Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ОСРАШЫУҘАН ИЛҺАМ, ДӘРТ АЛЫП...
Untitled document

Баймаҡ районының бер нисә ауылында әле генә үҙенең «Бәхет ҡошо юлынан» исемле китабын сығарған әҙибә, журналист Тәнзилә Кейекбаева менән әҙәби осрашыуҙар үтте. Сара үҙәк район китапханаһы тарафынан Мәҙәниәт йылына ҡарата ойошторолдо.

—Яҡташтарым, һеҙҙең менән осрашыуға талпынып, шатланып килдем. Сөнки байтаҡ йылдар ситтә йәшәп, тыуған яҡтарҙы бик ныҡ һағынғайным. Тыуған ауылымда күптән булғаным юҡ ине!—тип башланы Тәнзилә Кейекбаева тыуған ауылы Ҡараталдағы осрашыуҙы.

Осрашыу мәктәптә үтте. Ағинәйҙәр яҙыусыны йыр йырлап ҡаршы алды. «Мин ошо ауылда тыуғанмын, әсәйем бик йәшләй генә үлеп киткән... Етем ҡалған өс бала Сыңғыҙ ауылына өләсәйем ҡулына күстек. Ул да мәрхүмә булғас, беҙ тағы Ҡараталға ҡайттыҡ. 4-се класты ошонда тамамланым да, Баймаҡ мәктәп-интернатына юл тоттом. Ҡаратал—бала саҡ һәм йәшлек эҙҙәремде һаҡлаған изге төйәк ул. Бына нисәмә йылдан һуң ауылдаштарым менән осрашырға насип булды»,—тип хәтирәләргә бирелде күңеле тулған әҙибә.

Балалар авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, ағинәйҙәр «Ҡаратал таҡмағы»на көй сығарған икән, йырлап та ишеттерҙеләр. «Ауылдаштарым мине йәшлегемә илтте, рәхмәт уларға. Йөрәктәре тулы хазина ауылдаштарымдың! Дәртле, талантлы халыҡ йәшәй Ҡараталда, һоҡланып, хайран ҡалып ҡарап ултырҙым»,—тип тәьҫораттары менән бүлеште Тәнзилә апай осрашыу тамамланғас. Ул ошо кисәне ойоштороуға ҙур көс һалған ауыл китапханасыһы Айгөл Мырҙабулатоваға, мәктәп директоры Рим Сөләймән улы Йәнбирҙинға, уҡытыусылар коллективына, ағинәйҙәргә ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Артабан ошондай уҡ йылы, ихлас осрашыуҙар 1-се Этҡол, Шүлкә ауылдарында дауам итте. «Баймаҡ мәктәп-интернатында тәрбиәсе булып эшләп киткән Хөснә апай менән күрешеү—үҙе ҙур шатлыҡ булды. Тағы ла Сыңғыҙ ауылында йәшәгән ут күршебеҙ, бөгөн Fәҙелбай ауылында йәшәүсе Хәтифә апайҙы күреү ҙә мине бәхетле бала сағыма алып ҡайтты»,—ти Тәнзилә апай. 1-се Этҡол ауылындағы лицей-интернат уҡыусылары шиғырҙар һөйләне, концерт күрһәтте, ауыл халҡы, уҡытыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Әҙибә һәр кем менән ихлас аралашты, иҫтәлеккә китаптарын бүләк итте.

Шүлкә ауылында китапханасы Нурсилә Усманова менән клуб мөдире әҙерләнеп көтөп торған. Бында ла ихлас, асыҡ һөйләшеү барҙы. «Миңә 12 йыл буйы сит илдәрҙә йөрөргә, Италия, Франция, Испания, Швейцария, Германия киңлектәрен айҡарға тура килде. Бейек Альп тауҙары итәгендә, бик матур тәбиғәт ҡосағында беҙҙең кеүек үк ябай, ихлас, эскерһеҙ халыҡ йәшәй. Улар Франциянан, Швейцариянан, Италиянан йыйылған. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында мал аҫрайҙар, үҙҙәренсә көн итәләр. Төрлө милләт кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, бик татыу йәшәйҙәр. Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, улар шундай егәрле, эшһөйәр. Төрлө-төрлө сырҙар, башҡа ризыҡтар яһап, үҙәнгә төшөп һатыу итәләр. Хөкүмәттән аҡса ла һорамайҙар, күктән ярҙам көтөп тә ятмайҙар, ә үҙ ҡулдары менән аҡса табып, ябай ғына итеп йәшәйҙәр... Бына һеҙ ҙә шундай хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәйһегеҙ, мал аҫрайһығыҙ. Үҙ шөғөлөгөҙҙән күберәк килем алыу, етешерәк йәшәү юлдарын эҙләгеҙ. Мәҫәлән, ҡул эштәре менән дә булышығыҙ. Нисек көн итеү, тормош көтөү һәр кемдең үҙенән тора»,—тип тамамланы һүҙен Тәнзилә Кейекбаева.

«Сыңғыҙ ауылы—минең өсөн бер ниндәй ҡиммәттәргә лә алыштырғыһыҙ изге ер ул. Һаҡмар, Күсәбә буйҙары, күкһел тауҙар, урмандар, хәтфә туғайҙар... Күңелем шатлыҡҡа тула»,—тигән хистәр менән аяҡ баҫты Сыңғыҙ еренә әҙибә.

Сараға ауыл халҡы ла, балалар ҙа етди әҙерләнгән. Шағирәнең «Күсәбә» исемле шиғырына Әминә Бикташева яҙған йыр менән башланып китте осрашыу. Уны ауылдың «Йәнтөйәк» фольклор ансамбле башҡарҙы. Шағирәнең уҡытыусыһы Миңнур апай Ханафина бала саҡ хәтирәләрен яңыртты. Тәнзилә Кейекбаева балаларға немец, инглиз, итальян телдәрендә шиғырҙар уҡыны, итальян телендә һөйләп тә ишеттерҙе. Балалар бик ҡыҙығып та, мауығып та тыңланы.

Осрашыу шулай уҡ Мерәҫ ауылында ла үтте. Ауыл китапханасыһы Дилбәр Яхина сараны бик матур ойошторҙо. Ауыл ағинәйҙәре йыр-бейеүҙәре менән күңелдәрҙе күтәрҙе. Ауыл халҡы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылышлы төрлө һорауҙар бирҙе. Ҡыҫҡаһы, һәр ауылдағы осрашыу үҙенсәлекле, үҙенә генә хас йүнәлештә барҙы, бер-береһен ҡабатламаны. Эйе, бындай һөйләшеүҙәр ауыл халҡына бик кәрәк, сөнки ошондай осрашыуҙарҙан кеше үҙенә рухи аҙыҡ, дәрт һәм илһам ала.

Осрашыуҙарҙы йомғаҡлап Баймаҡ район-ҡала үҙәк китапханаһы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина һүҙ алды. «Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы әҙәбиәткә ышаныслы аҙымдар менән килеп инде. Fәҙәттә, әҙәбиәткә һуңыраҡ аяҡ баҫҡан шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әйткән һүҙҙәре тос, һәр ваҡыт хаҡ, фәһемле була. Тәнзилә артабан да беҙҙе үҙенең яңы китаптары менән һөйөндөрөр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, ҡатын-ҡыҙ бәхете, ижади уңыштар теләйек!»—тип тамамланы ул һүҙен. Беҙ ҙә был һүҙҙәргә ихлас ҡушылабыҙ һәм Тәнзилә Әхмәт ҡыҙына илһамлы ижад, яңы бейеклектәр теләйбеҙ.

Гөлдәр Салихова.

Һүрәттә: Сыңғыҙ ауылындағы осрашыуҙан күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap