Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.07.2014
ӘЛФИӘ БЕСЛЕР ТЫУҒАН ЯҠТАРЫНДА ҠУНАҠТА
Untitled document


Миләүшә ХАБИЛОВА

Кеше маңлайына ни яҙылған, шуны күрә, яҙған яҙмышын йәшәй, тигән борондан килгән әйтемдәр бар. Бигерәк тә ҡыҙҙар яҙмышы ел ихтыярындағы өҙөлгән япраҡ кеүек, ҡасан, ҡайҙа, ниндәй тарафтарға осоп китерен бер Хоҙай ғына беләлер. Шуның шикелле Әлфиә лә, Сибай урамдарынан йүгерә-атлай йөрөгәнендә, тиҙҙән ошо төбәкте күреү өсөн зар-интизар булырын күҙ алдына ла килтермәгәндер.

Бәләкәйҙән йыр-бейеүгә әүәҫ ҡыҙ 1996 йылда Силәбе мәҙәниәт колледжының хореография бүлеген тамамлап, Сибай дәүләт филармонияһының бейеү ансамблендә хеҙмәт юлын башлай. Бында бер йыл тәжрибә туплағас, бәхетен һынап ҡарамаҡсы булып Ф.Fәскәров исемендәге бейеү ансамбленә һынау үтергә бара. Алалар ҡыҙҙы, һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө Сибай ҡыҙы ансамблдең матур бер биҙәгенә әйләнә. Шулай сираттағы эш йылын тамамлап, артистар йәйге ялға сыға. Әлфиә отпускыһында Төркиәне күреп ҡайтырға уйлап, йүнәлтмә һатып ала. Билетын ҡулына алғас, эй шатлана, был уның үҙ аҡсаһына ситтә үткәрәсәк тәүге ялы! Ә инде был билетты уға тап яҙмыш үҙе тоттороуын ғына аңламай әле йәш ҡыҙ.

Измир ҡалаһына килеп төшөп, икенсе көнөнә диңгеҙ буйына сыҡҡанда һылыуҡайға бер төрөк егете иғтибар итә һәм танышырға теләй. Төрөксә аңламаһа ла ҡыҙ уның ниәтен төшөнә һәм ҡәтғи рәүештә баш тарта. Егет русса белмәй, әммә ым-ишаралар менән күңелендәген аңлатырға теләй һәм янына килгән һайын ҡарашын ситкә борған ҡыҙҙың артынан бер тотам ҡалмай йөрөй башлай.

—Мин ул ваҡытта бында Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарына ошондай иғтибар булырын һәм бындай бәйләнештәрҙең ҡыҙҙар өсөн насар бөтөү мөмкинлеген дә ишетеп белә инем. Холҡом да осоп-төшөп торғандан түгел, үҙем дә теләһә ҡайҙа теләһә кем менән танышып, аралашып йөрөүгә ғәҙәтләнмәгәнмен. Етмәһә сит илдә сит милләт кешеһе менән. Шуға башта ҡәтғи рәүештә «юҡ» тинем,—тип һөйләй был хаҡта Әлфиә.

Тик Али (түшенә төртөп исемен шулай тип атай) бик ныҡыш булып сыға. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре аша ҡыҙ хаҡында мәғлүмәттәр ала һәм ниәтенең етди икәнлеген иҫбатлау өсөн нимәләр генә эшләмәй. Тәүлек әйләнәһенә туҡтауһыҙ сәскәләр ебәрә, мөхәббәт шиғырҙары яҙа, бүләктәр яһай, төрөк ҡунаҡсыллығын, ҡала матурлығын күрһәтә. Үҙе лә шундай хистәр көтөп тулышҡан йәш күңел нисек асылмаһын инде, асыла, ирей. Әлфиәнең мосолман ҡыҙы булыуы бигерәк тә һөйөндөрә Алиҙы. «Беҙ һинең менән өйләнешәбеҙ, һин минең ҡатыным булырға тейешһең»,—ти егет үҙе табып алып килгән тәржемәсе аша тәүге осрашыуҙа уҡ. Ҡыҙ, әлбиттә, ундай уҡ пландар ҡормай һәм был төрөк менән үҙен етди һәм тыйнаҡ тота. Бер нисә көндән Алиҙың ялы тамамлана һәм уға Төркиәнең көнсығышында урынлашҡан эш урынына китергә тура килә. 28 йәшлек егет яңы ғына үҙ бизнесын башлап ебәргән, уның фирмаһы хром, мәрмәр кеүек ҡаҙылма байлыҡтар табып, ситкә һатыуға сығара икән. Ул ҡыҙға: «Эштәремде бер аҙ яйға һалам да мин һине эҙләп табам һәм алып ҡайтам»,—тип китә. Ялдан һуң Әлфиә лә үҙенең өйрәнгән, яратҡан эшенә сыға. Һәм шундай ғәҙәти көндәрҙең береһендә Али шылтырата: «Мин юлға сыҡтым, өйләнергә киләм»,—ти. Ахырҙа хәлде әсәһенә аңлатырға тура килә. Китә аптыраш, ҡайнаш. Килеп төшә егет һәм бер нисә көн эсендә нисек итһә итә, әммә буласаҡ ҡәйнәһен ҡыҙын бирергә күндерә. Икеһе ике телдә һөйләшеп, бер-береһен бөтөнләй аңламаһалар ҙа, әсә кеше егеттең ышаныслы булыуын тоя һәм йөрәген өҙөп булһа ла ризалығын бирә. Тиҙ арала туғандарҙы йыйып, берәүҙәрҙе аптыратып, берәүҙәрҙе һоҡландырып никах уҡыталар ҙа, кейәү кәләшен алып ҡайтып та китә. Барып төшһәләр, унда кейәү яғы юғалып ҡала. Баҡтиһәң, Али Рәсәйҙән кәләш алып ҡайтасағы хаҡында әйткәндә, берәү ҙә был хәбәрҙе етдигә алмаған икән. Ул былай ҙа эше буйынса күп йөрөй, шунлыҡтан йыйынып сығып китеүенә лә иғтибар итмәйҙәр. Ә ул кәләш алып ҡайтып төшә. Шулай ҙа барыһы ла ҡустыларының, улдарының һылыу, белемле, етмәһә мосолман ҡыҙын кәләш итеп алыуына шатлана.

«Ҡәйнәм Төркиәнең төпкөл ауылдарының береһендә ете бала менән ирһеҙ тороп ҡала һәм балаларын кеше итеү ниәте менән әллә күпме ауырлыҡтар кисереп ошо Измир ҡалаһына килеп төпләнә,—тип һөйләй Әлфиә килен булып төшкән ғаиләһе хаҡында.—Улдарын да, ҡыҙҙарын да уҡытып, һәр береһен юғары белемле итә. Апайҙары табиптар, уҡытыусылар, ә иптәшем ағаһы менән бергә үҙ бизнесын булдырған. Шундай көслө, аңлы, тырыш ҡатын ул минең ҡәйнәм. Тәүге йыл мин уның менән йәшәнем, иремде ситтә эш менән мәшғүл ваҡыттарында ай-ҙар буйына күрә алмаған саҡтарым да булды. Ҡәйнәм иһә был мәлдә мине үҙҙәренең аш-һыуын яраштырырға, ундағы мөхиттә үҙеңде нисегерәк тоторға һәм, әлбиттә, сабырлыҡҡа, һығылмалылыҡҡа өйрәтте. Рәхмәтлемен уға».

Бөгөн Әлфиә ханым Беслер—хөрмәтле, абруйлы Али әфәнденең һөйөклө ҡатыны, өс бала әсәһе. Ундағы тормошҡа, йәшәйешкә яраҡлашһа ла, үҙ-үҙен онотоп йортҡа бикләнмәгән. Балалары бер аҙ ҡулдан төшкәс тә, шәхси мәктәпкә хореограф булып эшкә урынлаша. Унда Рәсәй уҡытыусылары юғары баһалана икән. Шулай уҡ уҡыусыларға скрипка серҙәрен төшөндөрә. Хатта уны бер туй салоны сит илдәргә күлдәктәр тәҡдим иткән реклама журналына төшөргә саҡыра. Али ҡатынына рөхсәт итә һәм Әлфиә үҙен яңы йүнәлештә, модель сүрәтендә һынап ҡарай.

—Төркиәлә ҡатын-ҡыҙ үҙен иркен тота аламы ни?—тигән һорауға Әлфиә:

—Ҡатын-ҡыҙҙың белемле, һөнәрле булыуы сикләнмәй. Әлбиттә, йәмғиәттең ныҡлы ҡанундарына буйһонаһың һәм ошо сиктәрҙә ижади эшләргә бер кем дә ҡамасауламай. Минең ирем ҡалала билдәле, абруйлы кеше һәм мин дә, уның ҡатыны һәм башҡорт ҡыҙы булараҡ, үҙ баһамды, кимәлемде билдәләргә тейешмен,—тип яуаплай.

—Ә ниндәй ул төрөк халҡы, ҡаты түгелдәрме?—тип һорайым, һаман да ниндәйҙер йөй эҙләгәндәй.

—Улар шундай асыҡ, алсаҡ халыҡ. Хатта артыҡ алсаҡ тип әйтергә була. Беҙ бит ҡырыҫыраҡ, артыҡ йылмаяҡланып, йылы һүҙҙәр ташлап бармайбыҙ. Ә уларҙың теле татлы, бер-береһе өсөн йәнен бирергә торған кеүек. Туған-ара татыуҙар, бер-береһен ауырлыҡта ташламайҙар, балаларын етем ҡалдырмайҙар. Әйткәндәй, балаларҙы ныҡ яраталар. Урамда китеп барғанда берәйһе колясканан баламды алып һығып ҡосаҡлап һөйөп-үбеп китеүе мөмкин. Башта шундай хәлдән мин ҡурҡып киткәйнем, хәҙер өйрәндем инде. Тағы ла ғаиләлә балаға йомшаҡтар, бөтөнләй тыймайҙар. Шунлыҡтан уларҙың балалары ныҡ шаяра. «Их шуларҙы тотоп алып сыбыҡлағанда»,—тип уйлай торғайным. Ә асылда шул балалар яҡшы кешеләр булып үҫеп етә, тәртип боҙмай, эсмәй-тартмай, һәр береһе үҙ эшен асырға ынтыла, күптәре дин тота. Был өлкәндәрҙең балаларҙы үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүенән килә икән, баҡһаң.

—Өс бала төрөктәр өсөн күпме?

—Күп. Уларҙа ғаиләлә балалар берәү, һирәкләп икәү булырға мөмкин. Ә мин бына, үҙебеҙсә, өсәү иттем. Унда күп балалы ғаиләләргә хөкүмәт ярҙам итмәй, ундай тәртиптәр юҡ. Шулай уҡ күп нәмә түләүле. Мәҫәлән, тәүге баламды тыуҙырғанда ауырып бала табыу йортона барып эләккәйнем, сабыйҙы донъяға килтереүҙә генә ярҙамлаштылар ҙа, артабан баламды ҡулыма тоттороп, икенсе көнгә сығарҙы ла ебәрҙеләр. Һинең хәлең юҡмы, ауырыйһыңмы, бала һаумы—унда уларҙың эштәре юҡ, иғтибар кәрәкһә, түләүле клиникаға бар. Тағы ла йөклө ҡатындар бер ерҙә лә теркәлмәй, буласаҡ әсәнең дә, баланың да сәләмәтлеге күҙәтелмәй, шуғалырмы ауырыу булып тыуған балалар һаны күп. Был тәңгәлдә беҙҙә медицина хеҙмәтләндереүе күпкә яҡшыраҡ та, миһырбанлыраҡ та.

—Ул халыҡта туған-ара өйләндереү йолаһы бар, тип ишеткәйнем...

—Бар. Боронғо ҡанундар менән йәшәгәндәр һаман да яҡын-ара бер-береһе менән никахҡа инә. Иремдең туғандары араһынан өс туған булғандар өйләнеште. Тик был ғәҙәт минең өсөн ят һәм нисектер… ҡырағай. Бындайҙы үҙ балаларыма бер ваҡытта ла рөхсәт итмәйәсәкмен, ирем дә ундайҙы хупламай.

—Өйҙә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?

—Төрөксә. Ирем русса өйрәнә алманы. Беҙгә килгәндә: «Минең ҡәйнәм алтын, мин уның бер һүҙен дә аңламайым»,—тип шаяртырға ярата. Балаларым русса белә. Сибайҙы яраталар, бигерәк тә беҙҙең профилакторийҙа ял итеүҙе әллә ни күрәләр. Беҙҙең мөхит, русса-башҡортса тиңдәштәре менән аралашыу оҡшай ахыры.

—Яратып «Великолепный век» сериалын ҡарағайным, ул фильмды төрөктәр үҙҙәре ҡараймы, Хөррөм хаҡында ниндәй фекерҙәр бар?

—Солтан Сөләймән быуатын ысынлап та бөйөк тип атай улар, Хөррөмдө лә хөрмәт менән телгә алалар. Әлбиттә, яуыз, яһил ҡатын булған тиҙәр, әммә ниндәй сәбәптәр менән улай булғанын да, ул заманда һәм ул урында бары тик шундайҙар ғына тереклек итә алғанын да беләләр.

—Һағындырамы?

—Әлбиттә. Башта бигерәк тә ине. Хәҙер балаларыма, эшкә әүрәйем. Аллаға шөкөр, ирем мине йыл һайын йәйгеһен тыуған яҡҡа ҡайтарып тора, балаларымды алып йөрөүемә лә ҡаршы килмәй. Ә бына беҙҙең урамда Питерҙан булған ҡатын күп йылдар инде ҡайта алмай, төрлө сәбәптәр табып ире рөхсәт бирмәй. Йәлләйем уны. Шундай хәлдәге Рәсәй, Башҡортостан ҡатындары ла етерлек, әммә килешеп, бер-береһенә ышаныс менән йәшәгәндәр ҙә аҙ түгел.

—Хәҙер ҡыҙҙар сит илгә, сит милләткә, бигерәк тә Төркиә, Мысыр илдәренә тормошҡа сығырға ынтыла, Интернет аша таныша, уларға ниндәй кәңәштәр бирер инең?

—Күрәсәген күрмәй ҡуймай инде берәү ҙә. Шулай ҙа иң беренсе һаҡ булырға кәрәк, махсус рәүештә кемделер эҙләп китеү күп осраҡта бәлә генә сығара. Сит халыҡта бөтөнләй башҡа менталитет, башҡа аң, донъяны ҡабул итеү ҙә башҡаса. Быларға сит ерҙә көн итеү, туғандарҙан, ер-һыуыңдан айырылыуҙы, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙы бер ваҡытта ла күрә алмаҫыңды ла өҫтәгәндә, был мәсьәләгә бик етди ҡарарға кәрәк. Бәхетемә, минең ирем заманса ҡарашлы, аңлы, мине яратҡан һәм хөрмәт иткән кеше булып сыҡты, ә бит бөтөнләй ауыр хәлдә ҡалған ҡыҙҙар ҙа бар. Сит ерҙә ир ҡатынына, үкенескә ҡаршы, берәү ҙә ярҙам итмәй. Шунлыҡтан, яҙмыш үҙе шулай хәл итмәһә, яттар араһына ынтылмағыҙ.

—Былтыр һеҙ Сибай филармонияһы концертында ҡатнаш-ҡайнығыҙ. Быйыл ундай пландар юҡмы?

—Әлегә иремдең килеп китерен көтөп торам. Уны оҙатҡас, ижади эштәргә тотонмаҡсымын. Урал Иҙелбаев менән берлектә альбом яҙҙырам. Әле «Ҡурай» каналынан минең йырҙарҙы бирәләр, үҙем дә осраҡлы ғына ишетеп ҡалдым. Эшлекле тәҡдимдәр булһа, баш тартмаясаҡмын, әлбиттә. Бында килеп шулай ҡайнап эшләп китеү миңә тик ҡыуаныс ҡына.

—Ярай улайһа, һеҙгә уңышлы ял теләйем.

—Рәхмәт, минең шәхесемә иғтибар бүлгәнегеҙ өсөн тәбриклемен.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap