Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
01.08.2014
ҠАН ҠОЙҒОС БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ
Untitled document

Аҙағы. Башы 59-60-сы һанда.

Баймаҡ баҡыр иретеү заводы эшсеһе Шәкир Сырлыбаев (Иҙелбай ауылынан) ике Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Ул һуғышта унтер-офицер дәрәжәһендә була. Совет власы осоронда төрлө урындарҙа етәксе булып эшләй.

Яҡташтарыбыҙ, унтер-офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итеүселәрҙән Fибат Йәнбәков (Ишмырҙа ауылы), Дәүләтша Аслаев (Ислам ауылы) һуғышта ҡатнашып, һуңынан Совет власы йылдарында хужалыҡ етәкселәре булды.Тағы бер геройыбыҙ Ыуараш руднигы эшсеһе Хәмзин Әхмәтвәле (Мәмбәт ауылы) дүртенсе дәрәжәләге Георгий тәреһен алған яугир. Һуңынан старателдәр ойошмаһының хужалыҡ етәксеһе була. Нәбиулла Байрамғолов (1-се Этҡол ауылынан) 1915 йылда хеҙмәткә алына. Варшава янындағы һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 4-се дәрәжә Георгий тәреһе һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн» хәрби миҙалы менән наградлана. Тыныс тормошта хужалыҡ һәм етәксе органдарҙа, 1930-1931 йылдарҙа БАССР-ҙың эске эштәре буйынса халыҡ комиссары булып эшләй.

Баймаҡ баҡыр иретеү заводы эшсеһе Максим Чумиков 1914 йылғы һуғышта элемтәсе булып хеҙмәт итә. Һуғыш барышында бәйләнеш өҙөлә һәм ул шыуышып барып төҙәтеп, бәйләнеш булдыра. Күрһәткән батырлығы өсөн 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған. Граждандар һуғышы ваҡытында Баймаҡ партизандар отрядының командиры була.

Иҫке Сибай ауылынан да һуғышта ҡатнашыусылар була. Мотаев Сабир (1891 йылғы) 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған. Совет власы осоронда Совет органдарында һәм төрлө хужалыҡтарҙа етәксе булып эшләй.

Күсәбаев Яҡуп һуғышта ҡамауҙа ҡалған рус дивизияһы составында немецтарға әсирлеккә эләгә, унда 3 йыл ғүмерен үткәрә. Ошонда хәрби лагерҙа ойошторолған тәржемәселәр курсын үтеп, хәрби әсирҙәр араһында тәржемәсе була, күптәрҙе немец телендә һөйләшергә өйрәтә. Совет власы осоронда шунда алған белеме менән Иҫке Сибай мәктәбендә директор һәм немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Уның менән бергә күрше Хәсән ауылынан Хәсәнов Fибат та була, ул да шул уҡ курсты үтеп, тәржемәсе булып йөрөй.

Беренсе донъя һуғышында күп кенә яҡташтарыбыҙ немец әсирлегенә эләгә, һуғыш бөткәс күптәре илдәренә ҡайта, ә ҡайһы берәүҙәр төрлө сәбәптәр менән Германияла тороп ҡала. Зәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр» китабында бер нисәүһенең әсе яҙмышы тураһында яҙып киткән: «Берлинда әсирлектә ҡалған башҡорттарҙан Сынтимер һәм Мөхәмәт Дәүләтсуриндар (Юлдыбай ауылы) исемле ике кеше бар ине, уларҙы ҡурайсы тип йөрөттөләр». Тимәк, улар немец әсирлегендә булһа ла башҡорт ҡурайын онотмай, ситтә лә уның моңон таратҡан.

Яҡташыбыҙ Мөхәмәтйән Булатов (1887-1920) Беренсе бөтә донъя һуғышында прапорщик дәрәжәһендә Рәсәй армияһының маҡтаулы командиры булып хеҙмәт итә. Ул хәҙерге Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында тыуған. Кустанай өйәҙенең Забеловский рус-ҡырғыҙ мәктәбен «отлично»ға тамамлай. Унан һуң Иркутскиҙа прапорщиктар әҙерләүсе хәрби училищела уҡый. 1909 йылдан алып рус армияһында хеҙмәттә була, ефрейтор, кесе һәм өлкән унтер-офицер, 1914 йылдың аҙағында һуғышҡа алынып, 12-се Гренадарь Әстрхан полкында прапорщик булып хеҙмәт итә. 1914-1916 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, күрһәткән батырлыҡтары өсөн 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән наградлана. Был награданы ул 1916 йылда 29 ғинуарында Серве аша стратегик әһәмиәткә эйә бул-ған күперҙе шартлатҡан өсөн ала. Уның икенсе батырлығы—һуғыш яланында яраланып ятып ҡалған полк командирын ут эсенән алып сығыуы. Был батырлығы өсөн дә айырым бүләкләнә. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Башҡорт автономияһы төҙөлгәс, Мөхәмәтйән Булатов тулыһынса Башҡорт Хөкүмәте яғына күсә, Бөрйән-Түңгәүер кантонының тәүге рәйесе һәм хәрби комиссары булып эшләй. 1920 йылда ҡыҙылдар тарафынан Таналыҡ-Баймаҡта атып үлтерелә һәм шунда ерләнә.

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан крайҙы өйрәнеүсе, сәсән Шәһәрғәзе Fәбдиев яҙыуы буйынса, уларҙан 30-ға яҡын ир-егет һуғышҡа киткән, шуларҙың 19-ы һуғыш яланында ятып ҡала, ә ҡалғандары ғәрипләнеп ҡайта. Ул үҙе 1916-1917 йылдарҙа Австрия һәм Германия ғәскәрҙәренә ҡаршы Карпат операцияһында ҡатнашҡан, һуғышта йәрәхәт алған, немец әсирлеген дә татыған яугир була. Шәһәрғәзе сәсән һуғышты фашлап «Һуғыш бәйете» (1917) яҙған:

Был һуғышты батша, байҙар

Кәсеп өсөн ҡуҙғата.

Улар файҙаһына була,

Һалдат ҡырылып ята.

Ҡарлы һыуыҡ көндәрҙә,

Ҡара ямғыр төндәрҙә.

Ергә ятып шыуҙым мин,

Дошмандарҙы ҡыуҙым мин.

Иптәштәрем күп ҡалды,

Уларҙы һуғыш алды.

Бында былай булғанға,

Миллиондар етем ҡалды.

Типһә тимер өҙөрҙәй

Миллион ирҙәр күмелде,

Бер нисә йыл көттөләр ҙә

Өйҙәгеләр төңөлдө.

Уҡығандар бәйетемде

Яҙып алһын тарихҡа.

Онотолмаҫлыҡ һуғыш булды,

Даны китер алыҫҡа.

Граждандар һуғышы геройы Муса Мортазин Беренсе донъя һуғышында унтер-офицер чинында ҡатнаша, Совет власы осоронда өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Икенсе батырыбыҙ ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры—Шәйхитдин Fафаров. Ул батша армияһында 1000-се полктың фельдфебеле булып хеҙмәт итә. Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Ҡәйепов Әбүбәкер прапорщик чинында Австро-Венгрияға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, ике Георгий тәреһе менән наградлана. Совет осоронда төрлө хужалыҡ эштәрендә етәксе вазифаларҙа эшләй. Бындай героик миҫалдарҙы күпләп килтерергә булыр ине.

Быларҙың күптәре әле асылмаған тарих һәм крайҙы өйрәнеүселәргә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, Рәсәй илен һаҡлап ҡанын түккән яҡташтарыбыҙ тураһында материалдар йыйыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Бына шулай, башҡорттар Беренсе донъя һуғышында ла Рәсәйгә тоғро хеҙмәт итә һәм үҙҙәрен батыр һуғышсылар итеп таныта. Был һуғыштың батырҙары онотолмаҫ борон республикала һәм урындарҙа уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса саралар күрелер, обелискылар, һәйкәлдәр асылыр, тип ышанғы килә. Урындарҙа, йәғни ауылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлектәрен төҙөргә кәрәк.

Рамаҙан Үтәғолов.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap