Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
25.07.2014
ҠАН ҠОЙҒОС БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ
Untitled document

 


1914 йылдың 1 авгусында Германия Рәсәйгә һәм Антанта илдәренә ҡаршы һуғыш асыу менән, Беренсе донъя һуғышы башланып китә. 4 йылдан ашыу дауам иткән был һуғышта 34 ил һәм 1,5 миллиард кеше ҡатнаша, шулар иҫәбенән 10 млн кеше һәләк була, 20 млн-дан ашыу кеше ғәрипләнеп ҡайта, тыныс халыҡ араһынан 12 млн кешенең ғүмере өҙөлә. Күп кенә колониаль империялар тарҡала һәм хужалыҡтар емерелә. Һуғыш һөҙөмтәһендә Рәсәй 2 млн 300 меңгә яҡын кешеһен юғалта. 1-се һәм 2-се донъя һуғыштарының ҡанлы эҙемтәләре хәҙерге ваҡытта 3-сө донъя һуғышын башлау менән янаусы ҡайһы бер империалистик илдәргә һабаҡ булып торорға тейеш.

Беренсе донъя һуғышының башланыу сәбәбе ХХ быуат башында капиталистик илдәрҙе ялмап алған иҡтисади һәм сәйәси көрсөк менән бәйле. Капиталистик илдәрҙең һәр береһе яңы ерҙәрҙе баҫып алыу өсөн колониаль һуғыштар алып барырға ынтылған.

1914 йылғы Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан Европала бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ике хәрби блок барлыҡҡа килә. Беренсеһе—«Тройственный союз»ға Германия, Австро-Венгрия, Төркиә, Болгария, икенсеһе—«Антанта союзы»на Англия, Франция, Рәсәй һәм башҡа илдәр инә. Был илдәр һуғышты башлаусылар булһа, ә инде АҠШ һәм Япония һуғышҡа ут төртөүселәр булараҡ сығыш яһай. Америка һуңлап ҡына 1917 йылдың 6 апрелендә Германияға ҡаршы һуғышҡа ҡушыла.

Һуғыштың башланыу сәбәбен 1914 йылдың 28 июнендә Босниялағы Сараево ҡалаһында Австрия эрцгерцогы Франц Фердинанд һәм уның ҡатыны үлтерелеүгә бәйләйҙәр. 29 июлдә Австро-Венгрия Сербияға ҡаршы һуғыш иғлан итә. Был ваҡиға Беренсе донъя һуғышын башлауға сәбәп кенә була, ә ысынында Европа күптән инде һуғыш шәүләһе аҫтында йәшәгән.

1914 йылдың 1 авгусында Германия Рәсәй һәм Антанта илдәренә ҡаршы һуғыш аса. Беренсе донъя һуғышының төп хәрби хәрәкәттәре Көнбайыш фронтта Англо-Франция һәм Германия, ә Көнсығышта Рәсәй—Германия, Рәсәй—Австро-Венгрия илдәре араһында бара.

Бөйөк Британия һәм Франция ғәскәрҙәре 1915 йылғы һуғышта уҡ ҙур еңеүгә өлгәшә. Улар Верден һәм Париж ҡалалары араһындағы һуғыштарҙа немецтарҙы ҡыйрата. 1915 йылда Сомме буйындағы һуғыштарҙа Бөйөк Британия, Франция ғәскәрҙәре тағы өҫтөнлөк ала. Антанта илдәренең был уңыштары рустарҙың Көньяҡ-көнбайыш фронтта немецтарға ҡаршы һөжүмгә күсеүе һөҙөмтәһе менән бәйле.

Ә инде Көнсығыш фронтта һуғыштың тәүге көндәрендә үк Рәсәй үҙенең донъя һуғышына әҙер түгеллеген күрһәтә. Техник йәһәттән Рәсәй армияһы насар ҡоралланған була. Төньяҡ-көнбайыш фронттың Көнсығыш Пруссияла 1-се Рус армияһы (командующийы генерал Ренненкампф) тәүге һуғышта өҫтөнлөк алһа, 2-се Рус армияһы (генерал Самсонов) хурлыҡлы еңелеүгә осрай. Яу ваҡытында 2-се армия корпусы немецтарҙың ҡамауында ҡалып, күптәре һәләк була, байтағы әсирлеккә эләгә. Рустар 1 млн-ға яҡын кешеһен юғалта, 1434500 кеше әсирлеккә төшә. Һөҙөмтәлә Рус армияһы Көнсығыш Пруссияны, артабан Польшаны ҡалдырып, сигенергә мәжбүр була. Рустарҙың еңелеүе Бөйөк Британия һәм Франция файҙаһына була, сөнки немецтар еңеү өсөн бөтә көстө Көнбайыштан Көнсығыш фронтҡа—Рус армияһына ҡаршы ташлай. Һөҙөмтәлә француздар төп ударҙан ситтә тороп ҡала һәм еңеүгә өлгәшә. Шулай итеп, Рәсәй Англия-Франция армияһын ҡыйралыуҙан һаҡлап алып ҡала.

Көньяҡ-көнба-йыш, йәғни Галиция фронтында (командующийы Брусилов А.А.) 8-се Рус армияһы дошман ҡулсаһын өҙөп, Австро-Венгрия ғәскәрен сигенергә мәжбүр итә. Улар дошманды эҙәрлекләп, Австрия сигенә барып етә һәм Карпат хәрби операцияһында ҡатнаша. Ләкин һуңғараҡ бында ла Рус армияһы уңышһыҙлыҡҡа осрай: бер нисә дивизия немецтар ҡамауында ҡалып, күптәре әсирлеккә эләгә.

Кавказ фронтында төрөктәргә ҡаршы алып барған һуғышта рустар еңеүгә ирешә.

Дөйөм алғанда, Беренсе донъя һуғышында Рус армияһы күп тапҡыр еңелеүгә осрай. Был хәл халыҡ араһында һуғышҡа ҡаршы дөйөм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә «Долой войну!», «Долой царской манархии!» лозунгылары аҫтында халыҡ сығыштары булып ала. Һөҙөмтәлә 1917 йылда бөтә донъяны дер һелкеткән Февраль һәм Октябрь революциялары булып уҙа. Рәсәй императоры Николай II 2 мартта тәхеттән төшөрөлә, Ваҡытлы хөкүмәт төҙөлә. Был хөкүмәт ҡанлы һуғышты дауам итергә теләй, ә халыҡ быға ризаһыҙлыҡ белдерә. 1917 йылдың 7 ноябрендә Рәсәйҙә булып үткән Октябрь революцияһы һөҙөмтәһендә власҡа большевиктар килә. Улар ҡан ҡойғос һуғышты туҡтатыу яғында тора. Рәсәй өсөн Беренсе донъя һуғышы 1918 йылдың 3 мартында Брест килешеүе менән тамамлана.

Германия 1917-1918 йылдарҙа уңышлы ғына һуғыштар алып барһа ла, уның да көсө самалы була. Уның союздаш илдәре Австро-Венгрия, Болгария, Төркиә иҡтисади һәм сәйәси көрсөк кисерә һәм еңелеүгә дусар ителә. Һөҙөмтәлә, Германия бер үҙе генә тороп ҡала һәм көсһөҙләнә. 1918 йылдың 11 ноябрендә Германия һәм Антанта илдәре араһында «Компьенск килешеүе» төҙөлөү менән Беренсе донъя һуғышы тамамлана. Антанта илдәренең еңеүе 1919 йылдың 28 июнендә төҙөлгән «Версаль килешеүе» менән нығытыла. Рәсәй һуғышта ҡатнашһа ла Антанта илдәре тарафынан еңеүселәр исеменә индерелмәй. Был илебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһы өсөн ҡыҙғаныс факт, тип уйлайым.

Башҡортостан Беренсе донъя һуғышында ниндәй роль уйнаған? Башҡортостан тарихында был һорауға яуап табыу бик ауыр мәсьәлә, сөнки Совет власы осоронда был тема сәйәси күҙлектән сығып ситләтеп үтелде. Шулай ҙа ул ҡайһы бер башҡорт тарихсылары һәм яҙыусылары хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.

Башҡорт яҙыусылары Афзал Таһировтың «Һалдаттар» һәм Дауыт Юлтыйҙың «Ҡан» романдарында башҡорт яугирҙәренең Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуы һәм батырлыҡтар күрһәтеүе хаҡында яҙып үтелә.

Беренсе донъя һуғышында башҡорттар айырым милли полктар төҙөп ҡатнашмаған, ләкин Рәсәй армияһы составында төрлө фронттарҙа булған. Ҡайһы бер тарихи мәғлүмәттәр буйынса Өфөлә 48-се, 83-сө дивизиялар, халыҡ ополчениелары ойошторолоуы билдәле. Беҙҙең Урал аръяғы башҡорттары Орск, Себер һәм башҡа дивизиялар составында хеҙмәт иткән. Башҡорттар Рәсәй армияһы составында ғына булмаған, уларҙың хатта Көнбайыш фронтта француз армияһы составында немецтарға ҡаршы һуғышыуы билдәле. Бер рус бригадаһының Франция һәм Германия араһындағы һуғышта ҡатнашыуы тарихи документтарҙа ла теркәлгән. Күптән түгел «Ағиҙел» журналында (6-сы һан, 2014 йыл) Р.Вәхитовтың «Салауат Юлаев тоҡомдары» исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ул унда 1916 йылда союздаш Францияның һорауы буйынса Рәсәйҙән бер бригада самаһы һалдаттарҙың оҙатылыуы һәм уның составында башҡорттарҙың да булыуы хаҡында яҙып үтә. Мәҡәлә авторы Салауат тоҡомонан булған Баязит Байрамғоловтың яҙмышын һүрәтләй. Ул тәүҙә Германия—Рәсәй, һуңынан Франция—Германия һуғышында ҡатнашҡан, сит ил наградаларына лайыҡ булған яугир. Ләкин Беренсе донъя һуғышы тамамланғас, уға Рәсәйгә ҡайтырға тура килмәгән. 1917 йылғы революциялар һөҙөмтәһендә ике ил араһындағы сик ябыла һәм Баязит Байрамғолов Францияла тороп ҡала. Уға тик 1935 йылда ғына тыуған иленә ҡайтырға рөхсәт ителә.

Беренсе донъя һуғышында Башҡортостандан Ишбулатов Хажиәхмәт (хәҙерге Благовар районынан) исемле генералдың ҡатнашыуы билдәле. Ул 1915 йылда 146-сы хәрби батальондың, 1916 йылда 152-се запастағы полктың командиры булып хеҙмәт итә. 1917 йылғы Октябрь революцияһы менән бергә башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, Зәки Вәлидиҙең һорауы буйынса, 1918 йылда башҡорт корпусының командиры булып тора.

Шулай уҡ Башҡортостандан Беренсе донъя һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн унтер-офицерҙар Востриков С.С. һәм Калмыков М.В. 4-се, 3-сө, 2-се дәрәжә Георгий тәреһе менән наградлана. Һуңынан улар совет генералдары булып китә.

Беҙҙең төбәктән дә күп кенә яҡташтарыбыҙ донъя һуғышында ҡатнаша, араларында күрһәткән батырлыҡтары өсөн наградаларға лайыҡтар ҙа була. Ә инде Таналыҡ-Баймаҡта урынлашҡан ЮУГАО сәнәғәт предприятиелары, Баймаҡ баҡыр иретеү заводы фронт өсөн төҫлө металл етештерә. Мәҫәлән, ЮУГАО предприятиелары 1914-1917 йылдарҙа һуғыш заказын үтәп, 2108,65 тонна ҡара баҡыр, 2327 кг алтын, 11098,66 кг көмөш бирә. Таналыҡ-Баймаҡ руднигы—88 бот, Түбә руднигы—32 бот, Семеновск руднигы 16 бот алтын тапшыра. Бына шулай бөтә байлыҡ һуғыш файҙаһына тотонола, ә урындағы халыҡ аслыҡта һәм хәйерселектә йәшәй. Һуғыш йылдарында Баймаҡ баҡыр иретеү заводында 200-ҙән ашыу немец әсиренең эшләүе лә мәғлүм.

Күп кенә ЮУГАО предприятиеһы эшселәре һуғышҡа китеп, батырлыҡтары өсөн хәрби наградалар менән бүләкләнгән. Түбә руднигының ярҙамсыл хужалығы эшсеһе Хәлил Әминев (Иҫән ауылынан) һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн тулы бант 1-4-се Георгий тәреһе менән наградланған, йәғни ул Рәсәй Геройы булған. Совет власы осоронда ул ауыл советы рәйесе һәм төрлө хужалыҡтарҙа етәксе булып эшләй. Хәлил Әминев милли көрәш буйынса РСФСР чемпионы була.

Рамаҙан Үтәғолов.

Сибай ҡалаһы.

Аҙағы киләһе һанда.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap