Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ДАНЫ БѲТӘ ИЛГӘ ТАРАЛҒАН
Untitled document

 

Даны республикаға ғына түгел, бѳтә Рәсәйгә билдәле булған Сибай политехник колледжы быйыл үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Эшмәкәрлек дәүерендә уҡыу йорто 10 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Улар илебеҙҙең тѳрлѳ тѳбәктәрендә урынлашҡан металлургия һәм сәнәғәт предприятиеларының үҫешенә тос ѳлѳш индерә.

Үҙен тәжрибәле, заман менән бергә атлаусы директор итеп танытҡан Лундеж Хәлит улы Байморатов етәкләгән коллективта юғары квалификациялы педагогтар эшләй. Уҡытыусыларҙың 60 проценттан ашыуы юғары категорияға эйә. Студенттарға белем биреүселәр араһында тѳбәгебеҙҙең эре сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәт итеүсе белгестәрҙең бихисап булыуы бик тә отошло.

Колледжда студенттар ѳсѳн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. 380 урын-ға иҫәпләнгән ятаҡхана, иркен китапхана, тренажер залы, шахмат клубы, ҙур ашхана—барыһы ла ошо уҡыу йортонда белем алыусылар ѳсѳн. Китапханала ла, дѳйѳм ятаҡта ла Интернет бәйләнешенә тоташтырылған компьютер залдары бар. Колледжда спорт тормошона ҙур иғтибар бүленә. Студенттар буш ваҡыттарында спорт залында шѳғѳлләнергә ярата. Бында улар ѳсѳн 10-дан ашыу секция һәм түңәрәк эшләй. 2011 йылда Сибай ҡалаһының урта уҡыу йорттары араһында ойошторолған спартакиадала политехник колледж спортсылары 1-се урын-ға лайыҡ булған. Бынан тыш колледж студенттары йыл һайын республиканың тау металлургияһы йүнәлешендәге урта махсус уҡыу йорттары араһында баскетбол буйынса уҙғарылған ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл ҡыҙҙар командаһы 1-се урын яулаған.

Ҡала, тѳбәк һәм республика кимәлендә уҙғарылған ҡул эштәре күргәҙмәләрендә Сибай политехник колледжы студенттарының тәбиғи таштан етештергән әйберҙәре һәр ваҡыт ҙур һорау менән ҡуллана. Йәшмәнән эшләнгән ҡумталар, шахмат фигуралары, картиналар, вазалар һәм башҡа сувенирҙар һәр кемдә һоҡланыу тойғолары уята.

Сибай политехник колледжын тамамлаусылар алдында ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау бѳтѳнләй тормай тиерлек. Сѳнки таусы һѳнәре бер ваҡытта ла бәҫен юғалтҡаны юҡ. Уҡыу йорто студенттарҙың киләсәген ҡайғыртып, Урал аръяғы тѳбәгенең һәм Силәбе ѳлкәһенең 15 предприятиеһы менән килешеүҙәр тѳҙѳгән. Буласаҡ таусылар йыл һайын ошо предприятиеларҙа практика үтеп, тәжрибә туплай.

Студенттар тѳп белем алыу менән бергә ѳҫтәлмә рәүештә эшсе һѳнәрҙәргә эйә була ала. Улар ѳсѳн ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән махсус курстар ойошторола. Урал аръяғы тѳбәге райондары һәм эргә-тирәләге ѳлкәләрҙең Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре менән эшлекле хеҙмәттәшлек булдырылған. Улар йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Колледжды тамамлаусы ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе артабан уҡыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә.

Сибай политехник колледжы 2012-2013 уҡыу йылдарына түбәндәге специальностар буйынса студенттар ҡабул итә:

Бюджет бүлегенә

(9-сы класс нигеҙендә).

Уҡыу ваҡыты—3 йыл да 10 ай.

- Декоратив-һынлы сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре (тәбиғи таштарҙы художестволы эшкәртеү) (9-сы, 11-се кластар нигеҙендә);

- Файҙалы ҡаҙылмаларҙы ер аҫты ысулы менән табыу;

- Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу;

- Автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау;

- Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы тѳҙѳү һәм эксплуатациялау;

Уҡыу ваҡыты—4 йыл да 10 ай.

- Электр һәм электромеханика ҡорамалдарын техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү (тәрән ѳйрәнеү);

Түләүле бүлеккә

(9-сы класс нигеҙендә).

Уҡыу ваҡыты—3 йыл да 10 ай.

- Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе;

-Страховкалау эше;

-Финанстар;

Декоратив-һынлы сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре специальносын һайлаусылар рус теленән (диктант), рус әҙәбиәтенән һәм рәсемдән имтихандар бирһә, үрҙә әйтелгән башҡа специальностар буйынса уҡырға теләүселәр рус теленән диктант яҙырға һәм математиканан тест тапшырырға тейеш .

(11-се класс нигеҙендә)

Уҡыу ваҡыты—2 йыл да 10 ай.

- Иҫәпләү техникаһы һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа менән хеҙмәтләндереү;

Ситтән тороп уҡыу бүлеге.

Уҡыу ваҡыты—3 йыл да 10 ай.

- Файҙалы ҡаҙылмаларҙы ер аҫты ысулы менән табыу;

- Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу;

- Автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау;

- Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе;

- Электр һәм электромеханика ҡорамалдарын техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү;

- Финанстар;

11-се кластан һуң килгәндәр Берҙәм дәүләт имтихандары һѳҙѳмтәһе буйынса уҡырға алына. Уҡыу ѳсѳн түләүҙе бүлеп түләргә мѳмкин. Ситтән килгәндәргә ятаҡтан урын бирелә, бюджет бүлегендә уңышлы белем алыусыларға стипендия түләнә.

Әле ҡабул итеү комиссияһы үҙ эшен башланы. 9-сы кластан һуң уҡырға килергә теләүселәр 30 июлгә тиклем, ә 11-се класты тамамлаусылар 15 авгусҡа ҡәҙәр документтарын тапшыра ала.

Уҡырға инеүселәр ғариза, шәхесен асыҡлаусы документ (паспорт күсермәһе), белеме тураһында документ (тѳп нѳхсәһе), күсермәһе, БДИ һѳҙѳмтәләре, Дәүләт дѳйѳм аттестацияһы тураһында таныҡлыҡ, 3х4 см үлсәмдәге алты фотоһүрәт алып килергә тейеш. Имтихандар тапшырыу алдынан әҙерлек курстары ойошторола.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 53 адресы буйынса урынлашҡан уҡыу йортона мѳрәжәғәт итергә йәки (34775) 2-30-60 телефоны аша шылтыратып белешергә була. E-mail:SibaiPolitech@bk.ru Сайт: SibaiPolitech.ucoz.ru

Альбина Таһирова әҙерләне.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap