙар күпме ҡыҙ һәм ул.

...Күпме йылдар ситтә йәшәһәм дә,

Саҡыра ла тора тыуған ер.

Баймаҡ бары тыуған урын түгел,

Ул—диагноз. Бөтәбеҙгә бер.

Иләк

Бар ғүмерем иләк кеүек,
Иләйем дә иләйем:
Кәрәкте кәрәкмәгәндән
Айырырға теләйем.
Меңәр тонна руда йыуған
Алтын эҙләүсе кеүек,
Иләйем төрлө хистәрҙе
Иләккә өйөп-өйөп.
Мөхәббәтте, татыулыҡты,
Тоғролоҡ, сабырлыҡты,
Иләп алдым ябайлыҡты,
Тағы ла матурлыҡты…
Ҡылған ҡылығынан сығып
Иләйем кешеләрҙе,
Янда ҡалдырам яҡынды,
Үҙебеҙ ишеләрҙе.
Үҙемә кәрәктәрҙе мин
Үҙем һайлап алғанмын,
Кемдәрҙеңдер иләгенән
Үҙем төшөп ҡалғанмын.
Тормош—үҙе оло иләк,
Иләй арымай-талмай,
Йәшәргә тырышҡан булам
Иләктән төшөп ҡалмай.
Иҫәптән төшөп ҡалмай…

* * *

«Үпкәләнең мәллә?»—тиһең,
Бер ҙә үпкәләмәнем!
Әйтерһең, һин хистәремде
Бер ҙә типкеләмәнең!
Мин һинән көттөм йылы һүҙ,
Аңлауға өмөт иттем—
Һин бары минең күңелгә
Аяҡтарыңды һөрттөң.
Үпкәләргә кәрәк микән?
Яратҡандар рәнйетмәй.
Йәшәйем, яратмағанға
Хистәрҙе әрәм итмәй.
Күңелемдең яраланып,
Ярһынып торған мәле…
Яраларымды ямарға
Яратҡандар бар әле!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap