Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
04.07.2014
АЛТЫН, ГӘҮҺӘР ТУЙҘАР ГӨРЛӘНЕ
Untitled document

«Fаилә ҡороу өсөн ғашиҡ булыу ҙа етә. Ә уны һаҡлап ҡалыу өсөн түҙемле, сабыр булырға һәм ғәфү итергә өйрәнергә кәрәк. Һәр берегеҙҙә ошондай яҡшы сифаттар булғанға ла һеҙ бөгөн 50, 60 йыл бергә»,—тине Сибай ҡалаһы ЗАГС-ы бүлеге начальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүселәрҙе тәбрикләп.

Бынан 50 йыл элек йәйҙең иң матур мәлендә Анатолий һәм Тамара Архиповтар, Сергей һәм Тамара Замесиндар, Әмирхан һәм Ифрида Мөхәмбаевтар, Николай һәм Нина Бердниковтар, Fәзизулла һәм Зөбәржәт Ҡорманаевтар, Вәлиәхмәт һәм Зөлфиә Йәнтүриндар яратышып ғаилә ҡорған. Бөгөн дә уларҙың шул хистәре һаҡланған, бер-береһенә тағы ла яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк булып киткәндәр.

Михаил һәм Зинаида Фроловтар, Александр һәм Анна Араповтар, Иван һәм Александра Пьянзиндар, Рамаҙан һәм Йәнбикә Үтәғоловтар иһә 60 йыл бергә-бергә донъя көткән.

Иңгә-иң терәп, татыу, татлы ғүмер итеүселәрҙе ҡотлау тантанаһында Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, эштәр идарасыһы А.Ф.Иҙрисов ҡатнашты. Илгиз Рәхимйән улы бәхетле юбилярҙарға Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын башҡарыусы Р.З.Хәмитовтың махсус бүләген тапшырҙы һәм изге теләктәр теләне.

—Һеҙ—йәштәргә оло үрнәк. Үҙегеҙҙең йәшәү рәүешегеҙ менән барыһына ла өлгө булып тораһығыҙ. Киләсәктә лә һау-сәләмәт булып, бергә йәшәүегеҙҙең тағы ла матур даталарын билдәләргә яҙһын,—тине И.Р.Хәйруллин.

«Атайсал» гәзитенең әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһе, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы, мәғариф ветераны Рамаҙан Исмәғил улы һәм Йәнбикә Нәжметдин ҡыҙы Үтәғоловтарҙан (һүрәттә) татыу ғүмер итеү серен сисеүҙәрен үтендек.

—Fаилә—тормошта иң мөһим нәмә. Fаиләң булмаһа—бер нәмәң дә юҡ тип иҫәплә, тигән боронғолар. Беҙҙең байлығыбыҙ—ул ғаиләбеҙ. Уны һаҡлап ҡалыу өсөн бер-береңде аңларға, ғәфү итергә, берең ут булғанда, икенсеңә һыу булырға кәрәк. Шул саҡта ғына донъяғыҙ алға барыр,—тине Йәнбикә Нәжметдин ҡыҙы. Хәләл ефетенең һүҙҙәрен Рамаҙан Исмәғил улы ла ҡеүәтләне:

—Йәмәғәт эштәрендә әүҙем булырға кәрәк. Ул ваҡытта донъя ваҡлыҡтарына, ирешкә-талашҡа ваҡыт ҡалмай. Өс бала—ике ул, бер ҡыҙ үҫтерҙек. Шуларҙы аяҡҡа баҫтырайыҡ, тип эшләнек. Fүмер шулай үтеп тә киткән, ә беҙ үҙебеҙҙе һаман йәш һәм көслө итеп тоябыҙ.

Юбилярҙарҙы тантаналы ҡотлау сараһын ҡаланың халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге һәүәҫкәрҙәре Салауат Исхаҡов, Олеся Латышева, Лерида Ишморатоваларҙың сығыштары биҙәне. Оло йәштәгеләрҙе шулай уҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡотланы.

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap