Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
КҮҢЕЛ ЯРАҺЫ
Untitled document

Хикәйә

Йәмил Сәйҙәлиев Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә белем ала. Әле 5-се класты ғына тамамлауына ҡарамаҫтан, бик төҙөк шиғырҙар, фекерле генә нәҫерҙәр, хикәйәләр ижад итә, редакция хеҙмәткәрҙәрен үҙенең грамоталы, белемле булыуы менән һоҡландыра. Тормошҡа ололарса ҡарауы, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы аңлап анализлай белеүе һәм уларҙы эҙмә-эҙлекле итеп ҡағыҙға төшөрә алыуы Йәмилдең ябай балаларға хас булмаған фекерләү ҡеүәһенә эйә булыуын, һәләтлелеген, тырышлығын күрһәтә. Уға киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ.

Ошо арала Илһам үҙен балтаһы һыуға төшкәндәй хис итә. Мәктәпкә лә барғыһы килмәй. Әсәһе иртән уятҡас та: «Бармайым, ауырыйым»,—тине. Бәлки шәмбе көн булғанғалыр, тип уйларға тырышҡайны ла, юҡ, ниңә икәнлеген ул үҙе белә бит инде. Уның күңелендә ауыр яра бар, ул әсеттереп һыҙлап тик тора. Ә хәл былай булды...

Үткән аҙнала дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтырау менән, уҡыусылар кемуҙарҙан йүгерешеп тәнәфескә сыҡтылар. Тик бер Илһам ғына ҡабаланманы, сөнки ул бөгөн дежур ине. Гөлдәргә һыу ҡойҙо, таҡтаны һөртөп алды, сүп-сар кәрзинен түгеп килде. Дәрес башланғансы ошо эштәрҙе тамамлап, урынына барып ултырҙы тырыш малай. Тик ҡайтырға ваҡыт еткәс, бер күңелһеҙ хәл асыҡланды: Алтынайҙың аҡсаһы юғалған. Әлбиттә, дежур Илһамдан иң беренсе булып һоранылар. Бик оят булды малайға, үҙен ғәйепле кеүек итеп тойҙо ул. Ахырҙа, бер ни ҙә асыҡлай алмағас, Алтынайға күмәкләшеп аҡса йыйып биреп, күңелһеҙ хәлде кластан сығармаҫҡа килешеп, ябып ҡуйҙылар. Бер кем дә, бер ни ҙә әйтмәне, әммә Илһамдың күңеленә ауыр яра һалды ошо хәл.

Илһам үҙен көсләп торғоҙоп мәктәпкә барырға мәжбүр итте. Уға хәҙер күңелендәге ауыр тойғоларҙан бушаныу өсөн аҡса бурын табырға һәм фашларға кәрәк. Шунһыҙ еңеллек килмәйәсәк. Тап шуның менән шөғөлләнергә кереште лә инде малай. Тәфтишсе роленә инеп, башта класташтары менән айырым-айырым, унан мәктәптең башҡа ҡайһы бер балалары менән аралашты. Кемдең ошо көндәрҙә аҡсаһы мулыраҡ булған, кем нимә хаҡында һөйләгән икән? Шулай йөрөй торғас, ниһайәт, бер нәмә асыҡланды, класташы Марат тап шул аҡса юғалған көндәрҙә ҡиммәтле ҡармаҡ сыбығы һатып алған икән. Тикшеренеүҙәргә класс етәксеһе Лилиә Морат ҡыҙы ла ҡушылды. Ул Маратҡа әсәһе аҡса бирмәгәнлеген асыҡланы. Быларҙың барыһын уртаға һалып һөйләшкәс, Марат ғәйебен таныны. Ул Алтынайҙан ғәфү үтенде һәм аҡсаны кире ҡайтарып бирҙе.

...Бөгөн Илһам мәктәпкә дәртләнеп йыйына. Күңеле йырлап тора уның. Дәрестәрҙән һуң, малайҙар менән туҡталыштарҙа машиналар йыуып, Маратҡа ҡармаҡ сыбығына аҡса йыйышырға һөйләштеләр. Балыҡсы бит класташтары, уның да күңелендә яра йөрөмәһен.

Йәмил Сәйҙәлиев.

Баймаҡ ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap