Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
27.06.2014
ПИТЕРҘА ГӨРЛӘНЕ ҺАБАНТУЙ
Untitled document

Халыҡ байрамы булған һабантуй беҙҙең район һәм республика халҡы өсөн яратҡан, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер дәрәжәлә ғәҙәтебеҙгә ингән матур йола. Ә бына Санкт-Петербург ҡалаһы халҡы өсөн ул—яңы асыштар һәм тәьҫораттар урыны.

Рәсәй Федерацияһының бик күп эре ҡалаларындағы кеүек үк Санкт-Петербургта ла йыл һайын башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен күрһәтеү маҡсатында милли байрам—һабантуй үткәрелә. Был күркәм байрам ҡала халҡы араһында киң танылыу яулап, быйыл 50-се тапҡыр уҙғарылды һәм унда тиҫтәләгән милләт вәкилдәре ҡунаҡ булараҡ ҡатнашты. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында 150-нән ашыу милләт йәшәй.

Быйыл Петербург һабантуйында татар халҡы мәҙәниәтен Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһы вәкилдәре тәҡдим итһә, башҡорт мәҙәниәтен күрһәтеү мәртәбәһе Хәйбулла районы иңенә төштө.

Байрамдың рәсми өлөшө башланыуға тиклем ваҡыт күп булһа ла, ҡала халҡы Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһынан алыҫ булмаған Ленинград өлкәһе Всеволжск районының Сярьги ауылы янында урынлашҡан паркка ағыла башланы. Бейек ҡарағайҙар уратып алған Охта йылғаһы ярында байрам рухы тантана итте: милли йыр-моңдар яңғыраны, халҡыбыҙҙың аш-һыуы әҙерләнде.

Ҡунаҡтарҙа Хәйбулла районы делегацияһы тарафынан биҙәлгән башҡорт йәйләүе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар ҡортсолоҡтан алып балыҡсылыҡҡа тиклем бөтә төр халыҡ шөғөлө тәҡдим ителгән күргәҙмәләр менән танышты. Мейес янында ҡорот эшләүҙе күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ҡунаҡтар ҡайын туҙынан һағыҙ әҙерләүҙе лә беренсе тапҡыр күрҙе. Туҡыу станоктарында балаҫтар һәм шәлдәр һуҡҡан оҫтабикәләр янынан да халыҡ өҙөлмәне. Бында шулай уҡ төрлө милли аш-һыу төрҙәрен ҡарарға һәм ауыҙ итергә лә мөмкин ине.

Үҫәргән ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәре үҙәк урын алған милли костюмдар күргәҙмәһе лә сағыулығы менән айырылып торҙо. Улар эргәһенә стилләштерелгән милли күлдәктәр ҙә ҡуйылды.

Күргәҙмәләр ҡаршыһында сауҙа рәттәре урын алды, унда ҡунаҡтар «Яңы тормошҡа» редакция-нәшриәт комплексы продукцияларын, шулай уҡ ҡымыҙ һәм башҡа башҡорт милли аш-һыу төрҙәрен һатып алды.

Хәйбулла районы ижади коллективының рәсми ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуы сараның үҙәк өлөшө булып торҙо. Ә ҡунаҡтар аҙ түгел ине—Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы Георгий Полтавченко, Ленинград өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Дрозденко, Санкт-Петербург ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Риф Сәхәбетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм башҡалар.

Хәйбулла районының рәсми делегацияһы составында муниципаль район хакимиәте башлығы Рәил Ибраһимов, муниципаль район Советы рәйесе Вячеслав Суходолов, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ЯАЙ-ның генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев, «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ-һының генераль директоры Игорь Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығының һәм муниципаль район Советы рәйесенең урынбаҫарҙары ҡатнашты.

Территорияның үҙәк өлөшөндә хәйбуллалар биләгән сәхнәне йөҙләгән тамашасы уратып алды. Беҙҙең үҙешмәкәр артистар «Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөнөң танылған артистары менән берлектә һабантуйҙың ҙур сәхнәһендә лә уңышлы сығыш яһаны. Питер халҡы «Сиҙәм» халыҡ бейеү, «Аҡтамыр» вокаль, «Түңгәүер» ҡурайсылар, «Ҡош юлы» фольклор ансамблдәренең сығыштарын бик йылы ҡабул итте.

Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған милли уйындар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, унда еңеүселәр республика һәм районды сағылдырған приздарға эйә булды.

Байрам ҡала халҡында йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы: кемдер яҡташтары менән осрашыуға шатланһа, икенселәр башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышыуҙан ҡәнәғәт ҡалды, өсөнсөләр иһә файҙалы үткәрелгән ял көнөнә ҡыуанды. Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы Георгий Полтавченко билдәләүенсә, бындай саралар милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға һәм бөйөк Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен үҙ-ара байытыуға ҙур өлөш индерә.

Сара барышында ҡунаҡтарҙан тәьҫораттары менән бүлешеүҙәрен үтендек.

Румил Аҙнабаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

—Санкт-Петербург һәм Башҡортостан тарихи дуҫлыҡ ептәре менән бәйләнгән һәм уны нығытыу беҙҙең изге бурысыбыҙ. Беҙ ошондай сараларҙы ҙур ҡәнәғәтлек менән ойошторабыҙ. Ҙур һәм йөкмәткеле сарала беҙҙең мәҙәниәтте лайыҡлы күрһәткән хәйбуллаларға рәхмәт белдерәм.

Риф Сәхәбетдинов, Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле:

—Беҙ әле Рәсәй Федерацияһының дүрт субъекты ҡатнашҡан оло сараға килдек. 2004 йылдан алып был байрамдың ҡалала үткәрелгән рәсми саралар исемлегенә индерелеүе ҡыуаныслы. Fөмүмән, беҙҙең барлыҡ башланғыстар Санкт-Петербург губернаторы Г.Полтавченко тарафынан хуплау таба.

Бөгөн халыҡ мәҙәниәтен тулы кимәлдә сағылдыра алған башҡорттар майҙансығы иң яҡшыһы булыуына инандым. 10 меңдән ашыу кешегә матур байрам ойоштороу өсөн 2,5 мең километр юл үткән хәйбуллаларға афарин тиергә генә ҡала. Ошо сараны ойоштороуға йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм.

Лидия Әлмөхәмәтова:

—Мин Аҡъяр ауылында тыуып үҫтем, ә Санкт-Петербургта 30 йылға яҡын йәшәйем. Тыуған еремде бик һағынам, телемде лә онотмайым. Һабантуйҙа хәйбуллалар делегацияһы ҡатнашасағын белгәс, барлыҡ эштәрҙе ташлап, бында ашыҡтым. Бик тулҡынланам. Барыһы ла һоҡланғыс: бөтә милли аш-һыуҙы тәмләп сыҡтым, «Сиҙәм» ансамбле бейеүҙәренә хайран ҡалдым. Матур байрамды ҡарағандан һуң тыуған яҡтарыма ҡайтып килгәндәй булдым.

Игорь, Санкт-Петербург кешеһе:

—Мин йыл һайын һабантуйҙа булам һәм бигерәк тә башҡорт майҙансығы оҡшай. Бында мөхит үҙенсәлекле: костюмдар сағыу, тирмәләр килешле биҙәлешле, милли ризыҡтан өҫтәлдәр һығыла, башҡорт милләтенең ҡунаҡсыллығы, киң күңелле булыуы асыҡ тойола. Һеҙҙең мәҙәниәт тураһында аҙ беләм, әммә ошондай сараларҙан һуң уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуым арта ғына.

Роза Рәсембәтова,

муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе.

Һүрәттә: һабантуйҙан күренештәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap