Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ЭШКӘ ЙОМҒАҠ ЯҺАР МӘЛ УЛ ҺАБАНТУЙ
Untitled document

Уҡыу йылына йомғаҡты БДУ-ның Сибай институты етәкселеге йыл һайын һабантуй ойоштороп яһай. Игенселәр яҙғы сәсеү эштәрен атҡарып бөткән мәлдә юғары уҡыу йорто студенттары ла уҡыу йылын тамамлап, сессия башлай. Тирә-яҡтан килгән ҡунаҡтарҙың күплегенә ҡарап, уҡыу йортоноң байрамы күптән ҡала күләмендәге дөйөм сараға әүерелгәнен һиҙемләргә була. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Миңзирә Аҡҡошева, Рифүс Ҡудашев, Ирек Мөлкамановтар ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.

Йылдағыса институт етәкселеге ҡунаҡтарҙы Хәтер аллеяһы аша уҙғарҙы. Бында XIX быуаттың күренекле хәрби начальнигы, кантон, сәсән, Иҫке Сибай ауылына нигеҙ һалыусы Шәйәхмәт Сибаевтың яңыртылған бюсы асылды. Бюсты тантаналы асыу хоҡуғы Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллинға, Сибай институты директоры З.F.Йәрмөхәмәтовҡа бирелде. Бөйөк шәхестең һынын скульптор Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендәге бер төркөм оҫталар башҡарған. Ошо уҡ ижади төркөм уҡыу йортоноң бинаһы янына һындар ҡуйып, үҙенсәлекле фонтан эшләгән.

—Был эшебеҙҙә беҙ йәшлекте, романтиканы сағылдырырға тырыштыҡ. Студент ҡыҙҙың ҡулында китап булһа, егеттекендә заманса технология һәм уның ҡарашы күккә төбәлгән,—тине эше менән таныштырып Илдар Fиндулла улы.

Институт етәкселеге таш бюсты һәм фонтанды эшләүҙә ҙур финанс ярҙамы күрһәткәне өсөн «Урал» һәм «Урал аръяғы» мәрхәмәтлек фондарына сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Уҡыу йортоноң «Ете ырыу», «Сармат», «Эдельвейс» бейеү ансамблдәре ҡатнашлығындағы байрам концерты уҡыу алдынғыларын, хеҙмәттәрендә уңыштарға өлгәшеүселәрҙе тәбрикләү менән аралаштырып алып барылды. Эштәрен намыҫ менән башҡарған Н.F.Шахморатова, С.Н.Чернова, Н.Х.Кинйәбаева, Н.В.Ноғоманова, В.Б.Тарасов, Б.М.Иҫәндәүләтов, Р.Р.Диярова, А.А.Вышинский, М.М.Мәхмүтов, Х.Б.Нурғәлина, А.Н.Рәхимова, Е.В.Антипова, З.А.Бәҙретдинов, З.З.Ҡырымғужина, И.М.Рәхмәтуллин, А.Р.Түләбаева, И.И.Ишаев, Н.М.Солтанова, Е.Н.Петрова Сибай ҡала Советының Почет грамоталары, БДУ-ның Сибай институтының махсус дипломдары менән бүләкләнде.

Һабантуй рәсми асылырға ғына торғанда баш ҡалабыҙ Мәскәүҙән һөйөнөслө хәбәр килеп етте: уҡыу йортоноң «SAFЕ» студенттар командаһы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған. Тырыш ҡыҙҙар-егеттәр киләсәктә Ҡытайҙа үтәсәк Халыҡ-ара ярышта Рәсәй намыҫын яҡлап сығыш яһау хоҡуғына эйә булған.

Институттың тирмәләр ҡоролған стадионы ысын башҡорт йәйләүҙәрен хәтерләтте. Ете ырыу ете тирмә ҡорған тиһәк, аҙыраҡ булыр, институт хеҙмәткәрҙәре, ҡаланың урта белем биреү уҡыу йорттары коллективтары барлығы 13 тирмәне боронғоса биҙәгән, телеңде йоторлоҡ итеп милли ризыҡтар әҙерләгән ине. Филология факультеты студенттары үҙ тирмәләрендә Ҡыпсаҡ ырыуы үҙенсәлектәрен сағылдырһа, тәбиғи-техник фәндәр факультеты яңы тыуған сабыйға исем ҡушыу йолаһын күрһәтте. Һөҙөмтәлә, гран-приҙы филология факультеты тирмәһе яуланы. Беренсе урынға уҡыу йортоноң ситтән тороп белем алыу бүлеге тирмәһе иреште. Икенсе урынға иҡтисад, тәбиғи-математика факультеты сыҡһа, өсөнсөлә педагогия факультеты, китапханасылар ҡорған тирмә билдәләнде. Сибай педагогия колледжы, 24-се һөнәрселек лицейы тирмәләре лә шулай уҡ өсөнсө урын яуланы.

«Иң яҡшы сувенир продукцияһы» номинацияһы Сибай күп тармаҡлы колледж коллективына эләкте. Шәжәрәне асыҡ яҡтыртҡаны өсөн ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейы айырым билдәләнеп үтһә, Балалар художество мәктәбе «Иң яҡшы профориентацион мөйөш» номинацияһында тәбрикләнде.

Студенттар—дәртле халыҡ, ярыштар башланғанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Еңел атлетикала физкультура һәм спорт факультеты студенттары бер кемгә лә ал бирмәне. Шахматта тарих кафедраһы доценты З.А. Бәҙретдиновҡа тиңдәр булманы. Шашкала Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Ф.Һөйөндөков еңеү яуланы.

Милли көрәштә беренсе урынға Д.Билалов сыҡты һәм төп приз—һарыҡ менән бүләкләнде. Икенсе урында—F.Биҡҡолов, өсөнсөлә И.Ямғурсин билдәләнде.

Гер күтәреүҙә А.Яхин иң көслөһө булһа, М.Fүмәров, Д.Яҡшымбәтовтар алдынғы урындар яуланы.

Арҡан тартышыуҙа юридик факультет егеттәре ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Уҡтан атыуҙа Е.В. Антипов, С.Исмәғилев, И.Дүшәмбаев айырылып торҙо. Ҡыҙҙар араһында Н.Яхина, К.Борисова, Г.Fәзизовалар мәргән уҡсылар булып танылды.

Баскетболда технология факультеты студенттары беренсе булһа, волейболда йыйылма командалар көс һынашты.

Балыҡ тотоуҙа, бүләктәр ҡырҡып алыуҙа уҡыу йортона ҡунаҡ булып килгән мәктәп уҡыусылары, кескәйҙәр әүҙем ҡатнашты.

«Һабантуй-2014» гөрләп үтеп китте. Был саранан һуң Сибай институтының буласаҡ белгестәргә белем биреп кенә ҡалмай, ә йәш быуынды күркәм традициялар алымы менән тәрбиәләүгә тос өлөш индереүенә тағы бер тапҡыр инандыҡ.

Мәҙинә Мансурова.

Һүрәттә: байрамдан күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap