Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
30.05.2014
БАЙМАҠТА АТ БАЙРАМЫ
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

23 майҙа республикабыҙҙа иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендә үткәрелгән «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны Баймаҡ районына килеп етте. Ошо абруйлы сара сиктәрендә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» тип аталған матур сара үтте. Баймаҡтарға Мәҙәниәт йылы штандартын бөрйәндәр тапшырҙы.

Ысын мәғәнәһендә ат байрамы булды был фестиваль. Атҡа бәйле бөтә төр ижад, кәсеп һәм тамаша күҙ алдына сығарылғайны. Барса халыҡ атҡа арналған йырҙар-бәйеттәр тыңлап, бейеүҙәр ҡарап, ҡымыҙ эсеп, ҡаҙы, ҡарта кеүек тәғәмдәрҙе ауыҙ итеп, ат ярыштары ҡарап ҡайтты был көндө.

Баймаҡтарҙың ни өсөн тап башҡорт аты темаһын һайлауын район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Хәлидәр ҡыҙы Йыһаншина түбәндәгесә аңлатты:

—Ерлегебеҙҙең бер данлы күрһәткесе ул башҡорт аты. Атҡа беҙҙең халыҡтың көнкүреше лә, мәҙәниәте лә, фольклоры ла, тарихы ла бәйләнгән. Был теманы төрлө яҡлап һәм бик киң итеп асырға була. Бөгөнгө байрам программаһына шуға ла бәйге лә, аттар, йылҡысылыҡҡа бәйле ризыҡтар, балаларҙың ҡул эштәре, һүрәттәре күргәҙмәләре лә, фольклор өлгөләре лә индерелде. Әле был байрамды тәүге тапҡыр, һынамаҡҡа үткәрәбеҙ. Киләсәктә ат культы тағы ла юғарыраҡ күтәрелер һәм районыбыҙ был сараны республика кимәлендә лә уҙғарыр, тип хыялланабыҙ.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡов башҡорт аты тоҡомо менән айырыуса ҡыҙыҡһынған һәм был өлкәне үҫтереүгә күп көс һалған етәксе булараҡ, үҙ фекерен әйтте:

—Баймаҡ районы—башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡлаусы берҙән-бер төбәк. Райондың бөтә төр хужалыҡтарында 10175 баш йылҡы аҫрала. Ауыл хужалығы предприятиеларында йылҡы кәмеһә, фермер, шәхси хужалыҡтарҙа йылдан-йыл арта. Ауыл хужалығы предприятиеларында—1243, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында—2380, шәхси хужалыҡтарҙа 6440 баш ат көтөлә. Шул иҫәптән 4612 баш бейә, 144 айғыр, 1518 эш аты бар,—тигән мәғлүмәттәрҙе биреп үтте ул башта.—Беҙҙең яҡтарҙа элек-электән йылҡысылыҡҡа иғтибар көслө булған. Тәбиғәт шарттары ла бының өсөн ҡулай, урындағы башҡорт аттары ла тап ошо зонала йәшәүгә яраҡлашҡан. Ҡылғанлы, бүтәгәле далалар, тауҙар—былар йылҡы малына ҡыш буйына тибенлектә йөрөү мөмкинлеге бирә.

Башҡорт аты үҙенең талымһыҙ, ауыр тәбиғәт шарттарына яҡшы яраҡлашҡан булыуы менән башҡаларҙан бер башҡа өҫтөн тора. Күп мәртәбә иғтибар иткәнем бар: тоҡомло юртаҡтар ярыштан һуң күпмелер ваҡыт эсендә хәл йыя алмаһа, мотлаҡ рәүештә хәлһеҙләнеп, эшлектән сыға. Тиреләре лә наҙлы. Әҙерәк кенә ҡаты ҡарҙа ла сыйылып, ҡанап бара. Башҡорт атын иһә ниндәй генә эшкә екмә, тиҙ арала хәл йыя, йонсомай. Башҡорт атына ҡыш буйына етерлек бесән әҙерләргә кәрәк, тип баш ватыу юҡ, беҙ уларҙы көтөүсе ҡарамағында Ирәндеккә сығарып ебәрәбеҙ. Түшенә еткән ҡарҙы ла йырып сығып, тегеләй-былай күсеп йөрөп, үҙенең тамағын үҙе туйҙыра ул. Уның ҡымыҙынан да, итенән дә, тоҡом малын һатыуҙан да яҡшы ғына килем дә килә. Беҙ, мәҫәлән, ҡымыҙҙан ғына миллион һумғаса табыш алабыҙ. Ҡымыҙҙы күпләп һатыуға сығарырға уны оҙайлы ваҡыт файҙалы сифаттарын юғалтмай һаҡлай алмау ҡамасаулай. Шуға ла әлеге ваҡытта ҡымыҙҙы порошок итеп киптереү технологияһы менән бер рәттән уны туңдырып һатыу кеүек юлдарҙы эҙләйбеҙ.

Тоҡомло ат һатыу үҙен тулыһынса аҡлай. Бында хаҡтар башҡасараҡ, ғәҙәттәгенән күпкә юғарыраҡ. Быйыл, мәҫәлән, 50 баш тирәһе йылҡы малы һаттыҡ. Беҙҙең башҡорт атының яҡшы сифаттарын белгән кешеләр уларҙы бер һүҙһеҙ һатып ала.

Беҙгә саф башҡорт тоҡомло йылҡысылыҡҡа иғтибар бүлергә кәрәк. Башҡортостанда күп ул башҡорт аты менән шөғөлләнеүселәр. Әммә ныҡлап тикшерә башлаһаң, уларҙың бер ниндәй ҙә саф башҡорт аты түгел, ә төрлө тоҡомло, ҡатнаш ҡанлы мал икәне күҙгә ташлана. Ауылдарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа өйөрҙәрҙе теләһә ниндәй тоҡомло айғырҙар алып йөрөй һәм был өлкәлә бер ниндәй контроль юҡ. Әгәр ҙә беҙ республика ғына түгел, Рәсәй, хатта донъя баҙарына «Башҡорт аты» бренды аҫтында ҡымыҙ, ит, ҡаҙы сығарырға хыялланабыҙ икән, был юҫыҡта аныҡ аҙымдар башларға кәрәк. Мәҫәлән, тап Баймаҡ районында дәүләт ҡарамағындағы йылҡы заводы филиалы, тоҡом малының, айғырҙарҙың берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырыу кеүек аҙымдар бик тә отошло булыр ине. Һәр тоҡомдоң бит үҙенең билдәле һыҙаттары, үҙенсәлектәре бар. Тәжрибәле белгескә атҡа бер ҡараш ташлау ҙа етә. Әгәр ҙә беҙҙә дәүләт тарафынан башҡорт тоҡомло йылҡысылыҡты үрсетеү буйынса махсус программа ҡабул ителеп, был өлкәлә эш алып барылмаһа, бер заман килеп башҡорт аты Башҡортостанда түгел, ә әлеге лә баяғы Тверҙә, Ростовта, Силәбелә генә һаҡланып ҡалмаҫмы? Бына ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм башҡорт аты данын күтәреү өсөн ошо майҙанды йыйҙыҡ та инде,—тип тамамланы һүҙен район башлығы.

Баймаҡта үткәрелгән фестиваль күренештәренән сығып ҡына уйланғанда ла, йылҡы башҡорт өсөн бары мал ғына түгел, ул ысынлап та этник тамырҙар аша килгән культ. Телде, милләтте һаҡларға ынтылған кеүек үк башҡорт аты, башҡорт балы, ҡымыҙы, ҡурайы, ауыҙ-тел ижады һәм башҡа изге төшөнсәләрҙе лә юғалтмаҫҡа, бәҫен төшөрмәҫкә ине. Уларҙы республикабыҙҙың район ерлектәренең бренды итеп нығытып ҡуйыу отошло булыр, минеңсә. Был тәңгәлдәге ыңғай эштәрҙе, күреүегеҙсә, баймаҡтар башланы. Башҡаларға уларға ҡушылырға ҡала.

Һүрәттә: кырандастар парады үтә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap