Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
29.06.2012
«ХАЛЫҠТЫ УЙЛАНДЫРЫРҒА ТЫРЫШАМ…»
Untitled document

 

Күптән түгел «Талҡаҫ» шифаханаһында үҙенсәлекле барельеф ҡалҡып сығыуы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы. Бейеклеге—2, оҙонлоғо 5 метрҙы тәшкил иткән ижади эштең авторы—билдәле рәссам-дизайнер Ишморат Дәүләтбаев. Бының менән генә сикләнеп ҡалырға уйы юҡ авторҙың, алдағы кѳндәрҙә шифахана биләмәһендә тағы бер барельеф урын аласаҡ.

—Белеүебеҙсә, 8-9 июндә Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында «Урал аръяғы-2012» Бѳтә Рәсәй инвестиция форумы уҙғайны. «Талҡаҫ»та барельеф эшләү ҙә ошо сара сиктәрендә башҡарылды. Шифахана директоры Миңзәлә Рәшит ҡыҙы Ғәлиева менән килешеп, урынын билдәләп, эште ярты ай эсендә тамамлап ҡуйҙыҡ. Әйткәндәй, барельефтағы яҙыуҙы рус телендә яҙырға тәҡдим итеүселәр ҙә булды, әммә үҙебеҙҙең ерле халыҡ икәнебеҙҙе белдереү маҡсатында уйыбыҙҙан тайпылманыҡ,—ти Ишморат Ишмѳхәмәт улы.

Үрҙә яҙыуыбыҙса, билдәле рәссам-дизайнер яҡын киләсәктә тағы бер барельеф эшләү уйы менән яна. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бында ниндәй композиция буласағы әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ул башҡорт рухын киң сағылдырасаҡ.

—Бер нисә вариант, атап әйткәндә, Иҫән батыр, милли кейемдә ҡымыҙ бешеүсе башҡорт ҡатын-ҡыҙы, Баймаҡ районы гербы, балаһы менән тороусы болан кеүек һындарҙы һайлау ѳҫтѳндәбеҙ,—ти рәссам уй-пландары менән уртаҡлашып.

Әйткәндәй, Ишморат Дәүләтбаевтың Кинйә Арыҫланов, Харис Йосопов, Мѳхәмәтсәлим Ѳмѳтбаев, Мифтахетдин Аҡмуллаларҙы һынландырған ижади эштәре БДУ-ның Сибай институты стеналарын биҙәй, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы алдындағы композиция ла уның хеҙмәт емеше. Баймаҡ районы биләмәһендәге тәбиғәтте һаҡлауға бәйле яҙыуҙар ҙа бынан 15 йыл элек уның башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлай.

Әйткәндәй, рәссам-дизайнерҙың улдары ла һынлы сәнғәтте үҙ иткән. Ѳлкәне Ришат Ѳфѳ ҡалаһында педагогия колледжында ошо һѳнәрҙе үҙләштерһә, бәләкәйе Тимур бѳгѳнгѳ кѳндә сәнғәт училищеһының графика бүлегендә белем ала.

—Барельефтарҙың әһәмиәте ҙур, тип иҫәпләйем, сѳнки ул—ижади, композициялы эш. Яҙыуҙың үҙе генә һәр кемдең күңеленә үтеп инмәҫкә лә мѳмкин. Ә барельефтар, мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулланың күҙгә ҡарап «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тип тороуы һәр кешене уйланырға мәжбүр итә. Ошо хеҙмәттәрем менән халыҡты уйландырырға, мәғлүмәт бирергә тырышам,—тине Ишморат Ишмѳхәмәт улы әңгәмә һуңында. Ә беҙ тынғыһыҙ рәссамға уңыштар, ижад ҡомары теләйбеҙ.

Данил Әбделғазин

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap