Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ЯЛДАРЫҒЫҘ КҮҢЕЛЛЕ ҮТҺЕН
Untitled document

«Урал аръяғының сәләмәтлек үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөтә эшмәкәрлеген кешеләрҙең һаулығын нығытыуға йүнәлткән. Йәмғиәт «Сибай» шифахана-профилакторийын, «Ҡайынҡай» балалар лагерын, «Fәҙелша» ял базаһын берләштерә. Шифахана-профилакторий йыл әйләнәһенә ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Йәмле май айында бында Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, Сибай ҡалаһынан 30-ҙан ашыу кеше сәләмәтлеген нығытты. Был заездың тағы бер үҙенсәлеге—сәләмәтлек үҙәгенә йүнәлтмәләр ҡала-райондарҙың Халыҡты социаль яҡлау идаралыҡтары аша «Бәхетле ҡартлыҡ» акцияһы сиктәрендә күпкә арзан хаҡҡа бирелгән.

—Шифахана-профилакторий ҡаланан ситтә тыныс, матур ерҙә урынлашҡан. Йәшәү шарттары яҡшы, бүлмәләрҙә икешәр генә кеше йәшәйбеҙ, һәр бүлмәлә телевизор, һыуытҡыс бар. Ашнаҡсылар ризыҡты тәмле итеп әҙерләй,—ти Йылайыр районынан килгән Фәрзәнә Мөхәмәтғәли ҡыҙы Хәсәнова, яҡшы ялдан кәйефе көр булыуын йәшермәй. —Йылайырҙан был юлы беҙ 5 кеше килдек. Барыбыҙ ҙа ялдан ҡәнәғәтбеҙ, дауаланыуҙан һуң ҡалған ваҡытты күңел асыу сараларына йөрөп, ҡыҙыҡлы итеп уҙғарабыҙ.

Хәйбулланан килгән Фәимә Рәхмәтуллина, Зөлфиә Мәмбәтова, Fүмероҙаҡ Мәҡсүтов, Роза Атанғолова ла сәләмәтлек үҙәген оҡшатҡан. «Беҙҙә, Йәнтеш ауылында, ата-әсә һәм балаға тәғәйенләнгән «Һаҡмар» шифаханаһы бар. Оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу менән булышҡан бындай шифахана хаҡында хыялланабыҙ ғына»—ти хәйбуллалар.

Сибай ҡалаһынан ял итеүсе Клара Шәрәфетдиноваға айырыуса дауаланыу саралары оҡшай. Массаж, шифалы батҡаҡ, ингаляция, үлән сәйҙәре, ҡымыҙ эсеү, дауалау физкультураһы барыһына ла килешә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең, хеҙмәтләндереүселәрҙең итәғәтле, үҙ эштәрен еренә еткереп, яратып башҡарыуын да ял итеүселәр һыҙыҡ өҫтөнә ала.

«Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» йәмғиәте был заезда үҙ биләмәләрендә ял итеүселәргә елле бүләк тә эшләне. Йәмғиәт етәксеһе Замир Рәфҡәт улы Күсәбаев төрлө тарафтарҙа йәшәүсе 10 кешегә 2014 йылдың икенсе ярты йыллығына «Атайсал» гәзите яҙҙыртты. «Бәхетле ҡартлыҡ» социаль акцияһы сиктәрендә йүнәлтмәле булыусылар ярты йыл дауамында баҫмабыҙҙы уҡып, төбәгебеҙ һулышы менән яҡындан танышып барасаҡ. Рухлы милләттәшебеҙгә сәләмәтлек үҙәгенең хәстәре менән генә янмай, милли баҫмалар яҙмышына ла битараф булмауы өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә уға эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Мәҙинә Мансурова.

Һүрәттә: «Урал аръяғы сәләмәтлек үҙәге» йәмғиәте етәксеһе З.Р.Күсәбаев һәм «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Х.Н.Тапаҡов баҫмабыҙҙы бүләккә алыусы ял итеүселәр менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap