Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
19.05.2014
АТАЙ-ОЛАТАЙҘАР ҺАҠЛАП АЛЫП ҠАЛҒАН БАР ЕВРОПА ХАЛҠЫН ҮЛЕМДӘН
Untitled document

 

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһында Бөйөк Еңеүгә арналған байрам саралары 8 майҙа уҡ башланды. Был көндө Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов, Федор Белов, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт батырҙарына арналған һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды, улар янында тантаналы митингтар ойошторолдо. Ә инде 9 Майҙағы оло байрам «Мәңгелек ут» обелискыһы янында «Мәңгелек хәтер» тантаналы митингыһынан башланды.

—Бөйөк Еңеү көнө—аңлатып бөтөп булмаҫ мәғәнәгә эйә оло байрам. Күҙ йәштәре ҡатыш һағыш менән ҡыуанысты, ауыр юғалтыуҙар менән бөйөк фиҙакәрлекте бергә берләштергән байрам ул,—тине Сибай ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов, митингыға йыйылыусыларҙы тәбрикләп.—Ауырлыҡтар, бик күп юғалтыуҙар аша яуланған Бөйөк Еңеү байрамы беҙҙең өсөн халҡыбыҙҙың бөйөклөгө, уның рух һәм ихтыяр көсө символы булып ҡаласаҡ. Илебеҙҙең данлы һәм шанлы һуғыш йылъяҙмаһында беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың да батырлығы урын алыуы менән ғорурланабыҙ.

Сибай эшселәр ҡасабаһынан 350 кеше яуға киткән. Шуларҙың 200-ҙән ашыуына тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бөгөн, күрше райондарҙан күсеп килгән ветерандар менән һанағанда, Сибай ҡалаһында 81 һуғыш ветераны йәшәй. Яугир олатай-инәйҙәрҙең күбеһе таяҡҡа таянған, иң йәш тигән ветерандарҙың йәше лә туҡһанға яҡынлай. Күптәре ишетмәй, әммә ҡотлауҙарҙы ихлас ҡабул итеп, йылмайырға тырыша.

Митингыла ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәғәфәр Fәббәсов тәбрикләне.

—Бөйөк байрам менән һеҙҙе, яҡташтар! Һуғыш уты тыныуға 69 йыл үтте. Был бик ҡыуаныслы хәл, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта мәғлүмәти һәм иҡтисади һуғыш—йәштәрҙең аңын томаларға, Рәсәй халҡын һындырырға йүнәлтелгән йәшерен һуғыш тынмай. Украина менән бәйле һуңғы хәл-ваҡиғалар тураһында барығыҙ ҙа хәбәрҙар. Шуға күрә беҙ һәр ваҡыт һаҡ булырға тейешбеҙ. Барыбыҙҙың да теләгебеҙ бер—Ер йөҙөндә бер ҡасан да һуғыш уты ҡупмаһын,—тине оло йәштәге ветеран.

Яуҙа һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, йәше лә, ҡарты ла «Мәңгелек ут»ҡа сәскәләр һалды.

Ҡаланың Үҙәк майҙанына йыйылған халыҡ тантаналы парадты көтөп алды. Йылдан-йыл сафтары кәмегән ветерандар алҡыштарға күмелеп «тере коридор» аша үткәндән һуң колонналар ҡуҙғалды. Беренселәрҙән булып ветерандар һәм ҡала етәкселеге алдынан «Барс» йәмғиәтенең яугир-интернационалистары һәм хәрби хеҙмәттәрен Тажикистан, Төньяҡ Кавказ, Абхазия, Төньяҡ Осетияның ҡыҙыу нөктәләрендә үтәүселәр үтте. Улар артынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ейәндәре һәм бүләләре—уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары эйәрҙе.

«Еңеү байрағын ҡаршылау» һәм «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акциялары сиктәрендә уҙғарылған сараға сибайҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Бөгөнгө көндө күрә алмаған армия һәм флот ветерандары фотоһүрәттәрен тотоп, йөҙәрләгән кеше колонналарға теҙелде. Урамдан «Үлемһеҙ полк» үткәндә барса халыҡ тын ҡалды, күҙҙәренә йәштәр алғандар ҙа күп булды. Аллаяров Зөбәйер Әғзәм улының ейән-ейәнсәрҙәре «Үлемһеҙ полк» акцияһы хаҡында ишеткәс тә ҡартаталарының фотоһын транспарантҡа ҡуйҙырта. Сталинград һуғышында дошмандарҙы тар-мар иткән Зөбәйер Әғзәм улы тыуған яҡтары—Баймаҡ районының Fәҙелша ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайта, өйләнә, 9 балаға ғүмер бүләк итә. Ул 1980 йылда 74 йәшендә донъя ҡуя. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ, Дан ордендары һәм башҡа миҙалдар менән наградланған атайҙарын, ҡартаталарын балалары тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.

Парад тамамланыу менән байрам саралары Үҙәк майҙан сәхнәһенә күсте. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә көс һалыусыларға миҙалдар тапшырылды. «Хеҙмәттә ҡаҙанған уңыштар һәм тырышлыҡ өсөн» миҙалы менән «Фронтташ әхирәттәр» клубы етәксеһе Н.В.Кодакова, «Хәрби-патриотик эште әүҙем алып барғаны өсөн» миҙалы менән хәүефһеҙлек һабаҡтары нигеҙҙәре уҡытыусылары Х.F.Баһауетдинов, И.И.Исламбаев, Г.С.Худяк наградланды. Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәновтың түшенә «Хеҙмәттәре өсөн» миҙалы ҡаҙалды.

Сибай концерт-театр берекмәһе, А.Мөбәрәков исемендәге драма театры артистары, үҙешмәкәр таланттар тарафынан әҙерләнгән сағыу концертты ҡарағандан һуң Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары «Зәңгәр ут» сараһына юлланһа, тыл хеҙмәтсәндәре Сибай филармонияһы биләмәһендә уҙғарылған «Ялан кухня»һында осрашты. Инәй-олатайҙар ашнаҡсылар бешергән тәмле бутҡаны ауыҙ итеп, кинәнеп аралашты, йыр-бейеүҙәрҙе тамаша ҡылды.

Балалар һәм йәштәр Үҙәк майҙанда, «Труд» стадионында, Балалар ижады үҙәгендә ойошторолған күмәк спорт ярыштарында көстәрен һынап ҡараны.

Эйе, ваҡыт аяуһыҙ. Дәһшәтле һуғыш беҙҙән алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған һайын, ул мәхшәрҙе күреүселәр һаны ла кәмей. Әммә нисә йылдар, быуаттар үтһә лә, беҙ бәхетле тормоштоң ниндәй юл менән яуланыуын оноторға тейеш түгелбеҙ...

Һүрәттәрҙә: байрамдан күренештәр.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap