Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ҺАБАҠТАШТАРЫБЫҘ СПЕКТАКЛЬ ҠУЙҘЫ
Untitled document

Күптән түгел Сибай педагогия колледжының тантаналар залында бер төркөм студенттар тарафынан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың «Кәрлә йондоҙ» исемле комедияһы сәхнәләштерелде.

Утыҙ йыл элек яҙылған әҫәр бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. Унда ғәҙелһеҙлек, ата-әсәләр һәм балалар мөнәсәбәте, ысын мөхәббәт, уҡыу-уҡытыу системаһын яҡшыртыу кеүек проблемалар күтәрелә.

Спектаклдә ҡатнашыусы ҡыҙҙар-егеттәрҙең һәр береһе үҙ өҫтөндә әүҙем эшләп, тейешле образға инеп ихлас уйнаны, быға тиклем һиҙелмәгән һәләттәрен асты, үҙҙәрен яңы өлкәлә һынап ҡараны. Көн һайын үткәрелгән репетициялар, ҙур-ҙур текстарҙы ятлау, шул уҡ ваҡытта һәр бер хәрәкәтте иҫтә тотоу студенттар өсөн үҙе бер тәжрибә булды.

—Был комедияны сәхнәләштереүҙең төп маҡсаты башҡорт теленә, туған әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, театр сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, балаларҙың һә-ләттәрен асыу һәм төрлө яҡтан тәрбиәләү булды,—ти спектаклде ҡуйыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина.

Дөйөм алғанда, беҙгә спектакль бик оҡшаны. Матур ял бүләк итеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Карина Әбсәләмова,

Сибай педагогия колледжы студенты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap