Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.07.2014
АЛЫҪ АРАЛАРҘЫ ЯҠЫНАЙТЫП
Untitled document

Күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо менән яҡындан танышҡандан һуң, уларҙың рух ныҡлығының ни тиклем көслө булыуына, үҙҙәренең башҡорт булыуҙары менән сикһеҙ ғорурланыуҙарына һоҡланып туя алмайһың. Силәбе өлкәһенә яһаған сәфәрҙән дә шундай хис-тойғолар тәьҫирендә ҡайттыҡ.

Сибай институты директоры урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты, доцент Асия Мөхәмәт ҡыҙы Хөсәйенова, дистанцион белем биреү буйынса куратор, философия фәндәре кандидаты, доцент Дамир Сәйғәфәр улы Ҡаһарманов һәм мин, институттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова, Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарына юл алдыҡ. Сәфәребеҙҙең маҡсаты—ҡәрҙәштәребеҙҙең йәшәйеше менән танышыу, төбәгебеҙҙең белем һәм тәрбиә үҙәге булған Сибай институты хаҡында тулы мәғлүмәт биреү, урындағы башҡорт ҡоролтайы, киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш булдырыу ине. Сәфәрҙәштәремдең был яҡтарҙа булғаны бар, ә минең өсөн барыһы ла беренсе тапҡыр. Бына Силәбе өлкәһе сиген үтәбеҙ, был сик шартлы ғына, иң мөһиме—йөрәктәрҙә сик булмаһын, ти юлдаштарым. Был, ысынлап та шулай, бына беҙҙең алда аҫаба ерҙәр, үҙендә башҡорттоң меңәр йыллыҡ тарихын һаҡлаған төбәк йәйрәп ята. Ә бит 1934 йылға тиклем был ерҙәр оло Башҡортостан биләмәһен тәшкил иткән, ти тарих фәнен бик яҡшы белгән Асия Мөхәмәт ҡыҙы.

Юлда осраған һәр нәмә беҙҙең яҡтың рухы менән һуғарылған кеүек. Ер-һыу атамаларына иғтибар итәбеҙ: Сибәркүл, Ҡарағайкүл исемле күлдәр, Яратҡол, Дәрүиш ауылдары... Беҙҙе район мәҙәниәт йорто алдында Сибай институтын тамамлаусы студентыбыҙ Әлфиә Фәрит ҡыҙы Иванова ҡаршы алды. Ул—педагог-психолог, әлеге ваҡытта Арғаяш медицина колледжында бүлек мөдире булып эшләй. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Нәҡип улы Вәлишин дә беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Аграр техникумда, медицина колледжында белем алыусы студенттар менән дә осрашыуҙар ихлас, туғандарса шарттарҙа барҙы. Беҙ уларға Сибай институты хаҡында һөйләнек. Силәбе медицина колледжы филиалының уҡыу бүлеге мөдире Әлфиә Илфат ҡыҙы Кинйәбаева ла беҙҙең сығарылыш студенты, буласаҡ табиптар менән булған осрашыуҙа ул институтта уҡыған йылдарын йы-лы хәтирәләр менән иҫкә алды.

Был ерҙәрҙә ғүмер итеүселәр Башҡортостан башҡорттарынан айырыла кеүек, бында йәшәүселәр күпкә ихласыраҡ, асығыраҡ, ҡунаҡсыллыҡтары хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Беҙ йәшәгән Әлиә һәм Fәлим Миңлебаевтар тураһында айырым әйткем килә, иҫ киткес алсаҡтар, ҡунаҡсылдар, башҡортлоҡтары һәр һүҙендә, һәр хәрәкәтендә сағыла.

Артабан беҙҙең делегация Арғаяш ра-йоны башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рамаҙан Урал улы Әбсәләмов менән осрашты. Район ҡоролтайы туған телде, йыр-моңдарыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән бик әүҙем эш алып бара. Рамаҙан Урал улы был вазифаға әле күптән түгел генә тәғәйенләнгән. Бер үҙенә биш магазин тотоуы, эштәренең бик ырамлы барыуына ҡарамаҫтан, халҡына булған һөйөүе арҡаһында ошо эшкә ризалыҡ биргән ул. Иртәгәһе көндө беҙҙе район башҡорттары ҡоролтайына сығыш яһарға саҡырҙылар. Ойошмала 17 ағза, һәр кемгә теге йәки был тармаҡ беркетелгән. Киң мәғлүмәт саралары өсөн йәш, өмөтлө егет Әмир Ишбирҙин яуаплы. Уның әйтеүенсә, бынан бер нисә йыл элек Арғаяшта телевидение эшләй башлаған. «Исход» гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ «Арғужа» тигән башҡорт гәзите сыҡҡан. Әммә финанс йәһәттән мөмкинлектәр юҡлыҡтан ябылған, хәҙер милләттәштәребеҙ уны тергеҙеү юлын эҙләй. Арғаяш халыҡ театры ла уңышлы эшләй. Беҙ барған көндө улар Әнғәм Атнабаевтың «Тол ҡатын» спектаклен күрһәтә ине. Өлкә башҡорттары Сибай институты вәкиллегенең ябылыуы менән риза булмауҙарын белдерҙе. Ысынлап та, 2000 йылда асылған был вәкиллек арғаяштарға юғары белем алыуға бик ҙур ярҙам күрһәтеп килде. Мәҫәлән, ошо осорҙа был төбәктән беҙҙең институтты 599 йәш кеше тамамлап, ҡулдарына диплом алды.

2-се Арғаяш урта мәктәбе Советтар Союзы Геройы Fаяз Исламетдин улы Бай-мырҙин исемен йөрөтә. Мәктәптә 800-ҙән ашыу бала белем ала. Мәктәп РФ Мәғариф һәм фән министрлығының бер нисә грантына лайыҡ булған. Был белем усағы ла, Ҡарағай күле буйында урынлашҡан Дәрүиш урта мәктәбе лә, ауылдың балалар баҡсаһы ла беҙҙә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Дәрүиштә меңдән ашыу йорт иҫәпләнә, һуңғы йылдарҙа йәш ғаиләләр ишәйә, улар йорт һала, балалар үҫтерә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. «Балалар баҡсаһының алты төркөмөнә 168 бала йөрөй. Уларҙың икәүһе—рус, ҡалғандары башҡорт төркөмдәре. Белем һәм тәрбиә эше туған телдә, йәғни башҡорт телендә алып барыла»,—ти баҡса мөдире Зөһрә Рәжәп ҡыҙы Фазылова.

Дәрүиш урта мәктәбендә ошо һәм күрше ауылдарҙан бөтәһе 316 бала уҡый. Беҙҙе ишек алдынан уҡ шартлатып башҡортса сәләмләгән уҡыусылар ҡаршы алды һәм директор бүлмәһенә хәтлем оҙатып ҡуйҙы. «Башҡорт теле аҙнаһына ике сәғәт уҡытыла, ә элек өс сәғәт ине. Былтыр башҡорт теле дәрестәрен бөтөрөү тураһында ҡарар булды, әммә һаҡлап алып ҡалдыҡ. Түңәрәк эштәрен, өҫтәлмә белем биреү эшен ике тапҡырға арттырҙыҡ,—ти мәктәп директоры Римма Рәшит ҡыҙы Фазылова. Сөнки ауылда башлыса башҡорттар йәшәй, ә бала үҙенең туған телен, мәҙәниәтен белергә тейеш, шуға ла уларҙы әсә теленән мәхрүм итеүҙе хата тип иҫәпләйем, ти Римма Рәшит ҡыҙы. Ошо урында уйға ҡалаһың. Бына ниндәй шарттарҙа һынала илһөйәрлек, телһөйәрлек! Римма Рәшит ҡыҙы кеүек ҡыйыу кешеләр артыҡ ҡысҡырмай, шапырынмай, ипләп кенә яйын тапҡан һәм эшләп йөрөй. Нисек ошондай кешеләргә ҡарап һоҡланмайһың да, нисек уларҙан өлгө алмайһың?!

56 күле булған Ҡоншаҡ районында 58 мәктәп, 30 балалар баҡсаһы иҫәпләнә. Ра-йонда 612 уҡытыусы эшләй, шуларҙың ни бары 335-е юғары белемле. Шуға ла Ҡоншаҡ районы башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Гөлбаныу Fабдулла ҡыҙы Йәнтүрина менән булған һөйләшеүҙә һүҙ башлыса дистанцион белем биреү мөмкинлеге хаҡында барҙы. Ошолар, ғөмүмән, бында килеүҙең төп маҡсаты хаҡында тулы мәғлүмәт Ҡоншаҡ телевидениеһына биргән интервьюла ла яңғыраны. Әйткәндәй, телевидение бында бер нисә йыл элек кенә барлыҡҡа килгән, районда булған ваҡиғалар, тапшырыуҙар аҙнаһына бер тапҡыр, шаршамбы көнө БСТ каналы аша күрһәтелә. Сәфәрҙе йомғаҡлап, Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Герс Fаттар улы Fаттаров менән осраштыҡ. Ул был ойошманы бик күптән етәкләй. Бөтә донъя башҡорттарының 1-се, 2-се, 3-сө ҡоролтайы депутаты. Бик оҙаҡ йылдар партия өлкәһендә, вазифалы урындарҙа эшләгән. Ҡоншаҡ районында башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу буйынса янып йәшәүсе рухлы ҡәрҙәштәребеҙҙең береһе.

Шулай итеп, сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең бөгөнгө ҡатмарлы шарт- тарҙа ла үҙҙәрен юғалтмай, үҙ-ара берҙәм, татыу булыуы, башҡорт рухын һүндермәй, уны киләһе быуындарға тапшырыу хыялы менән янып йәшәүе, үҙ асылына тоғролоғо беҙҙә тик һоҡланыу уятты.

Рәүилә Хәсәнова.

Сибай-Силәбе-Cибай.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap