Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
11.07.2014
МӘКТӘБЕБЕҘ ҒОРУРЛЫҒЫ
Untitled document

Уҡытыусы эше шуныһы менән үҙенсәлекле: мәктәпте тамамлаған һәр уҡыусы күңел түрендә ныҡлы урын ала. Яҡшы уҡыусымы әллә уртаса уҡығанмы, тыйнаҡмы, шаянмы, быйыл мәктәпте тамамлағанмы әллә 10 йыл элекме—был мөһим түгел. Аллаға шөкөр, Йомағужа урта мәктәбен тамамлап, юғары уҡыу йорттарында белем алып йөрөгән ҡыҙҙар-егеттәребеҙ ҡыуандырып ҡына тора.

Мин һеҙҙең менән таныштырырға теләгән ҡыҙ ҙа ата-әсәһенең, уҡытыусыларының фатихаһы менән Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында «бишле» билдәләренә генә уҡып йөрөй. Нәзифә Иҫәнбаева Йомағужа урта мәктәбен алтын миҙалға тамамланы. Агротехнологиялар һәм декоратив үҫемлекселек факультетының беренсе курсын бик еңел генә атҡарып сыҡҡан ҡыҙ икенсе йылына ошо уҡ вуздың «Дәүләт һәм муниципаль етәкселек» факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Нәзифә унда ла уҡыу отличнигы. Бәләкәй сағынан белемгә ынтылған ҡыҙға ике урында белем алыу еңел бирелә, шуға күрә Нәзифә буш ваҡытын Санкт-Петербург ҡалаһы менән яҡындан танышыу өсөн ҡуллана. Башҡорт рухлы ҡыҙға аралашыусанлығы, ярҙамсыллығы һәм итәғәтлелеге яңы дуҫтар табырға ярҙам итә, ял минуттары бик күптәр кеүек төнгө клубтарҙа түгел, ә тематик кисәләрҙә, күргәҙмәләр залында, музейҙарҙа үтә. «Аманат» башҡорт йәштәре ойошмаһы менән Санкт-Петербург ҡалаһының музейҙарына, театрҙарына экскурсиялар ойошторалар. Мәҫәлән, данлыҡлы Петергофта, Александрийский театрҙа булыу—күптәр өсөн яҡты хыял. Ә Нәзифә дуҫтары менән ошо иҫтәлекле урындарҙың барыһында ла булып өлгөргән.

Нәзифә Санкт-Петербург ҡалаһының «Ирәндек» бейеү ансамбле солисткаһы булараҡ ҡаланың «Октябрьский» ҙур концерт залында «Бөрйән ҡыҙы» бейеүе менән тамашасыларҙы һоҡландыра. Башҡортостан Республикаһы көндәрендә лә сығыш яһағандар. Санкт-Петербург гуманитар университеты үткәргән көнсығыш поэзияһына бағышланған халыҡ-ара конкурста Рәми Fариповтың «Туған тел» шиғыры һәм «Бөрйән ҡыҙы» бейеүе менән сығыш яһап, дипломант була.

Нәзифә университет тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Студент баҫмаларының «Студент тауышы» төбәк-ара форумында ул үҙен репортер ролендә һынап ҡарай. Ул төшөргән «Дуҫлыҡ тарихы» таҫмаһын жюри ағзалары юғары баһалап, 2-се урын бирә. Быйылғы уҡыу йылында ла һәләтле ҡыҙ Санкт-Петербург дәүләт политехник университетының «Алтын көҙ», Пушкин ҡалаһының Йәштәр йорто фестивалдәрендә ҡатнашып, дипломант булырға, студенттарҙың халыҡ-ара клубы менән берлектә төрлө кимәлдәрҙә үткәрелгән конференцияларҙа сығыштар яһарға өлгөргән. Нәзифә спортты ла үҙ итә, тхэквондо секцияһына йөрөп, һары билбау алған.

Ялға ауылына ҡайтҡанда уны һеңлеләре һәм Мораҙым ҡустыһы һағынып көтөп тора. Сәләх ауылының иң уңған һәм татыу ғаиләләренең береһе—Айбулат һәм Мөнирә Иҫәнбаевтарҙың баш балаһы ул Нәзифә. Өләсәһе Хәмиҙә һәм ҡартәсәһе Фәрзәнә апайҙар ҙа хөрмәткә лайыҡ ағинәйҙәр. Итәғәтлелек, ололарға ихтирам, ярҙамсыллыҡ, белемгә ынтылыш—барыһы ла ғаилә биргән тәрбиә. Агротехнология һәм экология институты деканатының педагогик коллективы Иҫәнбаевтар ғаиләһенә ебәргән Рәхмәт хаттары ла быны асыҡ дәлилләй.

Нәзифәнең студент тормошо башҡалар өсөн өлгө. Теләк булғанда барыһына ла өлгөрөргә мөмкин—яҡшы уҡырға ла, дуҫтар менән аралашырға ла, әүҙем ял итергә лә. Тырыш ҡыҙҙың өлгәшәһе уңыштары алда әле. Уҡыусыбыҙға яңы асыштар теләп ҡалам.

Г.Р.Йомағолова,

Йылайыр районы Йомағужа мәктәбе директоры.

Һүрәттә: Нәзифә

ата-әсәһе менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap