Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
СӘЛӘМ
Untitled document

Хикәйә

Миләүшә ХАБИЛОВА

Уф, ошо ятаҡта йәшәү! Кемдәрҙең генә башынан үтмәгән дә, кемдәрҙең генә үҙәген телмәгән икән. Инде үҙ өйҙәрендә йәки фатирҙарында ирәйеп көн күргәндәр генә: «Шул ятаҡта гөрләшеп йәшәгән күңелле саҡтар»,—тип һөйләгән булалыр ул. Ә ошонда саҡтарында бер ҙә күңелле булмағандыр әле. Тар бүлмәлә бәләкәй балалар менән ҡыҫталышып, дөйөм бәҙрәф, кухняла сират көтөүҙәр. Унан ҡалһа, кистәрен саҡ ҡына һуңлаһаң да, ул ятаҡтың бикләнә һалып барыуы, коменданттың ураған һайын мыжыуҙарын өнһөҙ тыңлау, шау-шыуы, тынсыулығы, тараҡандары...

Әле шул ятаҡ алдында, коляскала йоҡлаған баламды кемгә ҡалдырып, йүгерә һалып барып икмәк-һөт алып килергә, тип ҡаранып торам. Буш йөрөгән кеше-маҙар күренмәй, эш мәле. Шул саҡ ятаҡтан, ултырып осмалы оло һеперткеһен күтәреп, йыйыштырыусы апай килеп сыҡты. Бахыр, үҙе лә шул һеперткелә осҡандай ғына инде, мәңге алама ҡара халатында, күҙенә төшөрөп бәйләгән ҡара яулығында. Аяҡтарында—йәйен-ҡышын оло резина итектәр. Йәше билдәле булмаған ошо апай ятаҡтағы бар ҡара эште башҡара. Таң һарыһынан бәҙрәфтәрҙе таҙарта, ашып-түгелеп ултырған ҡый һауыттарын бушатып ала, коридорҙарҙы йыуа, яҙҙан көҙгәсә урамда әлеге һеперткеһе, ҡыштарын көрәге менән булыша.

Бер ятаҡта йәшәһәк тә, был ҡатын менән таныш түгелмен, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ, шунлыҡтан кем тип өндәшергә белмәһәм дә, берҙән-бер ярҙам итерҙәй әҙәмде ҡулдан ысҡындырғым килмәне.

—Апай! Апа-ай!

Ҡатын китеп барған еренән башын ғына бороп ҡараны.

—Бер-ике минут ҡына балам янында тороп тора алмаҫһығыҙ микән... Икмәккә генә йүгереп барып килер инем.

Теге бер нисә секундтай уйланып торҙо ла, һаман да шулай һүҙһеҙ килеш килеп, эш ҡоралдарын яндағы ағасҡа һөйәгәс, коляска эргәһенә баҫты. Ҡапыл ғына башымдан: «Ҡалай сәйер кешегә баламды ҡалдырам»,—тигән уй үтте үтеүен, тик мин ул саҡта магазинға ҡарай саба инем инде. Урай һалып кире йүгергәндә кинәт башыма ошо апайға еткерә торған сәләмем барлығы иҫемә төштө. «Аһ-аһ! Ҡасандан бирле онотоп йөрөгәнмен дә һуң! Исемен дә әйткәйнеләр бит. Исеме?.. Кем ине әле?.. Хәлиҙә... Хәмиҙә...» Янына етер-етмәҫтән уйымдағын ҡысҡырып та ебәрәм:

—Һеҙ Хәлиҙә йәки Хәмиҙә түгелме?

Ҡатын миңә йыуаш ҡына ҡарап тора бирә. Әллә телһеҙме был?..

—Һеҙ...

—Хәмдиә.

—Ә-ә! Эйе, «Хәмдиә лә Хәмдиә» тигәйне шул!

Апайҙың аптыраған ҡарашы алдында мин хәбәремде теҙәм:

—Йәй көнө ҡәйнәмдәрҙә Райман тигән бер ағай мейес сығарып ятҡайны. Шул ағай беҙҙең ошо ятаҡта йәшәгәнде белгәс, шунда Хәмдиә тигән ҡатын иҙән йыуырға тейеш, шуға күп итеп сәләм әйтерһең тигәйне.

Ҡатын күҙен дүрт итеп ҡарап тик тора.

—Ныҡ сәләм әйтте инде былай. Эй һорашты. Мин һеҙҙе яҡшылап белмәгәс, бер нәмә тип тә әйтә алманым...

—Н-нимә тип... һорашты,—саҡ телен әйләндереп әйтте быны апай, мин хатта үҙенә борсолоп ҡарап алдым.

—Нисек йәшәй, ни хәлдә икән, сәләм әйтегеҙ, килеп сығырмын, тигәйне.

—Ш-шулай тинеме?.. Ысын шулай тейме?!

—Ыһы,—ышаныслыраҡ булһын өсөн һүҙемә өҫтәп ныҡ итеп башымды ла һелкәм. Ҡатынға минең хәбәр үтә ныҡ тәьҫир итте ахыры, алдамаймы был тигәндәй йөҙөмә тағы ла бер талай ҡарай биреп торғас, ул ҡырт боролоп ситкә атланы ла, бара биргәс, кире боролоп килеп, онотоп киткән һеперткеһен алды. Минең дә рәхмәтем иҫемә төштө:

—Рәхмәт, Хәмдиә апай, бәпәй өсөн!

Ситтән берәү күрһә, мине һаңғырау кеше менән һөйләшә тиер ине, моғайын, апайым ым да бирмәй үтеп китте.

Кискә, балаларымды йоҡлатам тип ҡыялып йөрөгәндә, берәү һаҡ ҡына итеп ишек шаҡыны. Асып ебәрһәм, теге апай тора. Һораулы ҡарашыма уңайһыҙланып ҡына йылмайған булды. Йылмайыуы ла үтә сәйер килеп сыҡты инде. Был өндәшмәй тик торғас, мин, иғтибарым был яҡҡа күсеү менән урындарынан тороп уйнарға керешкән ҡыҙҙарыма бармаҡ янаным да, бүлмәгә әйҙәләнем. Ҡатын, башта башын һоноп эскә ҡарап алды ла, баҙнатһыҙ ғына инеп, ишек төбөнә баҫты. Өс йылдан артыҡ ошо ятаҡта көн итеү дәүерендә был апайҙы тәүге тапҡыр шул ҡара халатһыҙ күреүем. Өҫтөндә уңған булһа ла ябай сатин, әммә асыҡ төҫтәге күлдәк һымағыраҡ бер нәмә.

—Үтегеҙ, әйҙә, үтеп ултырығыҙ.

—Юҡ, ошонда ғына...

Шулай ҙа быны өҫтәл янындағы ултырғысҡа ултырырға мәжбүр иттем дә, үҙем ҡаршыһына ҡунаҡланым. Күреп торам, йомошҡа ғына килмәгән был, һөйләшергә иҫәбе. Һүҙен нимәнән башларға белмәй ыуалана торғас:

—Ирең эштәме?—тип ҡуйҙы.

—Эйе,—тим,—төнгөлөккә китте.

—Күргәйнем шул,—ти үҙе,—шуға индем.

—Һы,—тигәндән башҡа һүҙем юҡ. Былай һөйләшһәк, һүҙҙең төп юҫығы ҡасан асылыр икән? Шулай ҙа, балаларымды йоҡлатырға кәрәклек күңелемде өйкәп торһа ла, бөтә иғтибарымды туплап, ҡатындың ауыҙына төбәләм.

—Райман... Райман ағайың хаҡында һорашмаҡсы инем...

«Һуң һораш һуң!»

—Нисек үҙе? Үҙгәргәнме... тиһәм, һин уның йәш сағын белмәйһең дә инде.—Унан ашығып кеҫәһенән фото сығарып һуҙҙы,—бына, мин уны ошолай иҫләйем.

Ҡараным да юғалып ҡалдым. Әллә яңылыш килеп сыҡтымы был хәл?! Аптырауым да юҡҡа түгел, кәртешкәләге сибәр моряк менән мин күргән ҡап-ҡара ир араһында тамсы ғына ла оҡшашлыҡ юҡ бит һуң!

—Ыс-ста!

—Үҙгәргәнме? Ҡартайғандыр инде...

Ҡартайыу ғынамы! Эсеп таушалып, бит-мите ҡыйшайып, тештәре ҡойолоп бөткән сатан мейес сығарыусыны хәтерләткән бер генә сатҡы булһа ла табырға тырышып, фотоға инерҙәй булып текләйем. Ҡандай һөйкөмлө йөҙ, ғорур ҡараш. Әһә! Күҙҙәре... ҡарашы шул бит. Йә Хоҙай, был ағайҙы йылдар түгел, бисура алмаштырғандыр, тим. Ваҡыт ҡына кешене улай үҙгәртә алмаҫ.

—Бына бында мин, Райман ағайың отпускыға ҡайтҡанда бергә инеп төшөп сыҡҡайныҡ.

Киләһе фотонан әлеге сибәр моряк янында һыуһылыуҙай оҙон сәсле, ап-аҡ түңәрәк йөҙлө ҡыҙ көлөп тора. Ҙур дымһыу күҙҙәр бәхетле нур бөркә, өҫтөндәге аҡ яғалы зәңгәр күлдәге үҙе үк хыял, яҡты өмөт төҫө кеүек. Кинәт ҡаршымдағы мәскәй һурғандай булып кипкән йонсоу йөҙгә, эскә батҡан нурһыҙ күҙҙәргә ҡараш ташлайым да, ирекһеҙҙән ҡаршылағы көҙгөнән үҙемә бағам: йылдар шулай мәсхәрәләр булһа, кит, ошондай сағыңда үлеп ҡалыуың биш артыҡ!

—Һеҙ уның менән дуҫлашҡайнығыҙмы?

—«Дуҫлашҡайныҡ» тип... Мин уны армияға оҙатып өс йыл көтөп алдым.

—Көткәс һуң, ниңә өйләнешмәнегеҙ?

—Ҡайтҡас өйләнергә тәҡдим дә яһағайны... Араға яттар инеп бутап ебәрҙе шул.

Был яуапҡа, әлбиттә, һүҙем юҡ. Апайҙың минән аша тәҙрә аръяғындағы ҡараңғылыҡҡа төбәлгән һағышлы ҡарашын, моңһоу йөҙөн күҙәтеп, йәлләмәй ҙә булдыра алмайым.

—Райман армиянан яҙ ҡайтты. Эй, ҡыуаныуҙарым. Мин мәктәптән һуң ауылда ҡалғайным, яңғыҙ әсәйем ҡулында минән бәләкәй тағы дүрт бала, улар өҫтөнә уҡыйым тип, ауыҙ асырға батырсылыҡ та итмәнем инде, шунлыҡтан фермаға төштөм дә киттем. Унда бер аҙ эшләгәс, ауыл китапханаһына ултырттылар. Эйе, Райман ҡайтты тигәйнем. Йәйҙе ярты көнгә лә айырылышмай йөрөп үткәрҙек, ул әсәйемә инеп, «көҙгә» тип килешеп тә сыҡҡайны...

—Көҙ булғас?..

—Көҙгә ауылда мәктәп ҙурайтылды ла, бер төркөм уҡытыусы ҡыҙҙар килеп төштө. Ят ҡыҙҙарға ауыл егеттәре йығылып китеүсән бит. Ә тегеләр егеттәрҙең аҫылдарын ғына һайлап алды. Нисек минең Райманға күҙ һалмаһындар инде? Әлбиттә, уны беренсе булып арбай башланылар. Миңә лә «Райман шуларҙың Әлмира исемлеһен оҙата икән», «Әлмираны матай менән районға алып барып килгән», «Әлмираға өҫтәл эшләп биргән» тигән хәбәрҙәр килеп етте. Быларҙы ишеткәс, үпкәләнем.

—Кемгә?

—Райманға. Килһә: «Барғанһың, оҙатҡанһың»,—тип игәйем. Үҙе: «Ниңә юҡ-бар тыңлайһың, көнләшәһеңме әллә?»—тиһә, «Юҡ!»—тием, ә йәнде бесәй талай ғына.

—Шан?!

—Бер шулай минең үпкәләүемде ул күтәрмәне, һүҙгә-һүҙ эйәреп, талаштыҡ та киттек. Райман асыуланып, мине тау башындағы усаҡ янында яңғыҙ ҡалдырып, ҡайтты ла китте. Кире килер, ғәфү үтенер тип көттөм, ә ул килмәне. Шунда, усаҡ янында, ҡәһәрләнеп, ауылдан сығып китергә ҡарар иттем. Етмәһә, Раймандың еңгәһенең ауыҙынан сыҡҡан: «Хәмдиә ней уҡымаған да инде, белемле, һөнәрле ҡыҙға етә буламы, тип әйттем әле ҡәйнешкә»,—тигән һүҙе килеп етте лә, былай ҙа башымдан ашҡан ғорурлығыма урғылып түгелеүгә һуңғы тамсы булды. Күрше инәйҙең ҡалала эшләгән ҡыҙының адресын алдым да, берәүҙе лә тыңламаҫтан, сығып киттем. Ошо ҡалаға килеп, күрше апай өйрәткәнсә уның янына төҙөлөшкә эшкә төштөм, ятаҡтан бүлмә алдым.

—Шунан һуң күрешмәнегеҙме?

—Ышанаһыңмы, күрешмәнек. Бында йәшәй башлағас, әсәйем: «Райман килде, Хәмдиә юҡҡа ғауға сығармаһын, ҡайтһын, барып инәлеп йөрөмәйем—ғәйебем юҡ. Ҡайтһын, өйләнешергә килешкәйнек бит, тип әйтә»,—тип бер нисә тапҡыр хат яҙҙы. Күңелем менән осоп ҡайтып барһам да, Раймандың ауылдан, шул ныҡыш Әлмиранан өҙөлөп, тулыһынса миңә генә булып, яныма килеүен теләнем. Яратһа, шулай итер, тип уйланым. Ваҡыт үтә торҙо... Яңы йылдан һуң миңә ҡалала осраған һәр икенсе ауылдашым Раймандың ысынлап та шул Әлмираға эйәләшкәне хаҡында еткерергә ашыҡты. Күп тә үтмәй уларҙың туйы булды, унан уҡыу йылы тамамланыуға Себер тарафтарына күсеп тә киттеләр.

—Райман ағай был яҡта йөрөй ҙә һуң.

—Күпмелер йылдан айырылышҡандар икән дә, Райман ҡайтҡан, тип ишеткәйнем шул. Эсә лә тиҙәр ине шикелле.

«Шикелле» генәме, эшлектән сыҡҡан бит инде». Тик был уйымды ҡысҡырып әйтмәйем, әлбиттә.

—Ә һеҙ? Шул киткәндән һаман ошондамы?

—Райман өйләнгәнде ишеткәс, мин дә мах бирергә теләмәй, бергә эшләгән егеткә тормошҡа сыҡтым. Тик оҙаҡ йәшәй алманыҡ, улыбыҙ бәләкәй генә саҡта аварияла һәләк булып ҡалды.

—Улығыҙ бармы ни?

—Бар ине... Бөтөн йыуанысым шул ине. Ул да үлеп ҡалды, армияла. Табутта алып килеп ерләп киттеләр, йөҙөн дә күрһәтмәнеләр хатта. «Рәсәй Геройы» тигән даны ғына ята тартмамда...

Был апай бөгөн мине төн алдынан илатырға итә ахыры. Күңелем тулып, танауым йомшарҙы. Хәмдиә апайҙың да күҙҙәренә йәш алды. Ошо хәленән оялдымы, ҡапыл ҡабаланып ҡайтырға булып китте. Сығыр алдынан, ишек тотҡаһына ҡулын һалғас, тағы бер боролоп ҡараны:

—«Килеп сығырмын» тигән бит әле, ивет. Ҡасан икәнен әйтмәнеме?

—Юҡ шул, әйтмәне. Бары «Бер барып күрәм әле, тип сәләм әйт», тине генә.

—Сәләм тиген... сәләм.

Апайҙы оҙатып, балаларымды йоҡлатыу өсөн бишек йыры йырлағанда ла башымда һаман сибәр моряк менән алһыу йөҙлө ҡыҙ ине. Йә, ниңә улай килеп сыҡҡан инде яҙмыштары?

Ике-өс көндән, балалар баҡсаһынан ҡайтышлай, балаларҙы уйнатып инәйем әле тип, ятаҡ алдындағы эскәмйәлә ултырһам, ҡолас ташлап асфальт һепереп йөрөгән Хәмдиә апай, эшен ҡуйып тороп, яныма килде. Мин бит уны бая сыҡҡан саҡта танымағанмын. Гел ҡара халатта күреп, дөрөҫөн әйткәндә, күргәндә лә күҙгә элмәй өйрәнгәс. Йәтеш кенә спорт костюмы кейеп алған, башындағы яулығы ла сағыуҙан. Яҡты төҫ йөҙөнә нур индергән әллә, килешә. Баштан аяғына тиклем ҡарап сығыуҙан тартынманым инде. Аяғында ла оло резина итектәр урынына сепрәк кроссовка. Апай минең ентекле байҡауымдан ныҡ уңайһыҙланды, эш бирсәткәләре кейгән ҡулдарын ҡайҙа тығырға белмәне.

—Һеҙ үҙгәргәнһегеҙ,—тинем тура итеп,—танымағайным ҡырҙан.

—Кейендем инде, әллә кәрәк тә булмағандыр... Райман ҡапыл килеп сыҡһа... бире шикелле йөрөмәйем әле тип.

—Ә-ә, эйе шу-у,—тип һуҙа биреп хуплап ҡуйһам да, эсемдә нимәлер семетеп ебәргәндәй булды. Ултыра торғас, ысынлап ҡыйын булып китте. Яҙ әйтелгән сәләмде йәй еткереүем етмәгән, был апай иҫерек ирҙең иҫенә төшкәндә әйткәнен шулай етдигә алыр, тип кем уйлаған?.. Ул тағы ла әллә ниндәй иҫтәлектәре менән бүлешмәксе ине лә, балаларҙы ашатыу һылтауы менән инә һалып киттем. Ысынын да намыҫым ҡасып китергә мәжбүр итте мине.

Башы. Аҙағы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap