Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
27.06.2014
ЭЛЕМТӘЛӘ ТӘРТИП БУЛДЫРМАҠСЫЛАР
Untitled document

Йыш ҡына кеҫә телефоны менән ҡулланыусылар ауыҙынан «билдәһеҙ хеҙмәттәргә аҡсам китә» тигәнерәк зарланыуҙар ишетергә тура килә. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, һәр беребеҙ менән дә телефонынан күпмелер күләмдә аҡса юғалтыу хәле булғаны барҙыр. Кемдәрҙер 5-10 һумлыҡ зыян күрһә, ә инде бәғзеләрҙең юғалтыуы 300-500-әр, хатта унан да күберәк суммала иҫәпләнә. Кәрәҙле бәйләнеш операторҙарына барып мәсьәләне асыҡлап йөрөгәндәр ҙә аҙ түгел, әммә улар араһынан бик аҙҙар ғына хаҡлыҡ юллап таба алалыр. Сөнки күп осраҡта операторҙар үҙҙәре лә абоненттың аҡсаһы ҡайҙа киткәнлекте әйтә алмай. Быларҙан тыш сим-карта эйәһенең ризалығынан тыш смс-хәбәр, смс-реклама, Интернет аша күрһәтелгән башҡа хеҙмәттәрҙе тоташтырыу ҙа аҡсаны аҙ һурмай. Ошоларға бәйле халыҡтың күпләп ялыу менән мөрәжәғәт итеүен иҫәпкә алып, Роскомнадзор һәм уның территориаль органдары 2014 йылдың 1 майынан «Элемтә тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында» Федераль закондың үҙ көсөнә инеүен хәбәр итә. Ошо законға ярашлы, хәҙер кәрәҙле элемтә бәйләнеше операторҙары контент-хеҙмәттәрҙе тоташтырыу өсөн мотлаҡ абоненттың шәхесен дөрөҫләп һәм смс-хәбәрләшеү аша йәки яҙма рәүештә уның ризалығын алырға бурыслы. Телефонға һауа торошо, магазиндарҙағы ташламалар, такси хеҙмәттәре һ.б. хаҡында мәғлүмәттәр килә икән, уларҙың бушлай икәнлеге хаҡындағы хәбәрҙең булыуы мотлаҡ. Әгәр ҙә инде абонент мобиль бәйләнеш операторҙары тарафынан күрһәтелгән контент хеҙмәттәр менән ҡулланырға теләһә, улар өсөн түләү уның ризалығы менән булдырылған айырым иҫәптән башҡарылырға тейеш. Бәйләнеш тотоу, йәғни һөйләшеү өсөн тәғәйенләнгән иҫәптән аҡса алыу законға ҡаршы эш тип баһаланасаҡ.

Бәйләнеш операторҙары был тәртиптәрҙе боҙһа, абоненттан ниндәйҙер хеҙмәттәр өсөн аҡса алһа йәки күрһәткән хеҙмәттәренең хаҡы хаҡында хәбәр итмәһә, элемтә операторҙарына 5 мең һумдан 10 мең һумғаса штраф һалынырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһы буйынса был закон үтәлешен Роскомнадзор идаралығы контролдә тота. Уларға республикала йәшәүселәр 279-11-11, 279-11-00 телефондары аша шылтырата ала.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap