Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
30.05.2014
БАТЫР ҘА ТИГӘН ДАНДАРЫ БАР
Untitled document

 

Сал Ирәндек буйы моңға күмелгәндә Сибай ҡалаһында тағы бер бәйге—«Ирәндек батыры-2014» спорт фестивале уҙғарылды. Был сарала 18 йәшкә тиклем һәм унан өлкәнерәк ир арыҫландары ике категорияға бүленеп, мәртәбәле исем өсөн көс һынашты.

Башҡорт батыры элек-электән бил бирмәҫ көрәшсе, балдаҡ аша уҡ үткәрә алған мәргән һәм ел еткермәҫ йүгерек булған. Спорт фестивалендә ошо төрҙәр буйынса Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондары, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан йыйылған 54 ир-егет майҙан тотто. Беренсе көндә улар «Труд» стадионында пневматик винтовканан атып, 1000-1500 метр арауыҡҡа йүгерһә, төп ярыш—көрәш икенсе көнгә ҡалды.

Бәйге төрҙәрендә һәр ваҡыттағыса Баймаҡ егеттәре ал бирмәне. 18 йәшкә тиклемге категорияла пьедесталдың бар баҫҡыстарын баймаҡтар биләне. Беренсе урын яулаусы 18 йәшлек Надир Исмәғилев көрәштә бил бирмәне, атыуҙа—икенсе, йүгереүҙә дүртенсе булды. Татлыбай ауылында тыуып үҫкән Надир әлеге көндә Стәрлетамаҡ физик культура техникумында белем ала. Үҙ категорияһында «Ирәндек батыры-2014» булып танылған егеткә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов бүләккә менге ат тапшырҙы.

Икенсе урынды Таулыҡай ауылы мәктәбе уҡыусыһы Айнур Исхаҡов яулаһа, Икенсе Этҡол егете Илгиз Иҫәнғужин өсөнсөлөктә билдәләнде.

18 йәштән өлкәндәр араһында «Ирәндек батыры-2014» маҡтаулы исеменә БДУ-ның Сибай институты студенты Илнур Иҫәнбаев лайыҡ булды. Йылайыр районының Сәләх ауылы егете 13 йәштән милли көрәш менән шөғөлләнә. Мәртәбәле бәйгелә лә тап ошо төрҙә уңыш яулауы еңеүгә юл асҡан. Батыр егеткә махсус бүләк—арғымаҡты Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов тотторҙо.

Бынан ике йыл элек үткән фестивалдә Илнур икенсе урында булһа, өсөнсө урынға өлгәшеүсе Стәрлетамаҡ ҡалаһы бәһлеүәне Айгиз Зәйнетдинов быйыл икенсе урын яуланы. Күреүегеҙсә, егеттәр сараға ныҡлы әҙерләнгән һәм икеһе лә берәр баҫҡысҡа юғары күтәрелгән. Өсөнсө урынды Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбе уҡытыусыһы Айҙар Байсурин яуланы. Икенсе урынға лайыҡ булыусылар ноутбуктар менән бүләкләнһә, өсөнсөгә сығыусылар планшетлы булды.

Яңы таланттар йыл һайын асылып тормағанлыҡтан, «Ирәндек моңдары» йыр бәйгеһе ике йылға бер ойошторола. Ысын батырҙар ҙа шулай: билдәле ваҡыт үтеү менән бил нығыта. Шулай ҙа әлеге бәйгелә көстәрен һынап ҡараусылар бер нисә йылдан еңеүселәр рәтендә булырына шик юҡ.

Рәсүл Мансуров.

Һүрәттәрҙә: Ирәндек батырҙары—

Илнур Иҫәнбаев һәм Надир Исмәғилев.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap