Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
СӘЛӘМ
Untitled document

Хикәйә

Миләүшә ХАБИЛОВА

Аҙағы. Башы 53-54-се һандарҙа.

Киләһе аҙнала бәләкәсем һыу сәсәге эләктереп ауырып китте, шунлыҡтан тышҡа сыға алманыҡ. Унан табиптар ҡушыуы буйынса тағы ла бер аҙна өйҙә яттыҡ. Бер көн ирем эштән ҡайтып ашап ултырғанда ул-был яңылыҡтарҙы һөйләшкән ыңғайы мәрәкә итеп:

—Анау иҙән йыуған апайҙы ят кеше икән, тип торам. Алмаштырған кеүек үҙгәргән, вәт әй,—тип ҡуйҙы.

—Н-нисек үҙгәргән?

—Үҙгәргән инде, үҙең күрерһең әле. Бындағы ир-егеттәр ҙә аптырай, «ҡатын кеше булған икән дә ул», тиҙәр.

Ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙен еңә аламы инде? Киттем быны күрергә. Әлбиттә, күрше-тирә барҙа аҫҡы ҡатта йәшәгән кешенән йомош һорау ҡыҙығыраҡ килеп сығалыр, әммә ятаҡта йомошҡа йөрөү ғәҙәти күренеш. Тик нимә һораған булайым икән? Ярай, еп һорармын.

Ысынлап та! Ишеген асҡан апайға үҙем дә бер килке телһеҙ ҡалып ҡарап торҙом. Сөнки миңә ишекте бөтөнләй яңы кеше асты. Хужабикә минең һоҡланыулы ҡарашымдан тағы ла нығыраҡ балҡып китте:

—Үт, һеңлем. Килешәме?

—О-ой, һеҙҙе сәпсим танырлыҡ түгел...

—Сәсемде киҫтереп, буятып ҡайттым әле. Салондағы ҡыҙҙар буяндырып та ташланы. Fүмер буйы иҙелмәгә ҡойоноп йөрөп эшләгәс, бында ла гел бысраҡ таҙалап, ҡупшыланып йөрөп өйрәнелмәгән бит.

—Хәтәр матур булған!

Алдаҡ түгел, матур ине шул апай. Тышҡы биҙәлештән тыш бында ниндәйҙер эске илһам, эске матурлыҡ барлыҡҡа килгән ине. Ул шундай дәрт, илаһилыҡ булып тышҡа бәрә, ҡатындың күҙҙәренән, йылмайыуынан, ҡул хәрәкәттәренән ҡойолоп торғандай.

—Үҙем ошолай ҡыланып йөрөйөм, үҙем уйлайым: Райман килеп сыҡһа, «Был бисә ҡурсаҡ кеүек биҙәнеп-яһанырға ярата икән», тип уйлар микән тим... Үҙегеҙ ни хәлдә әле?

—Арыу былай, иртәгә садикка барырбыҙ инде. Мин... ней... еп һорап торайым тигәйнем, булһа инде... ҡыҙыл еп...

Ҡайҙан барған көнөмә төшөп ҡайттым. Был күрешеү минең намыҫҡа тейгән теге ҡортто тағы ла шәбәйтеп ебәрҙе. Кимерә бит хәҙер йәнемде. Юҡ, былай бармай! Райман ағайҙы табырға кәрәк.

—Ҡарале, яҙ ҡәйнәмдең мейесен сығарған ағай ҡайҙа йөрөй икән хәҙер?—тим иремә урын һалып йөрөгәндә.

—Әллә,—тип яурынын ғына һикертте был телевизорынан айырылмаҫтан.—Ҡайҙа кемгә кәрәк, шул килә лә ала инде уны, ашау-эсеүгә йөрөгән берәҙәкте.

—Ҡайһы ауылдыҡы ул?

—Теге яҡтаныраҡ, Әхмәрме, Төркмәнме...

Тә-әк, бынан эш сыҡманы. Ауылға ҡайтҡанда ҡәйнәмдән һорашырға кәрәк, тигән уйҙы күңелемә һалып ҡуйҙым.

Хәмдиә апайҙы көн дә тигәндәй күреп йөрөйөм. Уның һылыу ҡатын булғанына хәҙер мин генә түгел башҡалар ҙа күнекте. Күршеләрем яңылыҡ итеп уның ҡапыл шулай үҙгәреүе хаҡында бер-бер артлы инеп һөйләп тә сыҡтылар. Әле берәүһе уны урамда шундай шәп күлдәктә осратҡан, икенсеһе затлы туфли алып торғанында күргән, өсөнсөһө матурлыҡ салонына инеп барғанын аңғарған. Һөйләйҙәр-һөйләйҙәр ҙә: «Кейәүгә сығырға уйлайҙыр ул, күпме яңғыҙ йәшәргә була»,—тип йомғаҡлап ҡуялар. Ә мин был үҙгәрештең серен белгәс һәм үҙемдең дә ғәйебемде тойғас—өндәшмәйем. Их, шул сәләм! Кем телемдән тартты инде! Ике ай онотолоп йөрөгәнен шунда иҫкә төшөп тормаһа була бит инде. Осраған һайын ихлас йылмайып сәләмләшәм дә, апайҙың ниндәйҙер йәшерен өмөт менән баҡҡан ҡарашын аңғармағанға һалышып, хәбәремде теҙәм. Ә ул үҙенә хас тыйнаҡ, баҫалҡы.

Йәй аҙағынараҡ ҡына иремдең отпускыһында ауылға ҡайта алдыҡ. Ҡайтҡан көндө үк яйын тура килтереп ҡәйнәмдән һорайым:

—Ҡәйнәм, һиңә мейес сығарған ағайҙы ҡайҙан табырға була икән?

—Теге сатан ирҙе әйтәһеңме?

—Эйе. Исеме Райман ине шикелле.

—Шулай ине шул, бахыр... Ул ней, килен, беҙҙән һуң остағы Мораттарға яллан-ғайны бит. Бер көн кискә ҡарай: «Һыу инеп киләм әле»,—тип кенә киткән дә юҡ бул-ған. Морат: «Эшен бөтмәй ҡасты, зимагур»,—тип әрләп йөрөнө. Шунан мына, күптән түгел генә бахырҙы арғы күл ярындағы таллыҡтан табып алғандар тейсе. Йәй буйына ышыҡ ерҙә тик ятҡан инде. Кейемдәрен тәҫләп һалып ҡына ҡуйған да, эргәһенә ятып ҡына үлгән тей. Йөрәге-фәлән туҡтаны микән әллә эске йыҡтымы...

Шул мәл, шаңҡып торҙом-торҙом да, ҡәйнәмде ҡурҡытып, ултырып тороп үкһеп илап ебәрҙем. Юҡ! Ул үлергә тейеш түгел ине! Ул сәләме артынан килергә, килеп етергә тейеш ине! Алдаҡсы! Йүнһеҙ! Ул алданы! Хәмдиә апайҙы ла... мине лә алданы! Шул ваҡыт, әллә ҡасан ҡәберҙә булған йәндең сәләмен алып йөрөүемдәнме, әллә шул сәләм менән берәүҙең тыныслығын болартып ташлауымды аңлауҙанмы, күңелемдәге ниндәйҙер яҡты өмөт, хыял тыпырсынып тартышып ятып үлгәндәй булды. Күптән был донъя менән хушлашҡан берәҙәк өсөн күҙ йәшен түккән берҙән-бер әҙәм заты инем мин...

Ҡаршыма Хәмдиә апай килә. Һомғол кәүҙәһенә инде килешле юбка менән блузка кейгән, үксәле туфлиҙары йоморо балтырҙарын тағы ла баҙыҡландырып, тулыландырып күрһәтә. Сәстәре көрән-ҡыҙыл тулҡындар булып иңдәрен япҡан, иренендә беленер-беленмәҫ алһыу буяҡ, күҙҙәре былай ҙа һөрмәле, ҡаштары ҡара уның. Килеп ҡосаҡлап уҡ алды ла, ҡулындағы ҡағыҙын күрһәтә:

—Улым өсөн күптән фатир тәҡдим итһәләр ҙә, йүнләргә күңел төшмәй ине, бына, шуның артынан төшөп, рөхсәт ҡағыҙҙары алып ҡайтып киләм.—Унан һағышлы ғына итеп өҫтәп ҡуя:—Райман ағайың килеп сыҡһа, «һаман ятаҡта йәшәй икән», тиер тим.

—Һәйбәт булған, ҡотлайым,—тинем ауыҙымды көсләп йырып.

Апай һаҡ ҡына итеп һорамай ҙа булдыра алмай, күрәһең:

—Ағайың хаҡында хәбәр-хәтер ишетелмәйме ауыл яғында?

—Ней... Ҡыҙыл яғынан урыҫтар эшкә алып киткән, тейҙәр ине. Оҫта бит ул, мейес оҫтаһы...

—Шулай инде. Ярай, ҡайҙа йөрөһә лә имен-һау йөрөһөн. Сәләм ебәргәс, онотмаған, бер килмәһә, бер килер...

—Эйе шул... килер...

Был осрашыуҙан һуң күп йылдар үтте. Беҙ ҙә күптән үҙ йортобоҙҙа йәшәйбеҙ. Хәҙер үҙем дә шул апай йәшендәмендер. Fаилә, йорт, эш, балалар тип, ут ҡапҡандай сабып йөрөп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән ғүмер гөрләүек өҫтөндәге ҡағыҙ карап кеүек елә генә икән. Көҙгөгә ҡарайым да, ҡарайып тартылған йөҙҙәге йонсоған күҙҙәргә бағып, ниңә был ваҡыт аямай икән, тип уйлайым. Теге мәл бит мин Хәмдиә апайҙы йәлләгәйнем. Уны ҡыҫыр өмөт менән ҡабындырғаным, мәлһеҙ сәскә атҡан гөл кеүек итеп балҡытҡаным өсөн. Бөгөн иһә уға көнләшәм. Эйе-эйе, көнләшәм. Миңә лә кәрәк ине ул шундай ҡөҙрәтле көскә эйә булған сәләм. Йәшлегемдән дәрт, илһам, ихласлыҡ алып килерҙәй мөғжизәле бер ауыҙ һүҙ. Иңдәрҙе баҫҡан хәсрәттәрҙе һелкеп ташлап, башты юғары сөйҙөрөп, йөҙҙәргә алһыулыҡ, ҡараштарға нур яғылдырыр сәләм, һин ҡайҙа? Мин һине көтәм... сәләм.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap