Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
06.06.2014
ҺАБАНДА ҺАЙРАШҠАНДАР БАЙРАМ ИТТЕ
Untitled document

 

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Хәйбулла районында Урал аръяғында беренселәрҙән булып һабантуй үтте. «Уңыш» стадионында уҙғарылған һабан байрамы Мәҙәниәт йылына, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙең 60 йыллығына арналды.

Сиҙәмселәр төйәге булған хәйбуллалар театрлаштырылған тамаша аша бынан 60 йыл элек төбәктә булған хәлдәрҙе күҙ алдына баҫтырҙы. Быға тиклемге һабантуйҙарҙа хеҙмәт коллективтары парады ойошторолһа, быйылғы парад Мәҙәниәт йылына арналғанлыҡтан, райондың мәҙәниәт усаҡтары колонналарға теҙелде. Районда ғына түгел, республикала данлыҡлы «Сиҙәм» халыҡ бейеү ансамбле, «Йондоҙсоҡ» балалар бейеү коллективы, «Сулпан» ҡатын-ҡыҙҙар, «Шәжәрә» ир-егеттәр вокаль ансамблдәре, «Ҡош юлы» халыҡ фольклор коллективы, «Таналыҡ» халыҡ театр коллективтары, бейеү һәм инструменталь ансамблдәр, хор коллективтары, ағинәйҙәр, балаларға өҫтәмә белем биреү педагогтары, китапханасылар, музей хеҙмәткәрҙәре сәхнә алдынан үткәндә халыҡ уларҙы дәррәү алҡыштарға күмде.

—Игенселәр тырышлығы менән районда яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында тамамланды. Быйыл беренсе тапҡыр ситтән орлоҡ һатып алманыҡ, үҙебеҙҙең келәттәрҙә һаҡланғанды сәстек. Район буйынса сәсеү майҙандарының дөйөм күләме 74 мең гектар тәшкил итә, 65 мең гектарға яҡын майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылды,—тине муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Х.Ибраһимов, игенселәрҙе тәбрикләп.—Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә ул саҡтағы хеҙмәт батырҙарын оло ғорурлыҡ менән хәтергә алабыҙ. Тыуған илебеҙ тәүге сиҙәмселәрҙең хеҙмәтен юғары баһаланы—300-ҙән ашыу райондашыбыҙ орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Тәүге сиҙәмселәрҙең тырышлығы менән Хәйбулла районын ҙур ғорурлыҡ менән «республиканың икмәк амбары» тип атайҙар. 60 йылдан һуң да, беҙҙең район иген етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Игенселек майҙаны буйынса беҙ республикала 3-сө урынды биләйбеҙ. Быйыл да мул уңыш алыуға өмөт бар.

Һабантуйға араларҙы алыҫ тип тормай, бик күп ҡунаҡтар килде. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Динар Зөбәйеров, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Павел Ионов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рөстәм Аблаев, республика техник инвентаризация бюроһы етәксеһе Ринат Хәкимов, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары Рәмил Туҡаев, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Флүр Саламатов, Баймаҡ, Йылайыр райондары, Ырымбур өлкәһенең Гай районы хакимиәттәре башлыҡтары бар ине.

«Һабантуй-2014» байрамының байрағын хеҙмәт батырҙары—«Сәсеү батыры-2014» исеменә лайыҡ булған «Урал аръяғы» МТС-ы механизаторы Геннадий Романов, «Таналыҡ» хужалығы етәксеһе Николай Фунтиков һәм крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илдар Иҫәнгилдиндар күтәрҙе.

«Сәсеү батыры-2014» булып танылған Геннадий Романов «Башҡорт» МТС-ында «Кейс» комбайны операторы булып 2006 йылдан эшләй. Яҙғы баҫыу эштәре мәлендә ул «Джон Дир» тракторы менән идара итә. Тырыш эшсе техникаһын һәр ваҡыт ҡарап, ремонтлап тота, шуға ла яҙын сәсеү мәлендә, көҙ ырҙында ул гел уңыштарға өлгәшә. Итәғәтле, эшенә намыҫ менән ҡарағаны өсөн игенсе хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй ҡаҙанған. Механизатор йыл һайын күрһәткестәрен арттырып бара. Мәҫәлән: 2011 йылда ул яҙғы сәсеү эштәрендә 645 гектар ергә орлоҡ сәсһә, 2013 йылда был һанды ул 960 гектарға еткерә. Быйыл иһә Геннадий Хәйбулла баҫыуҙарына 1300 гектар ергә иген культуралары сәсә. Ошондай тырыш хеҙмәте менән ул «Сәсеү батыры-2014» маҡтаулы исемен яулай.

Хеҙмәттәрендә яҡшы уңыштарға өлгәшеүсе Азамат Ишемғолов, Гөлсинә Дәүләтбирҙина, Әсхәт Семенов, Әнәс Ҡотоев, Радик Аҡманов, Денис Никитиндарға Динар Зөбәйеров республика етәксеһе Р.З Хәмитов исеменән ҡотлап, наградалар тапшырҙы. «Атай, әсәй һәм мин— спорт ғаиләһе» республика фестивалендә беренсе урын яулаған Аҡмановтар ғаиләһе мәртәбәле ҡунаҡ ҡулынан Диплом һәм махсус бүләк—велосипед алып ҡыуанды.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Л.Мәмбәтова мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз комитетының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Һабантуй биҙәге—тирмә

Әллә ҡайҙан үҙенә әйҙәп торған аҡ тирмәләр хәйбуллаларҙың ҡунаҡсыллығын сағылдырҙы. 13 тирмәнән торған башҡорт йәйләүен барыһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Тирмәләрҙең тыштары ла, эстәре лә милли колоритта сағыу биҙәлгән, ә эстәрендәге аш-һыуҙан һығылған өҫтәлдәрҙе әҙерләүгә ниндәй көс һалыныуын әйтеп тораһы ла түгел.

Таналыҡ ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә маһир булыуҙарын күрһәтте. Уфимка ауылы биләмәһе тирмәһендә талдан үрелгән, туҙҙан яһалған һауыт-һабалар бик күп ине.

Федоровка ауыл биләмәһе тирмәһе күргәҙмәләре менән айырылып торһа, Әбеш ауылы тирмәһе ҡунаҡтарға шәл, балаҫ һуғыу йолаһын сәхнәләштерҙе. Маҡан ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары йөн иләү серҙәренә төшөндөрҙө. Ивановка ауылы тирмәһендә сыуаш халҡы йолаларына өҫтөнлөк бирелгән. Ергән, Татыр-Үҙәк ауылдарының ҡорған аҡ тирмәләре лә бай һәм үҙенсәлекле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте.

Тирмә биҙәлеше буйынса Һамар ауыл советы ауыл биләмәһе тирмәһе гран-приға лайыҡ булды. Уфимкалар—беренсе, Таналыҡ, Сиҙәм ауылдары тирмәләре—икенсе, Маҡан, Аҡъюл, Аҡъяр тирмәләре өсөнсө урындарҙа билдәләнде.

Иле ныҡтың—биле ныҡ

Сер түгел, ҡайһы берәүҙәр һабантуйға милли көрәш ҡарар өсөн генә бара. Хәйбуллалар айырыуса бәһлеүәндәр көрәшеүен ҡарарға ярата. Әйтергә кәрәк, төп приз—һарыҡ өсөн көрәш ҡыҙыу барҙы.

60 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Вәлит ауылынан Илшат Мәхмүтов яуланы, икенсегә Сибай ҡалаһынан Илфат Ямғурсин сыҡты. Өсөнсө урынды Йылайыр егете Айтуған Моталлапов алды. 70 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында Бүребай егете Владислав Осиповҡа тиңләшеүселәр булманы. Йылайырҙан Ринат Аҡҡужин һәм Әбеш ауылынан Рифат Ҡаһармановтар икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.

80 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында Байрас Теләүғолов, Fирфан Мәмбәтов, Рәмзил Юлдашбаев (барыһы ла хәйбуллалар) алдынғы урындарҙы бер кемгә лә бирмәне.

90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында Таштуғай ауылы батырҙары нәҫелен дауам итеүсе Инсаф Үтәшев еңеүсе булды. Азамат һәм Таһир Ҡадаевтар пьедесталдың икенсе, өсөнсө баҫҡыстарына күтәрелде.

90 кг юғары ауырлыҡ категорияһында Ирек һәм Илгиз Күсәковтар беренсе, икенсе урынға лайыҡ булды. Сибай егете Айҙар Байсурин өсөнсө урынға сыҡты. Ирек Күсәков көрәштең абсолют чемпионы булып танылды.

Ел, ерәнем...

Һабантуйҙа ат сабышы—ул байрамдың кульминацияһы. Был юлы сабышта юртаҡтар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, беренселек өсөн бәйге ҡыҙыу барҙы. Тәүге заезда Сиҙәм ауылынан «Фабрикат» ҡушаматлы атында Ислам Байсурин финишҡа беренсе булып килде. Икенсе заезда «Орлик» һәм «Упор» ҡушаматлы аттарҙа Александр менән Владимир Рогалевтар алдынғы булды.

Ике саҡрым арауыҡта «Сиҙәм» хужалығынан Василий Ишминев («Парламент» ҡушаматлы аты) еңеү яуланы. «Рәхмәтов» фермер хужалығының «Гидравлика» ҡушаматлы атында Рәмзил Таймасов икенсе килде. Өсөнсө урынға «Өфө» хужалығынан Эдик Айытбаев «Задор»ы менән сыҡты.

Алты саҡрымға уҙышыусылар араһында Виталий Рогалев беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Ошо уҡ хужалыҡтан Виктор Шинкаренко «Астра»ла—икенсе, Илһам Әбделмәнов «Орлик»та өсөнсө урындар яуланы.

Бәйге еңеүселәренә бағыусы «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте етәкселеге ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Спорт ярыштары сәмле барҙы

Гер күтәреүҙә Рәүил Ураҡов, Руслан Басаев, Азамат Ҡадаев, Альберт Зәйнәғәбдиновтар үҙ ауырлыҡтарында еңеүсе исемен яуланы. Волейболда Аҡъяр спортсылары беренсе урынға сыҡты. Татыр-Үҙәк волейболсылары—икенсе, Уфимка спортсылары өсөнсө булды.

Еңел атлетикала ҡатын-ҡыҙҙар араһында 100 метрға йүгереүҙә Айһылыу Юлдашбаева, Алина Хәмитова, Нәйлә Әбделмәнова еңеүсе булды. Ир-егеттәрҙән Дим Мөлкаманов, Фәиз Бикбов, Рәүил Карсановтар алдынғы урындарҙы яуланы. 1500 метр арауыҡҡа йүгереүсе ҡыҙҙар араһынан Айһылыу Юлдашбаева, Нәйлә Әбделмәнова, Алһыу Күсәковалар, ир-егеттәрҙән Дим Мөлкаманов, Рәүил Карсанов, Инсаф Сынбулатовтар финиш һыҙығын беренселәрҙән булып үтте.

Ҡул көрәше—армрестлингта И.Мәхмүтов, И.Сабитов, Б.Ҡарабаев, Р.Байғужин, М.Иҙелбаев иң көслөләр тип билдәләнде.

Шашка-шахмат уйындары ла ҡыҙыу барҙы. Өҫтәлдәрҙең бушауын көтөп тороусылар хатта сираттарға теҙелде.

Спорт ярыштарынан тыш халыҡ өсөн күңел асыу уйындары ойошторолдо. Йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереү, балыҡ тотоу, арҡан тартышыу, ауыш ҡолғаға менеү, тоҡ һуғышында йәше лә, ҡарты ла бик теләп ҡатнашты.

Бына шулай, хәйбуллалар һабан байрамын йырлап-бейеп, уйнап-көлөп уҙғарҙы. Яҙғы баҫыу эштәре тамам, алда ауыл эшсәндәрен бесән, унан ураҡ көтә.

Һүрәттәрҙә: хеҙмәт алдынғылары Илдар Иҫәнгилдин, Николай Фунтиков һәм

Геннадий Романов; көрәш буйынса абсолют чемпион Ирек Күсәков.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap