Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ДИСПАНСЕР ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘНЕ
Untitled document

Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансеры коллективы дауахананың 50 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте. Был тәңгәлдә бер аҙ тарих биттәренә күҙ һалып үтке килә. Ҡасандыр, беҙҙең ҡала ерлегендә баҡыр ятҡылығы табылғас, был урынға төрлө тарафтарҙан эшсе көстәр ағыла һәм палаткаларҙан, саман өйҙәрҙән торған ҡасаба барлыҡҡа килә. Бер-бер артлы төҙөлөш һәм тау эштәре предприятиелары асыла, халыҡ ишәйә һәм был үҙ сиратында эпидемиологик шарттарҙың күҙәтеү аҫтында булыуын да талап итә. Ошо маҡсаттан тәүге табип-амбулаторияһы асыла һәм унда яңы ғына уҡыу тамамлап ҡайтҡан Миниямал Жәлил ҡыҙы Fәниева эш башлай. Бер аҙ һуңғараҡ йәш табибә белемен махсуслаштырып, туберкулез бүлегендә табип-фтизиатр була, унан 1963 йылға тиклем мөдир яуаплылығын башҡара. Артабан 100 койка урыны һәм 4 табип, 13 шәфҡәт туташы һәм 13 санитаркаһы булған бүлек Лилиә Мәҡсүт ҡыҙы Хәсәнова ҡулына күсә һәм 1964 йылдан туберкулезға ҡаршы диспансер исемен алып, ҡала ситендәге баракта урынлаша.

Диспансерҙың тәүге баш табибы Лилиә Мәҡсүт ҡыҙы була. Наил Әхтәм улы Әхтәмов—ололар бүлегендә, Наталья Филипповна Воронина балалар бүлегендә мөдир булараҡ, шулай уҡ башҡа шәфҡәт туташтары, санитаркалар тәүгеләр булып диспансер тарихы биттәрендә эҙ ҡалдыра.

Ваҡыт үтә тора, дауахана заман талаптарына ярашлы үҫә, ҙурая, бактериологик лаборатория асыла, прививкалар кабинеты киңәйтелә, коллапсотерапия, бронхологик кабинеттар булдырыла. 1976 йылдан туберкулезға ҡаршы диспансер Урал аръяғының Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарын да хеҙмәтләндереүгә ала һәм ошо нигеҙҙә яңы диспансер төҙөү планлаштырыла. Яңы бинаға 1978 йылда нигеҙ һалына, 1981 йылда ул үҙ ишектәрен аса. Яңы дауахананы баш табип Рафиҡ Рәжәп улы Рыҫбаев етәкләй һәм 19 йыл буйына ошо өлкәлә арымай-талмай хеҙмәт итә. Был ваҡыт арауығында диспансер заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған алдынғы дауаханаларҙың береһенә әүерелә. Уның базаһында физиотерапевт, стоматология, дауалау физкультураһы кабинеттары эшләй, айырым кер йыуыу урыны, аҙыҡ-түлек йүнәтеү блогы, дезкамера булдырыла. Сибай ҡалаһы һәм яҡын-тирә район балалары өсөн 75 урынлыҡ реабилитация бүлеге йылына 500-ләгән баланың һаулығына профилактика үткәреп тора.

Биш тиҫтә йыл дауамында диспансер тәжрибәле табиптарҙан торған абруйлы коллектив туплауға өлгәшкән. Улар республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәтен бағышлай. Мәҫәлән, БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, табип-фтизиатр Тамара Николаевна Еремина балалар сәләмәтлеге һағына 40 йыл ғүмерен арнаған табип. Шулай уҡ БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, табип-рентгенолог Рәис Fәббәс улы Fәлиев, БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, табип-фтизиатр Лариса Дмитриевна Максимовалар ҙа диспансер тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр. Бында эшләп киткән табиптарҙан Анатолий Андреевич Мозырев, Софья Мөхәмәт ҡыҙы Вилданова, Зөбәйер Харис улы Мусин, Әлмира Миңнулла ҡыҙы Дәүләтбаева, Зәғәфүрән Хәдит улы Фәттәхов, Марат Шәкир улы Фәтхетдинов, Анна Сергеевна Чересова, Нина Владимировна Дәүләтбаева, Ирек Усман улы Динекәев, Валентина Васильевна Орлова, Рәис Фәтих улы Абдрахманов, Фазылйән Хәкимйән улы Яхин һәм башҡалар ҙа үҙҙәре хаҡында бары тик йылы тойғолар ғына ҡалдырған.

Диспансерҙа ауырыуҙар теленән төшмәгән абруйлы шәфҡәт туташтары ла аҙ түгел. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Зоя Григорьевна Телятникова—50, БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Любовь Михайловна Пелисова—38, Таисия Александровна Свиридова 34 йыл эшләһә, уларҙан саҡ ҡына ҡала Антонина Ивановна Банокина, Лидия Михайловна Сукманова, Флүрә Шәнгәрәй ҡыҙы Седова, Людмила Николаевна Котина, Ида Алексеевна Караваева, Надежда Геннадьевна Дрожжиналар килә. Оло быуындан тәжрибә туплап, Зәйтүнә Үлмәҫ ҡыҙы Бикмырҙина, Fәлиә Fабдулла ҡыҙы Ҡоҙаҡаева, Алла Анатольевна Ляпустина, Ольга Георгиевна Оренбуркина, Ольга Викторовна Пелагеина һәм Эльвира Анатольевна Казбековалар ҙа һынатмай, улар үҙ бурыстарына яуаплы ҡараусы, намыҫлы аҡ халатлылар булып танылған.

Санитаркалар хеҙмәте лә юғары баһалана бында. Антонина Федоровна Васина, Раиса Леонтьевна Третьякова, Мария Федоровна Ветрякова, Евдокия Васильевна Кирикова, Гөлбикә Рамаҙан ҡыҙы Юнысова, Гөлшат Таиф ҡыҙы Йомадилова, Вера Филипповна Селиванова, Валентина Ивановна Хренова, Валентина Леонтьевна Валявина, Рәмилә Әбүзәкир ҡыҙы Арыҫланбаеваларҙың мәрхәмәтенә сикһеҙ рәхмәтле ауырыуҙар.

Коллективта шулай уҡ оҙаҡ йылдар эшләүселәр рәтен тулыландырып, ашнаҡсы Гөлнур Мөхәмәтғәлей ҡыҙы Задина, медицина дезинфекторы Дилара Шамил ҡыҙы Әминева, балалар бүлегендә эшләүсе Хатифа Мөхәмәт ҡыҙы Минишева, келәт мөдире Тамара Михайловна Чернейкиналарҙың да исемдәрен телгә алмау яҙыҡ булыр. Улар бөгөн дә намыҫлы хеҙмәт итеү менән мәшғүл.

1999 йылдан диспансер менән Гөлнур Урал ҡыҙы Бикмаева етәкселек итә. Бындағы дауалау-диагностика эшмәкәрлеге заманса медицина талаптарына ярашлы ойошторолған, шулай уҡ төрлө аппараттар, ҡоролмалар, махсус компьютерлаштырылған система, лабораториялар, кабинеттар ауырыуҙар мәнфәғәтендә ҡулланыла. Матди-техник база ныҡлы, коллектив үҙ һөнәренең оҫтаһы булған белемле белгестәрҙән тупланған. Дауахана төрлө маҡсатлы программаларҙан да ситтә ҡалмай. Һуңғы өс йылда ғына ла федераль һәм республика бюджеттарынан Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерына препараттар өсөн 7млн 908,8 мең һум аҡса бүленгән.

Бөгөн бында ауырыуҙарҙың сәләмәтлеге һағында БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип Фәйрүзә Зәкрей ҡыҙы Хәлимова, Зәлифә Fәббәс ҡыҙы Шәйәхмәтова, 1-се категориялы табип-лаборант Альбина Йәғәфәр ҡыҙы Хәбирова, БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табибә Сәлимә Усман ҡыҙы Баязитова, БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Рәйлә Fилман ҡыҙы Аблаева, юғары категориялы табип-фтизиатр, ошо көндәрҙә генә «БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» исеменә лайыҡ булыусы Венер Fәлимйән улы Исхаҡов, 1-се категориялы табип-фтизиатр Айгөл Ислам ҡыҙы Ҡужина, Флүрә Хәләф ҡыҙы Мөхәмәтдинова, Әлмира Әхмәт ҡыҙы Яҡуповалар тора. Был, әлбиттә, диспансерҙа эшләүселәрҙең тулы теҙмәһе түгел, шәфҡәт туташтары, санитаркаларҙың маҡтаулы хеҙмәте ҡағыҙ биттәренә һыя алмаҫ ине, моғайын. Уларҙың барыһы хаҡында ла диспансерҙың юбилейын билдәләгән көндө Гөлнур Урал ҡыҙы маҡтап телгә алды. Алдынғылар маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, бихисап хеҙмәткәрҙәргә дипломдар, Почет грамоталары тапшырылды. Байрамда шулай уҡ диспансерҙың ветерандары, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа хөрмәтле урын биләне. Бер һүҙ менән әйткәндә, Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансеры үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын мәртәбәле һәм тантаналы итеп билдәләне.

М.Сәйғәфәрова.

Һүрәттә: шәфҡәт туташтары

Рәмилә Камил ҡыҙы Мәмбәтова, Виктория Викторовна Каменева һәм Әлфиә Сәмиғулла ҡыҙы Булатова юбилей тантанаһында

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap